БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИҢ ЯҠШЫ БҮЛӘК
Иң яҡшы бүләк һайлағанда
Иң яҡшы бүләкте һайлау еңел түгел. Сөнки ахыр сиктә бүләк яҡшымы, юҡмы икәнен уны ҡабул итеүсе билдәләй. Бынан тыш, бер кешегә оҡшаған бүләк башҡа кешегә оҡшамаҫҡа ла мөмкин.
Мәҫәлән, үҫмер, иң аҙаҡҡы булып сыҡҡан электрон яйланманы камил бүләк, тип һанарға мөмкин. Оло кеше әллә ни ҡиммәтле булмаған, әммә йылы хистәр тыуҙырған бүләкте, мәҫәлән, ғаилә ҡомартҡыһын ҡәҙерләр. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә йәштәр өсөн дә, ололар өсөн дә аҡса — яҡшы бүләк булып иҫәпләнә, сөнки ул саҡта бүләк ҡабул итеүсе аҡсаны нимәгә тотонорға икәнен үҙе хәл итә.
Яраҡлы бүләкте һайлау еңел булмаһа ла, күптәр, ғәзиз кешеһен ҡыуандырыр өсөн, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй, уны эҙләп табырға тырыша. Әйҙәгеҙ, уңышҡа ирешергә ярҙам иткән дүрт факторҙы ҡарап сығайыҡ.
Кеше нимә алырға теләр ине? Белфаст ҡалаһында (Төньяҡ Ирландия) йәшәүсе бер ир: «Ун йәштәр самаһы булғанда, миңә спорт велосипеды бүләк иттеләр. Ул үҙ ғүмеремдәге иң шәп бүләк булды, сөнки мин тап шундай велосипед хаҡында хыяллана инем», — тип һөйләй. Тимәк, кешенең теләктәрен иҫәпкә алһаҡ, ул бүләкте нығыраҡ ҡәҙерләр. Һеҙ кем өсөн бүләк һайлайһығыҙ? Уның өсөн нимә мөһим? Мәҫәлән, оло йәштәге күп кенә кешеләр балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән ваҡыт үткәрергә ярата һәм уларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ күрергә теләй. Шуға күрә өләсәйҙәр һәм олатайҙар өсөн ғаилә ағзалары менән бергә отпуск үткәреү иң ҡәҙерле бүләк булып тора.
Кешенең теләктәрен белер өсөн, уны иғтибар менән тыңларға кәрәк. Инжил беҙгә «тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй» булырға кәңәш итә (Яҡуб 1:19). Туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда, иғтибар менән тыңлап, уларға нимә оҡшай икәнен күрергә тырышығыҙ. Шул саҡта яҡшы бүләк һайлап, уларҙы ҡыуандыра алырһығыҙ.
Кеше нимәгә мохтаж? Файҙалы һәм кәрәкле булһа, ябай ғына бүләк тә кешенең күңеленә хуш килә. Әммә кеше нимәгә мохтаж икәнен нисек билдәләргә?
Бер ҡарағанда, иң ябай юл — кешенең үҙенән һорау. Әммә ул саҡта был бүләк сюрприз булмаҫ. Бынан тыш, ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренә оҡшаған йә оҡшамаған нәмәләр тураһында иркен әйтә алһа ла, ғәҙәттә, ихтыяждары хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтмәй.
Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ һәм кешеләрҙең шарттарын күҙәтегеҙ. Уға нисә йәш, никахтамы, айырылғанмы, әллә тол ҡалғанмы? Эшләйме йәиһә пенсияламы? Был һеҙгә уға кәрәкле бүләк һайларға ярҙам итер.
Бынан тыш, оҡшаш шарттарҙағы кеше менән һөйләшеп була. Улар башҡалар белмәгән мәғлүмәт менән бүлешергә мөмкин. Был ысындан да кәрәкле бүләк һайларға ярҙам итер.
