Ни өсөн доға ҡылырға кәрәк? Алла миңә яуап бирерме?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙма ла, тормоштағы төрлө осраҡтар ҙа Алланың доғаларға яуап биреүен күрһәтә. Изге Яҙмала: «Ул [Алла] уны хөрмәт итеүселәрҙең теләктәрен үтәй, ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара», — тип уҡыйбыҙ (Зәбур 145:19). Әммә һеҙҙең доғаларығыҙға Алла яуап бирерме, юҡмы — уныһы күберәк үҙегеҙгә бәйле.
Алла өсөн нимә мөһим?
Беҙ Аллаға доға ҡылырға тейешбеҙ, ә Ғайсаға ла, Мәрйәмгә лә түгел, изгеләргә лә, фәрештәләргә лә, һүрәттәргә лә түгел. Тик Йәһүә генә «Доғаларҙы Тыңлаусы» тип атала (Зәбур 65:2).
Алланың ихтыярына ярашлы, йәғни Изге Яҙмала яҙылған талаптарға тура килтереп, доға ҡылырға кәрәк (1 Яхъя 5:14).
Ғайса исеме хаҡына, уның ролен танып, доға ҡылырға кәрәк. «Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән Ғайса (Яхъя 14:6).
Ышаныс менән доға ҡылырға, иман етмәһә, күберәк иман биреүен һорарға кәрәк (Матфай 21:22; Лука 17:5).
Кеселекле һәм эскерһеҙ булырға. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Йәһүә юғары булһа ла, баҫалҡыны [кеселеклене] күрә» (Зәбур 138:6).
Өҙлөкһөҙ доға ҡылырға. Ғайса: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр», — тигән (Лука 11:9).
Алла өсөн нимә мөһим түгел?
Һеҙҙең расағыҙ йә милләтегеҙ. Алла «кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35).
Һеҙҙең кәүҙә торошо. Аллаға ултырған килеш тә, баҫып та, башығыҙҙы түбән эйеп тә, тубыҡланып та доға ҡыла алаһығыҙ (1 Йылъяҙма 17:16; Зәбур 95:6; Данил 6:10; Марк 11:25).
Ҡысҡырыпмы әллә эстән генә доға ҡылаһығыҙмы. Кеше башҡаларға һиҙҙермәй эстән генә доға ҡылһа ла, Алла уға яуап бирә (Ниҡәми 2:1—6).
Борсолоуҙарығыҙ етдиме әллә ғәҙәттәгеме. Алла «һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» һәм «үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе» уға йөкмәтергә саҡыра (1 Петр 5:7).