Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Мәсихтең һуғышсыһы булырға ҡарар иттем

Мәсихтең һуғышсыһы булырға ҡарар иттем

Эргәмдә пулялар һыҙғыра ине. Мин, аҡ ҡулъяулыҡ алып, яйлап ҡына уны өҫкә күтәрҙем. Һалдаттар, йәшенгән урынымдан сығырға ҡушып, миңә ҡысҡырҙы. Һаҡ ҡына атлап уларға ҡаршы киттем. Минең менән нимә булырын — үлерменме йә иҫән ҡалырмынмы икәнен белмәй инем. Үҙемдең нисек бындай аяныс хәлгә эләккәнемде һөйләп бирергә теләйем.

МИН 1926 йылда Карица тигән бәләкәй генә грек ауылында һигеҙ баланың етенсеһе булып донъяға килгәнмен.

Бынан бер йыл алдараҡ ата-әсәйем вәғәзләргә ашҡынып торған һәм аралашыуға әүәҫ булған Иоанис Паппаризос исемле Изге Яҙма тикшереүсеһе (ул ваҡытта Йәһүә шаһиттары шундай исем йөрөткән) менән танышҡан. Уларға Иоанистың Изге Яҙмаға нигеҙләнеп төплө фекер алышыуы тәьҫир иткән, һәм улар Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең беҙҙең ауылда үткән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған. Әсәйемдең Йәһүә Аллаға иманы ныҡ булған. Уҡымаған кеше булһа ла, ул яйы сыҡҡан һайын башҡаларға Изге Яҙма тураһында һөйләгән. Атайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иғтибарын кешеләрҙең камил булмауына туплап, яйлап ҡына йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәй башлаған.

Мин һәм ғаиләләге ҡалған балалар Изге Яҙманы хөрмәт иттек, әммә йәш саҡта беҙҙе күберәк күңел асыуҙар мауыҡтыра ине. 1939 йылда Европаны Икенсе бөтә донъя һуғышы биләп алды, был хәбәр беҙҙең бөтә ауылды тетрәтте. Күршелә йәшәгән ике туған ағайым Николаос Псаррас армияға повестка алды. Ул, яңыраҡ ҡына һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киткәйне. 20 йәшлек Николаос хәрби етәкселәргә ҡыйыу рәүештә: «Мин Мәсихтең һуғышсыһы, шуға күрә һуғышмаясаҡмын», — тип әйткән. Уны, хәрби суд алдына баҫтырып, ун йылға төрмәгә ултыртырға тигән хөкөм сығарғандар. Был беҙҙе шаҡ ҡатырҙы!

1941 йылдың башында Грецияға ҡыҫҡа ваҡытҡа союздаш ғәскәрҙәр килеп урынлашты, һәм, бәхеткә ҡаршы, Николаосты төрмәнән сығарҙылар. Ул Карицаға әйләнеп ҡайтҡас, оло ағайым Илиас уға Изге Яҙма хаҡында һорауҙар яуҙырҙы, ә мин иғтибар менән тыңланым. Һуңғараҡ Илиас, мин һәм һеңлебеҙ Эвморфия Изге Яҙманы өйрәнә башланыҡ һәм даими рәүештә Шаһиттарҙың йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөк. Киләһе йылда өсөбөҙ ҙә, Йәһүәгә бағышланып, һыуға сумдырылдыҡ. Ваҡыт уҙыу менән минең тағы ике апайым һәм ике ағайым Йәһүә шаһиты булып китте.

1942 йылда беҙҙең Карица йыйылышында 15-тән 25 йәшкә тиклемге туғыҙ йәш мәсихсе бар ине. Беҙ алда ауыр һынауҙар көткәнен белә инек. Үҙебеҙҙе рухи яҡтан нығытыр өсөн, йыш ҡына, бергә йыйылып, Изге Яҙманы өйрәнә инек, рухи йырҙар йырлай һәм доға ҡыла инек. Һөҙөмтәлә беҙҙең иман нығыны.

