Изге Яҙма китаптарына инеш һүҙҙәр (видеояҙмалар)
Изге Яҙманың һәр китабы хаҡында төп мәғлүмәттәр.
Изге Яҙма китабына инеш һүҙ
Изге Яҙманың һәр өлөшө уның төп темаһы менән, йәғни Ғайса етәкселегендәге күктәге Батшалыҡ ярҙамында Алланың исемен изгеләндереү менән нисек бәйле икәнен белегеҙ.
Башланмыш китабына инеш һүҙ
Башланмыш китабы беҙҙе кешелек тарихының башы, шулай уҡ ғазаптарҙың һәм үлемдең барлыҡҡа килеүе менән таныштыра.
Сығыш китабына инеш һүҙ
Алла израилдәрҙе Мысыр ҡоллоғонан азат иткән һәм үҙенә бағышланған халыҡ иткән.
Левиттар китабына инеш һүҙ
Левиттар китабы Алланың изге булыуын һәм изге булыуҙың ни өсөн шул тиклем мөһим икәнен нисек тасуирлағанына иғтибар итегеҙ.
Һандар китабына инеш һүҙ
Йәһүәгә буйһоноу һәм уның халҡында етәкселек алған кешеләрҙе хөрмәт итеү бик мөһим. Шул хаҡта күберәк белегеҙ.
Ҡанун китабына инеш һүҙ
Йәһүәнең Израилгә биргән ҡануны уның үҙ халҡын ни тиклем ныҡ яратыуын күрһәтә. Шул хаҡта күберәк белегеҙ.
Ешуа китабына инеш һүҙ
Израилдәрҙең Алла биргән ерҙе нисек яулағаны һәм бүлгәне хаҡында белегеҙ.
Хөкөмсөләр китабына инеш һүҙ
Алла, Израилде дошмандарҙан ҡотҡарыр өсөн, ҡыйыу хөкөмсөләрҙе ҡулланған. Хөкөмсөләр китабы уларҙың хөрмәтенә аталған.
Руф китабына инеш һүҙ
Руф китабында йәш тол ҡатындың үҙенең тол ҡалған ҡәйнәһенә ҡарата нисек фиҙаҡәр яратыу күрһәткәне тураһында, шулай уҡ Йәһүәнең уларҙың икеһен дә нисек бүләкләгәне хаҡында яҙылған.
Самуилдың беренсе китабына инеш һүҙ
Израилдә хөкөмсөләр осоронан һуң нисек батшалар идара итә башлағаны тураһында күберәк белегеҙ.
Самуилдың икенсе китабына инеш һүҙ
Дауыттың нисек итеп иманы һәм баҫалҡылығы арҡаһында Изге Яҙмалағы иң яратҡан һәм иң билдәле шәхестәрҙең береһе булып киткәненә иғтибар итегеҙ.
Батшаларҙың беренсе китабына инеш һүҙ
Израилдең Сөләймән ваҡытында сәскә атҡан батшалыҡтан нисек итеп бер-береһе менән дошманлашҡан ике батшалыҡҡа әйләнгәне тураһында белегеҙ.
Батшаларҙың икенсе китабына инеш һүҙ
Мөртәтлек арҡаһында төньяҡ батшалыҡ Израилдең нисек юҡҡа сыҡҡаны һәм Йәһүәнең уға тоғро хеҙмәт иткәндәрҙе нисек фатихалағаны хаҡында белегеҙ.
Беренсе йылъяҙма китабына инеш һүҙ
Алланан ҡурҡып йәшәгән Израиль батшаһы Дауыттың сығышы һәм батша булып ултырғандан алып үлеменә тиклемге ваҡиғаларға бай тормошо хаҡында белегеҙ.
Икенсе йылъяҙма китабына инеш һүҙ
Йәһүҙә батшаларының был тарихы Аллаға тоғролоҡтоң мөһимлеген күрһәтә.
Езра китабына инеш һүҙ
Йәһүә үҙ халҡын Вавилон әсирлегенән азат итеү һәм Иерусалимда хаҡ ғибәҙәтте тергеҙеү тураһындағы вәғәҙәләрен үтәй.