Бүләкте ҡасан бирергә? «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ шундай яҡшы!» — тиелә Изге Яҙмала (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:23). Был шиғырҙан ваҡытында әйтелгән һүҙ ҙур көскә эйә булыуын күрәбеҙ. Был эштәргә лә ҡағыла. Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙҙәр кешене ҡанатландырып ебәргән кеүек, үҙ ваҡытында йә берәй ваҡиға уңайынан бирелгән бүләк кешегә күп шатлыҡ килтерә ала.
Туй, мәктәпте тамамлау, баланың тыуыуы — был бүләк бирер өсөн сәбәптәрҙең бер нисәһе генә. Ҡайһы берәүҙәр киләһе йылда буласаҡ ваҡиғаларҙың исемлеген төҙөй. Бының ярҙамында улар алдан уҡ яҡшы бүләк әҙерләй ала *.
Әлбиттә, байрамдарҙа ғына бүләк биреү менән сикләнергә кәрәкмәй. Бүләк биреү башҡа ваҡытта ла шатлыҡ килтерә. Әммә шуны ла әйтергә кәрәк: әгәр ир-егет ҡатын-ҡыҙға бер ниндәй сәбәпһеҙ бүләк бирһә, ҡатын-ҡыҙ был ир-егет уның менән яҡыныраҡ танышырға теләй тигән һөҙөмтәгә килергә мөмкин. Ир-егет быны бер ниндәй ниәтһеҙ эшләгән булһа ла, был проблемаларға һәм аңлашылмаусанлыҡтарға килтерергә мөмкин. Тимәк, бүләк бирергә мине нимә этәрә, тигән һорауға ла яуап биреү мөһим.
Мине бүләк бирергә нимә этәрә? Шулай итеп, бүләк алыусы беҙҙең ниәттәребеҙҙе дөрөҫ аңламаҫҡа мөмкин. Икенсе яҡтан, бүләк биреүсе үҙенә, мине бүләк бирергә нимә дәртләндерә, тигән һорау бирергә тейеш. Күп кеше, ихлас теләктән бүләк итәм, тип уйлай, ысынында иһә йылдың билдәле көндәрендә генә бүләк бирә, сөнки бөтә кеше лә шулай эшләй. Ә ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәре лә бүләк алырға өмөтләнеп йә ярамһаҡланып, ниҙер бүләк итә.
Бүләк бирергә этәргән ниәттәрҙе нисек тикшерә алабыҙ? Инжилдә: «Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ», — тиелә (1 Коринфтарға 16:14). Һеҙҙе бүләк бирергә яратыу һәм ысын күңелдән ҡайғыртыу этәрһә, бүләгегеҙ кешене, һис шикһеҙ, ҡыуандырыр, ә йомартлығығыҙ үҙегеҙгә шатлыҡ килтерер. Ысын күңелдән биреү күктәге Атайыбыҙҙы һөйөндөрә. Илсе Павел боронғо Коринфта йәшәгән мәсихселәрҙе йомарт булыуҙары һәм Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ҡулын һуҙғандары өсөн маҡтаған. Ул былай тигән: «Алла шатланып биргән кешене ярата» (2 Коринфтарға 9:7).
Өҫтә ҡарап сығылған һорауҙарҙы иҫәпкә алһаҡ, беҙ кешене шатландыра алған бүләк бирә алырбыҙ. Әммә бар бүләктәрҙән дә айырылып
торған бер бүләк бар. Был Алланың бүләге. Был бүләкте әҙерләгәндә, ул теләктәребеҙҙе, ихтыяждарыбыҙҙы иҫәпкә алған һәм быны, иң изге ниәттәрҙән сығып, үҙ ваҡытында эшләгән. Был бөйөк бүләк хаҡында һеҙ киләһе мәҡәләнән белерһегеҙ.^ 13 абз. Күп кенә кешеләр тыуған көн йә башҡа байрамға арналған бүләктәр бирә. Әммә ул байрамдарҙың күбеһе Изге Яҙма өйрәткәндәренә ҡаршы килә. Ошо брошюралағы «Уҡыусыларыбыҙ ҡыҙыҡһына. Раштыуа байрамы мәсихселәр өсөн?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.