ИНТЕРВЬЮ | РАКЕЛЬ ХОЛЛ
Йәһүд ҡатыны ни өсөн үҙ динен яңынан ҡарап сыҡҡаны хаҡында һөйләй
Ракель Холлдың әсәһе Израилдә тыуған йәһүд ҡатыны һәм атаһы иудаизмды ҡабул иткән австрий кешеһе булған. Әсәһе яғынан өләсәһе менән олатаһы сионист булғандар һәм 1948 йылда (ошо йылда Израиль бойондороҡһоҙ ил булып киткән) Израилгә күсеп килгәндәр. «Уянығыҙ!» журналының корреспонденты Ракелдән ни өсөн үҙ йәһүд динен ентекләп тикшереп сығырға хәл иткәне хаҡында һорашҡан.
Ниндәй тәрбиә алғанығыҙ тураһында һөйләп китегеҙ әле.
Мин 1979 йылда Ҡушма Штаттарҙа тыуғанмын. Өс йәшемдә ата-әсәйем айырылышҡан. Әсәйем мине йәһүд йолалары буйынса тәрбиәләне һәм ешиваға, йәғни йәһүд мәктәбенә уҡырға ебәрҙе. Ете йәшем тулғас, беҙ бер йылға Израилгә күсеп килдек, унда мин кибуц тип аталған ауыл хужалығы коммунаһындағы мәктәпкә йөрөнөм. Шунан беҙ әсәйем менән Мексикаға күсеп киттек.
Беҙ йәшәгән ерҙә синагога булмаһа ла, мин артабан да йәһүд йолаларын тоттом: шәмбе көндө шәм яндырҙым, Тәүрат уҡыным һәм сиддур, йәғни доғалар йыйынтығы ярҙамында доға ҡылдым. Мәктәптә класташтарыма йыш ҡына, минең динем иң боронғо һәм хаҡ дин, тип әйтә инем. Минең бер ҡасан да Ғайса Мәсихтең тормошо һәм өйрәтеүҙәре хаҡында бәйән иткән Яңы Ғәһедте уҡығаным юҡ ине. Әсәйем, ундағы тәғлимәттәр менән бысранып ҡуймаһын тип ҡурҡып, мине, уҡыма, тип киҫәтә килде.
Ни өсөн һеҙ барыбер Яңы Ғәһедте уҡырға булдығыҙ?
17 йәшемдә мин, донъяуи белем алыуымды тамамлар өсөн, кире Ҡушма Штаттарға килдем. Христиан динен тотҡан бер танышым миңә, Ғайса Мәсихһеҙ һинең тормошоңда ысын мәғәнә булмаясаҡ, тип әйтте.
— Аҙашҡан кешеләр генә Ғайсаға ышана, — тинем мин.
— Һин исмаһам Яңы Ғәһедте уҡыныңмы һуң? — тип һораны ул.
— Юҡ, — тип яуап бирҙем мин.
— Улайһа, һин үҙең бер нәмә лә белмәгән нәмә тураһында һөйләйһең! Шулай түгелме ни?
Уның һүҙҙәре миңә бик ныҡ тәьҫир итте, сөнки мин һуҡыр рәүештә нимәлер раҫлаған кешеләрҙе ахмаҡ тип һанай инем. Оятҡа ҡалып, мин унан Изге Яҙма алып ҡайттым да Яңы Ғәһедте уҡый башланым.
Уҡығандарығыҙ һеҙгә нисек тәьҫир итте?
Яңы Ғәһедте йәһүдтәр яҙғанын белеп, мин бик аптыраным. Күберәк уҡыған һайын, Ғайсаның изгелекле, баҫалҡы йәһүд булғанын, кешеләр иҫәбенә байырға түгел, ә уларға ярҙам итергә теләгәнен нығыраҡ аңлай барҙым. Мин хатта библиотеканан уның тураһында бер нисә китап алдым. Уларҙың береһе лә мине Ғайсаның Мәсих икәненә ышандырманы. Ҡайһы бер китаптарҙа ул хатта Алла тип атала ине, ә быны мин бөтөнләй аҡылға һыймаҫлыҡ нәмә тип иҫәпләй инем. Ысынлап та, улайһа Ғайса кемгә доға ҡылған һуң — үҙ-үҙенәме ни? Бынан да бигерәк, Ғайса үлгән. Ә Изге Яҙмала Алла тураһында: «Һин һис ҡасан үлмәйһең», — тип әйтелгән *.
