Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?

Изге Яҙма тормошомдо нисек яҡшырта ала?

Изге Яҙма тормошомдо нисек яҡшырта ала?

Изге Яҙма ябай ғына китап түгел. Унда Барлыҡҡа килтереүсенең кәңәштәре яҙылған (2 Тимофейға 3:16). Ундағы хәбәр беҙгә бик ныҡ тәьҫир итә ала. Изге Яҙмала: «Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле», — тип әйтелә (Еврейҙарға 4:12). Эйе, Алла Һүҙе беҙҙең тормошто үҙгәртә алырҙай көскә эйә. Ул беҙгә көндәлек тормошобоҙ өсөн кәңәштәр бирә, шулай уҡ Алла һәм уның вәғәҙәләре менән таныштыра (1 Тимофейға 4:8; Яҡуб 4:8).

Бөгөн үк тормошобоҙҙо яҡшырта. Изге Яҙма беҙгә төрлө яҡтан ярҙам итә ала. Унда бындай өлкәләргә ҡағылышлы ғәмәли кәңәштәр бар:

  • ғаилә ағзалары һәм башҡа кешеләр менән мөнәсәбәттәр (Ефестарға 4:31, 32; 5:22, 25, 28, 33);

  • эмоциональ һәм физик һаулыҡ (Зәбур 37:8; Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22);

  • әхлаҡи ҡиммәттәр (1 Коринфтарға 6:9, 10);

  • үҙеңде һәм ғаиләңде тәьмин итеү (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:4; 28:19; Ефестарға 4:28).

Азиялағы бер йәш ғаилә Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙең ни тиклем ҡиммәтле булыуына үҙ тәжрибәһендә инанған. Яңы өйләнешкән күп кенә парҙарға кеүек, уларға ла башта бер-береһенә эйәләшергә һәм асыҡ аралашырға өйрәнергә ауыр булған. Әммә улар Изге Яҙманан уҡығандарын ҡуллана башлаған. Һөҙөмтәһе ниндәй булған? Ғаилә башы Висент былай ти: «Изге Яҙманан белгәндәрем миңә никахтағы ауырлыҡтарҙы яратыу менән еңергә ярҙам итте. Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәү ғаиләбеҙҙе нығытты». Ҡатыны Анналу ире менән ризалаша: «Беҙгә шулай уҡ Изге Яҙманан Алла хеҙмәтселәре тураһында уҡыу бик ярҙам итте. Хәҙер мин никахта үҙемде бәхетле тоям һәм маҡсаттарыбыҙ менән ҡәнәғәтмен».

Алла менән танышырға ярҙам итә. Висент былай тип өҫтәй: «Изге Яҙманы уҡып, мин үҙемде Йәһүәгә * элеккегә ҡарағанда яҡыныраҡ хис итәм». Висенттың һүҙҙәре бер мөһим яҡҡа иғтибар итә: Изге Яҙма һеҙгә Алла менән танышырға ярҙам итә ала. Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ундағы файҙалы кәңәштәрҙе тормошоғоҙҙа ҡулланыуҙан тыш, уның Авторы менән дә дуҫлаша алырһығыҙ. Һеҙ шулай уҡ Алланың беҙгә иҫ киткес киләсәк — «ысын тормош» вәғәҙә иткәнен белерһегеҙ (1 Тимофейға 6:19). Ул мәңгелек тормош буласаҡ. Бүтән бер китапта ла ундай хәбәр юҡ.

Изге Яҙманы даими рәүештә уҡыһағыҙ, һеҙ ҙә шундай уҡ фатихалар урырһығыҙ: тормошоғоҙҙо яҡшыртырһығыҙ һәм Алла менән танышырһығыҙ. Әммә Изге Яҙманы уҡығанда, һеҙҙең һорауҙар тыуыуы ихтимал. Шул саҡта 2000 йыл элек йәшәгән хәбәш кешеһен иҫкә төшөрөгөҙ. Уның Изге Яҙманан уҡығандары буйынса байтаҡ ҡына һорауҙары булған. Бер ваҡыт унан, уҡығаныңды аңлайһыңмы, тип һорағандар, һәм ул: «Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде», — тип яуап биргән *. Шунан һуң ул Изге Яҙманы аңлата алған Ғайсаның Филипп исемле бер шәкертенең ярҙамын теләп ҡабул иткән (Ғәмәлдәр 8:30, 31, 34). Һеҙ ҙә Изге Яҙма тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, ошо брошюрала килтерелгән адрестарҙың береһенә яҙығыҙ. Һеҙ шулай уҡ Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итә йәиһә яҡындағы Батшалыҡ залына килә алаһығыҙ. Һеҙ бөгөн үк Изге Яҙманы уҡый башлап, уға тормошоғоҙҙо яҡшыртырға юл ҡуя алаһығыҙ.

«Изге Яҙма ысынлап та Алланан бирелгән китапмы?» тигән ҡыҫҡа видеояҙманы ҡарап, һеҙ ни өсөн Изге Яҙмаға тулыһынса ышанып була икәненә үҙегеҙ инана алаһығыҙ.

^ 10 абз. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә — Алланың исеме.

^ 11 абз. Ошо брошюралағы «Дөрөҫ аңламауҙың ҡурҡынысы ниндәй?» тигән мәҡәләне лә ҡарағыҙ.