Ниҡәми китабына инеш һүҙ
Ниҡәми китабы Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәренә фәһемле һабаҡтар бирә.
Әсфирә китабына инеш һүҙ
Әсфирә китабындағы тулҡынландырғыс ваҡиғалар Йәһүә Алланың бөгөнгө көндә лә үҙ халҡын һынауҙарҙан ҡотҡара алғанына ышанысығыҙҙы нығытыр.
Әйүп китабына инеш һүҙ
Йәһүне яратҡандарҙың барыһы ла һыналасаҡ. Әйүп тураһындағы хәбәр саф булып ҡалып, Йәһүә яғында тора алғаныбыҙға ышанысты нығыта.
Зәбур китабына инеш һүҙ
Зәбур китабы Йәһүәнең хакимлығын яҡлай, уны яратҡандарға ярҙам һәм йыуаныс бирә, был донъяның Батшалыҡ ярҙамында үҙгәрәсәген күрһәтә.
Ғибрәтле һүҙҙәр китабына инеш һүҙ
Тормоштоң һәр өлкәһе өсөн тиерлек — эшкә ҡағылышлы һорауҙарҙан алып ғаилә мөнәсәбәттәренә тиклем йүнәлеш табығыҙ.
Вәғәзсе китабына инеш һүҙ
Сөләймән батша тормошта ысынлап та мөһим булған нәмәләр менән Алла зирәклегенә ҡаршы килгән нәмәләр араһындағы айырманы күрһәтә.
Йырҙарҙың йыры китабына инеш һүҙ
Шулам ҡыҙының көтөүсе егеткә ҡарата тоғро мөхәббәте «Йәһ ялҡыны» тип атала. Ни өсөн?
Ишағыя китабына инеш һүҙ
Ишағыя китабында ышаныслы пәйғәмбәрлектәр яҙылған. Ул Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәүсе һәм беҙҙе ҡотҡарыусы Алла икәненә ышанысты нығыта.
Иремия китабына инеш һүҙ
Иремия ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан пәйғәмбәр булып хеҙмәт итеүен дауам иткән. Уның үрнәге бөгөнгө мәсихселәргә ҡайһы яҡтан файҙалы икәнлеге хаҡында уйлағыҙ.
Иремияның илауы китабына инеш һүҙ
Иремия пәйғәмбәр яҙған был китапта Иерусалим емерелгәнгә ҡайғырып илау һәм тәүбә иткәндәргә Алланың шәфҡәт күрһәтеүе тураһында һөйләнелә.
Йәзәкил китабына инеш һүҙ
Йәзәкил Алланың бөтә йөкләмәләрен, ни тиклем ауыр булһалар ҙа, баҫалҡылыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән үтәгән. Был йәһәттән ул беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған.
Данил китабына инеш һүҙ
Данил һәм уның дуҫтары бөтә һынауҙарҙа ла Йәһүәгә тоғро булып ҡалған. Бөгөн уларҙың үрнәге, шулай уҡ пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеше беҙҙе — һуңғы көндә йәшәгәндәрҙе бик рухландыра.
Осия китабына инеш һүҙ
Осияның пәйғәмбәрлеге Йәһүәнең тәүбә иткән кешеләргә күрһәткән мәрхәмәте һәм саф ғибәҙәт тураһында күп нәмәгә өйрәтә.
Йәил китабына инеш һүҙ
Йәил пәйғәмбәр етеп килгән «Йәһүә көнө» һәм уны нисек кисереп сығырға икәнлеге тураһында алдан әйткән. Бөгөн уның һүҙҙәре бер ҡасан да булмағанса актуаль.
Амос китабына инеш һүҙ
Йәһүә был баҫалҡы кешегә мөһим йөкләмә биргән. Амостың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Авдий китабына инеш һүҙ
Авдий китабы — Еврей яҙмаларының иң ҡыҫҡа китабы. Унда өмөт хәбәре һәм Йәһүә хакимлығының законлы икәне раҫланасаҡ, тигән вәғәҙә бар.