Димитриос Карицала үҙенең дуҫтары менән

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫ

Икенсе бөтә донъя һуғышы бөтөү менән коммунистар, аяуһыҙ граждандар һуғышын башлап, грек хөкүмәтенә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Баш күтәреүселәр, ауылдарҙы йөрөп сығып, унда йәшәүселәрҙе үҙҙәренә ҡушылырға мәжбүр итә ине. Коммунистар беҙҙең ауылға бәреп килеп ингәс, өс йәш Йәһүә шаһитын — Адоньос Цукаристы, Илиасты һәм мине урлап алып киттеләр. Беҙ мәсихселәр икәнебеҙҙе һәм сәйәсәттә ҡатнашмауыбыҙҙы әйтеп бирҙек. Ләкин улар барыбер беҙҙе үҙҙәре менән ауылыбыҙҙан 12 сәғәтлек юл алыҫлығында урынлашҡан Олимп тауына барырға мәжбүр итте.

Күп тә үтмәҫтән, баш күтәреүселәрҙең командиры беҙгә партизан отрядына ҡушылырға бойорҙо. Беҙ, ысын мәсихселәр ҡулына һуғыш ҡоралы алмай, тип аңлатып бирҙек. Был һүҙҙәр командирҙы бик асыуландырҙы, һәм ул беҙҙе елтерәтеп генералға алып китте. Беҙ генералға шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлағас, ул: «Улай булғас, ишәк егеп, яралы һуғышсыны госпиталгә алып барығыҙ», — тине.

«Ә әгәр беҙҙе хөкүмәт ғәскәрҙәре тотоп алһа? Улар беҙҙе лә һуғышта ҡатнаша тип уйламаҫмы?» — тигән яуап ҡайтарҙыҡ. «Улайһа, фронт һыҙығына икмәк илтегеҙ», — тине ул. Беҙ бирешмәйенсә: «Әгәр һуғыш етәкселәренән берәйһе, беҙҙе ишәк менән күреп ҡалып, фронтҡа һуғыш ҡоралдары алып барырға ҡушһа?» — тинек. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, ниһайәт, генерал: «Һеҙгә һарыҡ көтөргә ярайҙыр бит! Тауҙарҙа тороп ҡалып, көтөүгә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ», — тип әйтте.

Был эш намыҫыбыҙға ҡаршы килмәгәнгә, беҙ ризалаштыҡ. Ил һаман да граждандар һуғышы менән солғап алынған ине. Бер йыл үткәс, иң оло ул булараҡ, Илиасҡа ул ваҡытҡа инде тол ҡалған әсәйебеҙ хаҡында ҡайғыртыу өсөн өйгә ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Адоньос ауырып китте, шуға уны ла иреккә сығарҙылар. Мин иһә тотҡонлоҡта тороп ҡалдым.

Ул арала хөкүмәт ғәскәрҙәре әүҙем рәүештә һөжүм итә башланы. Баш күтәреүселәр, мине үҙҙәре менән алып, тауҙар аша күрше Албанияға ҡасырға булды. Ил сигенә барып еттек тигәндә, ҡапыл беҙҙе хөкүмәт һалдаттары ҡамап алды. Баш күтәреүселәр ҡурҡыштарынан төрлө яҡҡа ҡасып китте, ә мин ҡолаған ағас артына йәшендем. Тап шул саҡта башта әйтеп кителгән осраҡ булды ла инде.

Мин һалдаттарға коммунистарҙа тотҡонлоҡта булғанымды әйттем, һәм улар, артабанғы яҙмышымды хәл итер өсөн, мине хәрби лагерға алып килделәр. Был лагерь Изге Яҙмала иҫкә алынған боронғо ҡала Вериянан алыҫ түгел ине. Бында миңә окоптар ҡаҙырға бойороҡ бирелде. Был эштән баш тартҡанға, мине тотҡондар ултырған ҡурҡыныс Макронисос утрауына һөргөнгә ебәрҙеләр.

ДӘҺШӘТЛЕ УТРАУ

Макронисос утрауы Аттика яры буйында Афина ҡалаһынан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, үҫемлектәр үҫмәгән, ҡояш эҫеһендә янған ҡаялы утрау ине. Уның оҙонлоғо 13 километр, ә иң киң урыны 2,5 километрға етә. Әммә 1947—1958 йылдарҙа кеше аяғы баҫмаған был утрауға, дөйөм алғанда, 100 000 тотҡон ебәрелгән. Улар араһында әүҙем рәүештә коммунистар эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән һәм бындай эштә ҡатнаша тип иҫәпләнгән кешеләр, Ҡаршылыҡ хәрәкәтенең элекке көрәшселәре һәм шулай уҡ күп кенә тоғро Йәһүә шаһиттары бар ине.

