Һеҙ белә инегеҙме?
Шәкерт Стефан судта нисек тыныс булып ҡала алған?
СТЕФАН Юғары кәңәшмәнең 71 хөкөмсөһө алдында тора. Израилдәр араһында иң ҙур йоғонто яһаған был кешеләр уға нәфрәт менән ҡарай. Уларҙы иң баш рухани Каиафа саҡырып алған. Бынан бер нисә ай алдараҡ Каиафа Ғайса Мәсихте үлемгә хөкөм иткән судта рәйеслек иткән (Матф. 26:57, 59; Ғәм. 6:8—12). Дошмандар бер-бер артлы Стефанға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биргәндә, бөтәһе лә Стефандың «йөҙө фәрештәнеке кеүек» булғанын күреп ҡала (Ғәм. 6:13—15).
Стефан шундай ҡурҡыныс хәлдә нисек тыныс һәм борсолоуһыҙ булып ҡала алған? Ҡулға алынып Юғары кәңәшмәгә килтерелгәнгә тиклем ул ҡеүәтле изге рух ярҙамында ашҡынып Аллаға хеҙмәт иткән булған (Ғәм. 6:3—7). Шул уҡ рух Стефанға судта ла тәьҫир иткән: ул уны йыуатҡан һәм кәрәкле фекерҙәрҙе иҫенә төшөргән (Яхъя 14:16). Ғәмәлдәр китабының 7-се бүлегендә Стефандың үҙен ҡыйыулыҡ менән яҡлағанда әйткән һүҙҙәре килтерелә. Алланың изге рухы ярҙамы менән ул Еврей Яҙмаларынан яҡынса 20 өҙөктө иҫенә төшөргән (Яхъя 14:26). Ә илаһи күренештә Алланың уң яғында торған Ғайсаны күреү уның иманын бик нығытҡан (Ғәм. 7:54—56, 59, 60).
Берәй ҡасан беҙ ҙә янауҙар һәм эҙәрләүҙәргә дусар булырға мөмкин (Яхъя 15:20). Изге Яҙманы даими өйрәнһәк һәм ашҡынып вәғәзләһәк, беҙгә Йәһүәнең изге рухы тәьҫир итәсәк. Шул саҡта беҙҙең дә эҙәрләүҙәр ваҡытында ныҡ һәм тыныс булып ҡалырға көсөбөҙ булыр (1 Пет. 4:12—14).