Юныс китабына инеш һүҙ
Юныс пәйғәмбәр төҙәтеүҙе ҡабул иткән, бирелгән йөкләмәне үтәгән, Алланың тоғро яратыуы һәм мәрхәмәте нимә икәнен яҡшы аңлаған. Уның үрнәге йөрәгегеҙгә тәьҫир итер.
Миҡай китабына инеш һүҙ
Алланан бирелгән был пәйғәмбәрлек Йәһүәнең талаптары аҡыллы һәм уларҙы тотоу файҙалы икәненә ышанысты нығыта.
Наум китабына инеш һүҙ
Был пәйғәмбәрлек Йәһүәнең үҙ һүҙен һәр ваҡыт үтәгәненә, шулай уҡ тыныслыҡ һәм ҡотолоуҙы Батшалыҡ идараһынан эҙләгәндәрҙең барыһын да йыуатҡанына ышанысты нығыта.
Абаҡум китабына инеш һүҙ
Беҙ Йәһүәнең үҙ халҡын ҡасан һәм нисек ҡотҡарырға икәнен теүәл белгәненә ышанабыҙ.
Сафуния китабына инеш һүҙ
Ни өсөн, Йәһүә көнө килмәҫ, тип уйлау ҡурҡыныс?
Аггей китабына инеш һүҙ
Аггей пәйғәмбәрлегендә тормошобоҙҙа иң мөһиме шәхси мәнфәғәттәр түгел, ә Аллаға табыныу булырға тейешлегенә иғтибар ителә.
Зәкәриә китабына инеш һүҙ
Күп һанлы рухландырылған пәйғәмбәрлектәр боронғо ваҡытта Алла хеҙмәтселәренең иманын нығытҡан. Шул пәйғәмбәрлектәр бөгөн дә беҙҙе Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә ышандыра.
Малахи китабына инеш һүҙ
Был пәйғәмбәрлектә Йәһүәнең ҡаҡшамаҫ принциптары, уның мәрхәмәте һәм яратыуы тураһында әйтелә, шулай уҡ беҙҙең көндәрҙә актуаль булған мөһим һабаҡтар бар.
Матфей китабына инеш һүҙ
Изге Яҙмалағы Матфей китабы тураһындағы төп факттарҙы белегеҙ. Был китап «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарының беренсеһе булып тора.
Марк китабына инеш һүҙ
Марк китабы —«Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарының иң ҡыҫҡаһы. Ул Ғайсаның Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ идара итеүе ниндәй буласағын аңларға ярҙам итә.
Лука китабына инеш һүҙ
Ниндәй мәғлүмәт Лука бәйән иткән һөйөнөслө хәбәрҙә генә осрай?
Яхъя китабына инеш һүҙ
Яхъя китабында Ғайсаның кешеләргә ҡарата яратыуына, баҫалҡылығына һәм Мәсихтең Алла Батшалығының Батшаһы булыуына ҙур иғтибар бирелә.
Ғәмәлдәр китабына инеш һүҙ
Һәр халыҡтан шәкерттәр әҙерләр өсөн, беренсе мәсихселәр күп тырышлыҡ һалған. Ғәмәлдәр китабы һәр беребеҙҙе ашҡынып вәғәзләргә дәртләндерә.
Римдарға яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Ошо видеояҙмала Йәһүәнең бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарауына һәм Ғайса Мәсихкә иман итеүҙең мөһимлегенә иғтибар ителә.
Коринфтарға яҙылған беренсе хатҡа инеш һүҙ
Павелдың Алла тарафынан яҙҙырылған хаты беҙҙе берҙәмлек, әхлаҡи сафлыҡ һаҡларға, яратыу сағылдырырға дәртләндерә һәм терелеүгә ышандыра
Коринфтарға яҙылған икенсе хатҡа инеш һүҙ
Йәһүә, «һәр яҡлап йыуатыусы Алла», үҙ хеҙмәтселәрен нығыта һәм туҡландыра.
Галаттарға яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Павелдың хаты яҙылған осорҙа ҡулланырлыҡ булған кеүек үк беҙҙең көндәрҙә лә ҡулланырлыҡ. Ул бөтә мәсихселәргә лә тоғро ҡалырға ярҙам итә ала.