1949 йылдың башында мине был утрауға алып килгәндә, тотҡондар төркөмдәргә бүленгән ине һәм төрлө лагерҙарға ҡарай ине. Мине режим бик үк ҡаты булмаған лагерға урынлаштырҙылар. Унда инде бер нисә йөҙ тотҡон бар ине. Яҡынса 40 кеше ун кеше өсөн тәғәйенләнгән брезент палаткала иҙәндә йоҡлай ине. Беҙ һаҫыған һыу эсә һәм күбеһенсә яҫмыҡ (чечевица) менән баклажан ашай инек. Бер туҡтауһыҙ өргән ел һәм осҡан саң тормошобоҙҙо түҙеп торғоһоҙ итә ине. Ләкин беҙгә, исмаһам, башҡа тотҡондар кеүек, көндәр буйы бер урындан икенсе урынға ауыр таштар ташырға кәрәк булманы. Бындай йыртҡыстарса яза бахыр кешеләрҙең физик һәм күңел һаулығын ҡаҡшата ине.

Макронисос утрауына һөргөнгә ебәрелгән башҡа Шаһиттар менән

Бер көндө яр буйында йөрөп ятҡанда, мин икенсе лагерҙан бер нисә Йәһүә шаһитын осраттым. Был осрашыу беҙҙе шул тиклем ҡыуандырҙы! Бик ҙур һаҡлыҡ менән беҙ мөмкинлек сыҡҡан һайын күрешергә тырыштыҡ. Беҙ шулай уҡ ипләп кенә башҡа тотҡондарға вәғәзләнек. Һуңғараҡ уларҙың ҡайһы берҙәре Йәһүә шаһиты булып китте. Бер-беребеҙ менән аралашыу, вәғәзләү һәм ысын күңелдән доға ҡылыу беҙҙе рухи яҡтан нығытты.

«ДӨРЛӘП ЯНҒАН УТЛЫ МЕЙЕСКӘ» ЫРҒЫТТЫЛАР

Ун ай буйы «яңынан тәрбиәләгәндән» һуң, миңә хәрби кейем кейҙерергә ҡарар иттеләр. Баш тартҡанға, мине лагерь начальнигына алып киттеләр. Уға: «Мин Мәсихтең һуғышсыһы булырға теләйем», — тип яҙылған ҡағыҙ бирҙем. Ул янай башланы, ә аҙаҡ мине үҙенең урынбаҫарына — тулыһынса рухани кейеменә кейенгән Грек православие сиркәүенең архиепископына алып барырға ҡушты. Ул миңә һорауҙар бирә башланы. Мин ҡыйыу рәүештә Изге Яҙмаға нигеҙләнеп яуаптар бирҙем. Шул саҡ, асыуы ҡабарып, ул: «Был фанатикты алып китегеҙ!» — тип аҡырып ебәрҙе.

Икенсе көндө иртән миңә тағын хәрби кейем кейергә ҡуштылар. Баш тартҡас, һаҡсылар мине йоҙроҡ һәм ағас суҡмар менән туҡмай башланы. Шунан һуң улар мине, һөйәктөре һынмаған микән тип, лагерь медпунктына һөйрәп алып киттеләр. Аҙаҡ мине кире палаткаға алып килделәр. Бындай хәл көн һайын ике ай буйы ҡабатланды.

Иманымдан баш тартырға теләмәгәнгә, ярһыған һаҡсылар икенсе ысул ҡулланырға булды. Ҡулдарымды артҡа бәйләп, улар көслө асыу менән табандарыма бау менән һуға башланы. Сыҙай алмаҫлыҡ ауыртыу кисергәндә, Ғайсаның бындай һүҙҙәре иҫемә төштө: «Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә... һеҙ бәхетле. Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр» (Матф. 5:11, 12). Был язалауҙың аҙағы булмаҫ кеүек тойолдо, һәм шунда мин иҫемде юғалттым.