Һеҙ был һорауҙарығыҙға нисек яуап таптығыҙ?
Хәҡиҡәт бер ҡасан да үҙ-үҙенә ҡаршы килмәй, һәм мин уны табырға ныҡлы ҡарар иттем. Илай-илай ысын күңелдән доға ҡыла башланым — беренсе мәртәбә сиддурһыҙ. Доға ҡылып та бөтмәнем, ишеккә шаҡынылар. Был ике Йәһүә шаһиты ине. Улар миңә Изге Яҙма өйрәнер өсөн баҫма бирҙе. Был баҫма, шулай уҡ Шаһиттар менән артабанғы һөйләшеүҙәр мине уларҙың тәғлимәттәре Изге Яҙмаға нигеҙләнгәненә ышандырҙы. Мәҫәлән, Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихте Троицаның өлөшө тип түгел, ә «Алла Улы» *, «Алланың иң беренсе итеп яратҡан заты» * тип таный.
Оҙаҡламай мин Мексикаға ҡайттым, унда Йәһүә шаһиттары менән Мәсихкә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙе өйрәнеүемде дауам иттем. Мине уларҙың күплеге таң ҡалдырҙы! Шулай ҙа мин бер аҙ шикләнә инем. «Был пәйғәмбәрлектәр бары тик Ғайсала ғына үтәлгәнме? Ә бәлки, ул үҙ ролен оҫта уйнаған сос актер ғына булғандыр?» — тип уйландым.
Һеҙҙе нимә ышандырҙы?
Йәһүә шаһиттары миңә үтәлешенә тәьҫир итеп булмаған пәйғәмбәрлектәрҙе күрһәтте. Мәҫәлән, 700 йыл алдараҡ Миҡай пәйғәмбәр Мәсихтең Йәһүҙиәләге Вифлеем ҡалаһында тыуасағы хаҡында әйткән *. Уның ҡайҙа тыуырына кем тәьҫир итә алған? Ишағыя пәйғәмбәр, Мәсих ерәнгес енәйәтсе һымаҡ үлтерелер, ләкин байҙар менән ерләнер, тип яҙған *. Быларҙың барыһы ла Ғайсала үтәлгән.
Дәлилдәрҙең һуңғы өлөшө Ғайсаның сығышына ҡағыла. Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт батшаның тоҡомо булыр, тип алдан әйтелгән булған *. Элек йәһүдтәр шәжәрәләрен шәхси рәүештә һәм йәмәғәт архивтарында һаҡлаған, шуға күрә, әгәр ҙә Ғайса Дауыт нәҫеленән сыҡмаған булһа, уның дошмандары был турала бөтә ерҙә ҡысҡырып һөйләп йөрөр ине! Ләкин улар быны эшләй алмаған, сөнки Ғайсаның Дауыт менән туғанлығы бәхәсһеҙ булған. Халыҡ төркөмдәре уға хатта, «Дауыт Улы», тип өндәшкән *.
Беҙҙең эраның 70 йылында — Ғайса үлгәндән һуң 37 йыл үткәс — Рим армияһы Иерусалимды емергән, һәм шәжәрәләр йә юғалған, йә юҡ ителгән булған. Шуға күрә, кешеләр Мәсихтең сығышын шәжәрәләр буйынса билдәләй алһын өсөн, ул б. э. 70 йылына тиклем килергә тейеш булған.
Был һеҙгә нисек тәьҫир итте?
Ҡанун 18:18, 19-ҙа, Алла Израилгә Муса кеүек пәйғәмбәр бирәсәк, тип алдан әйтелгән булған. «Уның минең исемемдән һөйләйәсәк һүҙҙәрен тыңламаған кешене мин, һис шикһеҙ, яуапҡа тартырмын», — тигән Алла. Тотош Изге Яҙманы тәрән өйрәнеү мине Назаранан булған Ғайсаның тап шул пәйғәмбәр булғанына инандырҙы.
^ 15 абз. Абаҡум 1:12.
^ 17 абз. Асылыш 3:14, ЯДТ.
^ 20 абз. Миҡай 5:2; Матфей 2:1.
^ 20 абз. Ишағыя 53:3, 7, 9; Марк 15:43, 46.
^ 21 абз. Ишағыя 9:6, 7; Лука 1:30—32. Матфей китабының 1-се бүлегендә Ғайсаның — атаһы яғынан шәжәрәһе, ә Лука китабының 3-сө бүлегендә әсәһе яғынан шәжәрәһе килтерелә.