Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Йәһүәнең иҫ киткес сифаттары тураһында күберәк белегеҙ

Изге Яҙманы уҡығанда уны яҡшыраҡ аңлар өсөн тикшереү ҡоралдарын ҡулланып була. Маҡсатыбыҙ факттар йыйыуҙан ғына торорға тейеш түгел. Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерер өсөн, уның шәхесе тураһында рухи ынйылар табыу мөһим. Бының өсөн үҙегеҙҙән: «Изге Яҙмалағы ошо өҙөктән мин Йәһүә тураһында нимә белдем?» — тип һорағыҙ.

Беҙ Йәһүәнең мөхәббәтен, зирәклек, ғәҙеллек һәм көсөн нисек сағылдырғанына иғтибар итә алабыҙ. Ләкин Йәһүәнең шәхесе ошо дүрт сифат менән сикләнмәй, ул үҙ эсенә күберәкте ала. Уның башҡа иҫ киткес сифаттары тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан табырға?

«Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексында» (урыҫ) Алланың 50-нән ашау сифаты тураһында уҡып була. Индекста «Йәһүә» тигән баш исемде, ә шунан «Айырым сифаттар» («Качества по отдельности») тигән өҫтәмә исемде асығыҙ. Изге Яҙманы уҡығанда һеҙ, моғайын, Алланың берәй сифатына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Уны һайлағыҙ һәм ентекләп тикшерегеҙ. (Әгәр һеҙҙең телдә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» булһа, «Йәһүә Алла» тигән баш исемде, ә шунан «Сифаттар» тигән өҫтәмә исемде асығыҙ.)