Мин икмәк тә, һыу ҙа, юрған да булмаған боҙ кеүек һыуыҡ камерала аңыма килдем. Шулай ҙа мин тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек һиҙҙем. Филиптарға 4:7-лә: «Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар», — тиелгән. Мин быны үҙем татыным. Икенсе көндө бер игелекле һаҡсы миңә икмәк һәм һыу бирҙе, шулай уҡ шинель килтерҙе. Ә икенсе бер һаҡсы үҙенең паегы менән бүлеште. Ошо һәм башҡа шундай осраҡтарҙан Йәһүәнең үҙем тураһында наҙлы итеп ҡайғыртыуын күрҙем.

Лагерҙың начальниктары мине, төҙәлмәҫ фетнәсе тип һанап, хәрби суд алдына баҫтырыр өсөн, Афинаға ебәрҙе. Мине Макронисостан көнсығышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта ятҡан Ярос утрауына өс йылға төрмәгә ултыртырға хөкөм иттеләр.

«ҺЕҘГӘ ЫШАНЫП БУЛА»

Ярос утрауындағы төрмә ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән ҙур ҡәлғәнән ғибәрәт ине. Унда 5 000-дән артығыраҡ сәйәси тотҡон ултыра ине. Улар араһында беҙ ҙә — ете Йәһүә шаһиты булдыҡ. Беҙ, мәсихселәр булараҡ нейтралитет һаҡлағанға, төрмәгә эләккәйнек. Ҡәтғи тыйыуға ҡарамаҫтан, беҙ, Изге Яҙманы өйрәнер өсөн, йәшерен генә бергә йыйыла торғайныҡ. Хатта даими рәүештә «Күҙәтеү манараһы»н ала инек. Беҙ уларҙы, ҡулдан күсереп яҙып, һуңынан өйрәнә торғайныҡ.

Бер көндө шулай йәшерен генә өйрәнеп ултырғанда, беҙҙе төрмә һаҡсыһы күреп ҡалды. Ул беҙҙең әҙәбиәтте тартып алды һәм төрмә начальнигының урынбаҫарына алып китте. Беҙҙең төрмәлә ултырыу ваҡытын оҙайтырҙарына бер ҙә шикләнмәй инек. Ләкин бының урынына ошондай һүҙҙәр ишеттек: «Беҙ һеҙҙең кем икәнегеҙҙе беләбеҙ һәм позицияғыҙҙы хөрмәт итәбеҙ. Һеҙгә ышанып була икәнен дә беләбеҙ. Барығыҙ эшләгеҙ». Ул хатта ҡайһы берҙәребеҙгә еңелерәк эш бирҙе. Йөрәктәребеҙ рәхмәт хисе менән тулды. Төрмәлә лә беҙ, тоғролоҡ һаҡлап, Алланы данлай алдыҡ.

Беҙҙең сыҙамлыҡ башҡа яҡшы емештәр ҙә бирҙе. Тотҡондар араһында математика буйынса профессор ҙа бар ине. Үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙҙы күреп, ул беҙҙең менән ышаныуҙарыбыҙ тураһында һөйләшергә булды. 1951 йылдың башында уны беҙҙең менән бергә иреккә сығарҙылар. Аҙағыраҡ ул, һыуға сумдырылып, тулы ваҡытлы вәғәзсе булып китте.

МӘСИХТЕҢ ҺУҒЫШСЫҺЫ БУЛЫП ҠАЛАМ

Ҡатыным Джанетт менән

Азат ителгәс, мин Карицаға туғандарым янына ҡайттым. Бер аҙҙан мин, күпселек ватандаштарым кеүек, Мельбурнға (Австралия) күсеп киттем. Унда мин Джанетт исемле бер иҫ киткес мәсихсе апай-ҡәрҙәш менән таныштым. Беҙ өйләнештек һәм хәҡиҡәттә бер ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек.

Мин инде хәҙер 90-дан уҙҙым, әммә һаман да өлкән булып хеҙмәт итәм. Элекке туҡмалыуҙар үҙҙәре тураһында белдерә: ҡайһы саҡта, айырыуса вәғәзләп ҡайтҡандан һуң, бөтә тәнем һәм табандарым һыҙлай. Ә шулай ҙа мин барыбер артабан да Мәсихтең һуғышсыһы булырға теләйем (2 Тим. 2:3).