Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла Батшалығы яҡлы булығыҙ!

Алла Батшалығы яҡлы булығыҙ!

Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ йәшәгән ергә һәләкәтле ел-дауыл яҡынлаша. Телевидение аша: «ҠАСЫҒЫҘ БЫНАН! ЫШЫҠ УРЫН ЭҘЛӘГЕҘ!» — тип иҫкәртәләр, ти. Нисек эш итеү аҡыллы булыр? Һыйыныу урыны эҙләргә кәрәк.

Беҙгә лә емергес «ел-дауыл» яҡынлашып килә. Ғайса уны «ҙур афәт» тип атаған (Матфей 24:21). Унан ҡасып ҡына ҡотолоп булмай. «Ҙур афәт» ваҡытында иҫән ҡалыр өсөн, беҙгә бөгөн үк саралар күрергә кәрәк. Ниндәй?

Тауҙағы вәғәзендә Ғайса бындай күрһәтмә биргән: «Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ» (Матфей 6:33). Быны нисек эшләп була?

Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, Алла Батшалығы беҙҙең өсөн иң мөһиме булырға тейеш (Матфей 6:25, 32, 33). Ни өсөн шулай? Сөнки кешеләр донъялағы проблемаларҙы хәл итә алмай. Быны Алла Батшалығы ғына башҡара ала.

Уның хаҡлығын эҙләгеҙ. Беҙ Алланың тәҡүә закондары һәм принциптары буйынса йәшәр өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейеш. Ни өсөн? Әгәр нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙебеҙ хәл итәбеҙ икән, һөҙөмтәлә уңышһыҙ булырбыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:25). Икенсе яҡтан, Алланың нормалары буйынса йәшәһәк, уның хуплауын алырбыҙ, был үҙебеҙгә лә фатихалар килтерер (Ишағыя 48:17, 18).

Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ. Ғайса, аҡса хәүефһеҙлек бирә, тип фекер йөрөткән кешеләр булыр, тип киҫәткән. Ул шулай уҡ, башҡалар көндәлек мәшәҡәттәренә сиктән тыш күп ваҡыт һәм көс сарыф итер, ә Алла Батшалығын эҙләүгә ваҡыты ҡалмаҫ, тигән (Матфей 6:19—21, 25—32).

Шулай ҙа Ғайса, Алла Батшалығы яғында булған кешеләр хәҙер ҙә бар кәрәклеһенә эйә булыр, киләсәктә лә мәңге фатихалар алып йәшәр, тип вәғәҙә иткән (Матфей 6:33).

Ғайсаның беренсе быуатта йәшәгән шәкерттәре Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләһә лә, Алла Батшалығының бөтә ғазаптарҙы һәм ауырлыҡтарҙы бөтөрөүен үҙ ғүмерендә күрмәгән. Әммә улар яҡланған булған. Нисек итеп?

Улар Алланың тәҡүә нормалары буйынса йәшәгән һәм был уларға Алланы тыңламай йәшәү килтергән ғазаптарҙан һаҡланырға ярҙам иткән. Батшалыҡҡа көслө иман уларға ҡаты ауырлыҡтарҙы ла еңергә ярҙам иткән. Улар кисереп сыға алһын өсөн, Алла уларға «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» биргән (2 Коринфтарға 4:7—9).

ҺЕҘ ИҢ ТӘҮҘӘ АЛЛА БАТШАЛЫҒЫН ЭҘЛӘРҺЕГЕҘМЕ?

Беренсе быуатта йәшәгән Алла хеҙмәтселәре Ғайсаның, иң тәүҙә Батшалыҡты эҙләгеҙ, тигән әмеренә ҡолаҡ һалған. Улар Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйлап вәғәзләгән (Колосстарға 1:23). Ә бөгөн был эште берәйһе башҡарамы?

Эйе, Алла Батшалығы был донъя төҙөлөшөн тиҙҙән юҡ итәсәк. Йәһүә шаһиттары был ваҡыт бик яҡын икәнен аңлай. Улар Ғайсаның ошо һүҙҙәренә ярашлы йәшәр өсөн бөтә көсөн һала: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (Матфей 24:14).

Ә һеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итерһегеҙме? Беҙ беренсе быуатта Верия тип аталған македон ҡалаһында йәшәүселәрҙән үрнәк алырға тейеш. Илсе Павелдан Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, «улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул» иткән. Улар «Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы» ентекләп өйрәнгән һәм белгәндәре буйынса эш иткән (Ғәмәлдәр 17:11, 12).

Һеҙ ҙә шулай эш итә алаһығыҙ. Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләп, һеҙ бөгөн үк яҡлау табырһығыҙ, киләсәктә лә тыныс һәм хәүефһеҙ тормошта мәңге кинәнеп йәшәрһегеҙ.