Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла тураһындағы белем һеҙгә ниндәй файҙа килтерә ала?

Алла тураһындағы белем һеҙгә ниндәй файҙа килтерә ала?

Шулай итеп беҙ, «Алла кем ул?» тигән һорауға яуап табыр өсөн, уның исеме Йәһүә һәм уның төп сифаты мөхәббәт икәнен асыҡланыҡ. Шулай уҡ беҙ уның кешеләр хаҡына нимә эшләгәнен һәм киләсәктә нимә эшләйәсәген белдек. Изге Яҙма Алла тураһында тағы ла күберәкте аса. Һеҙ бәлки: «Был белемдәрҙән ни файҙа?» — тип һорарһығыҙ.

Изге Яҙмала: «Уны [Йәһүәне] эҙләһәң, табырһың», — тигә вәғәҙә бар (1 Йылъяҙма 28:9). Әгәр һеҙ Алла тураһында белем алыуығыҙҙы дауам итһәгеҙ, «уның менән яҡын дуҫлыҡҡа эйә» булырһығыҙ (Зәбур 25:14). Бындай дуҫлыҡ тормошоғоҙға нисек тәьҫир итә?

Ысын бәхет. Йәһүә — бәхетле Алла (1 Тимофейға 1:11). Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр булдырһаҡ һәм уның әмерҙәре буйынса эш итһәк, беҙ бәхетлерәк булабыҙ. Был фекер йөрөтөүебеҙгә, эмоциональ һәм физик хәлебеҙгә файҙалы (Зәбур 33:12). Шулай итеп беҙ, насар ғәҙәттәрҙән арынып, файҙалы ғәҙәттәргә эйә булырбыҙ, шулай уҡ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерә алырбыҙ. Быларҙың барыһын да үҙегеҙ кисереп, мәҙхиә йырлаусы менән ризалашырһығыҙ: «Аллаға яҡынлашыу — минең өсөн фатиха» (Зәбур 73:28).

Шәхси иғтибар һәм ҡайғыртыу. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә: «Кәңәш биреп, һине күҙәтермен», — тигән вәғәҙә бирә (Зәбур 32:8). Был һүҙҙәр, Йәһүә һәр хеҙмәтсеһе тураһында ҡайғырта һәм уларҙың ихтыяждарын иҫәпкә ала икәнен күрһәтә (Зәбур 139:1, 2). Йәһүәне яҡыныраҡ белеп, ул һәр ваҡытта ла ярҙамға килергә әҙер булған ысын дуҫ икәненә инанырһығыҙ.

Иҫ киткес киләсәк. Бөгөн үк бәхетле һәм ҡәнәғәтлек килтергән тормош алып барыуҙан тыш, Йәһүә Алла һеҙгә шулай уҡ ғәжәп киләсәккә эйә булырға мөмкинлек бирә (Ишағыя 48:17, 18). Инжилдә: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош», — тиелә (Яхъя 17:3). Был аыуыр ваҡыттарҙа, Алла биргән өмөт «беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь» кеүек булып тора (Еврейҙарға 6:19).

Алла тураһында артабан да белем алыр өсөн һәм уның менән шәхси мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн башҡа сәбәптәр ҙә бар. Өҫтәмә мәғлүмәт алыр өсөн, берәй Йәһүә шаһиты менән һөйләшегеҙ йә jw.org сайтына инегеҙ.