Ефестарға яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Алла тарафынан рухландырылған был хатта Алланың Ғайса аша татыулыҡ һәм берҙәмлек урынлаштырыуына баҫым яһала.
Филиптарға яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Һынауҙарҙа ныҡ ҡалып, беҙ башҡаларҙы ла ныҡ булырға дәртләндерәбеҙ.
Колосстарға яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Белгәндәребеҙ буйынса эш итеп, бер-беребеҙҙе ихлас кисереп һәм Ғайсаның дәрәжәһен һәм хакимлығын танып, беҙ Йәһүәнең хуплауын алабыҙ.
Фессалоникаларға яҙылған беренсе хатҡа инеш һүҙ
Беҙ рухи яҡтан уяу ҡалырға, «барыһын һынарға», гел доға ҡылырға һәм бер-беребеҙҙе дәртләндереп торорға тейеш.
Фессалоникаларға яҙылған икенсе хатҡа инеш һүҙ
Павел Йәһүә көнөнөң етеүе хаҡындағы яңылыш ҡарашты төҙәтә һәм ҡәрҙәштәрҙе иманда ныҡ торорға дәртләндерә.
Тимофейға яҙылған беренсе хатҡа инеш һүҙ
Илсе Павел, йыйылышта ойоштороуға ҡағылышлы күрһәтмәләр бирер өсөн һәм ялған өйрәтеүҙәрҙән һәм аҡса яратыуҙан киҫәтер өсөн, Тимофейға беренсе хатын яҙған.
Тимофейға яҙылған икенсе хатҡа инеш һүҙ
Павел Тимофейҙы үҙ хеҙмәтен һәр яҡлап үтәргә дәртләндерә.
Титҡа яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Павел Титҡа яҙған хатында Криттағы йыйылыштарҙың проблемаларын иҫкә ала һәм өлкәндәрҙең ниндәй талаптарға тура килергә тейешлеге хаҡында яҙа.
Филимонға яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Был ҡыҫҡа, әммә әһәмиәтле хатта баҫалҡы, игелекле һәм кисереүсән булыуҙың мөһимлеге хаҡында файҙалы кәңәштәр бирелә.
Еврейҙарға яҙылған хатҡа инеш һүҙ
Мәсихселәрҙең иманы ғибәҙәтханалар һәм хайуан ҡорбандары кеүек нәмәләрҙән юғарыраҡ нәмәгә нигеҙләнгән.
Яҡуб яҙған хатҡа инеш һүҙ
Сағыу миҫалдар ҡулланып, Яҡуб мөһим мәсихсе принциптарға өйрәтә.
Петр яҙған беренсе хатҡа инеш һүҙ
Петрҙың беренсе хаты беҙҙе әүҙем булырға һәм бөтә мәшәҡәттәребеҙҙе Аллаға йөкмәтергә өндәй.
Петр яҙған икенсе хатҡа инеш һүҙ
Петрҙың икенсе хаты беҙҙе яңы күкте һәм яңы ерҙе көткән арала тоғро булырға дәртләндерә.
Яхъя яҙған беренсе хатҡа инеш һүҙ
Яхъяның хаты беҙҙе Мәсихтең дошмандарынан һаҡланыу хаҡында иҫкәртә һәм беҙ нимәне яратырға, ә нимәне яратырға тейеш түгел икәнен күрергә ярҙам итә.
Яхъя яҙған икенсе хатҡа инеш һүҙ
Яхъя үҙенең икенсе хатында хәҡиҡәттә йөрөү һәм ялғансыларҙан һаҡланыу хаҡында иҫебеҙгә төшөрә.
Яхъя яҙған өсөнсө хатҡа инеш һүҙ
Яхъя яҙған өсөнсө хат — беҙҙе ҡунаҡсыл булырға өйрәтә.
Йәһүҙә яҙған хатҡа инеш һүҙ
Йәһүҙә мәсихселәрҙе алдарға һәм боҙорға тырышыусылар ҡулланған ысулдарҙы күрә белергә өйрәтә.
Асылыш китабына инеш һүҙ
Асылыш китабындағы тәьҫирле күренештәр Батшалыҡтың ергә һәм кешеләргә ҡарата Алла ниәтен үтәйәсәген күрһәтә.