Дуҫлыҡҡа ҡурҡыныс янағанда
Джанни менән Мауриционың дуҫлығы инде 50 йыл самаһы дауам итә. Әммә бер ваҡыт уларҙың дуҫлығы саҡ өҙөлмәгән. Маурицио былай тип аңлата: «Тормошомдоң ауыр осоронда мин бер нисә етди хата яһаным. Бының арҡаһында беҙ бер-беребеҙҙән алыҫлаштыҡ». Джанни былай тип өҫтәй: «Маурицио минең менән Изге Яҙманы өйрәнде. Ул минең рухи нәсихәтсем булды. Шуның өсөн ул ҡылған эште башыма һыйҙыра алманым. Бынан һуң дуҫлаша алмауыбыҙҙы аңлағас, күңелемдә бушлыҡ тойҙом. Мин үҙемде хыянат кисергән кеүек хис иттем».
НЫҠЛЫ дуҫлыҡ — ысын хазина, ул уйламағанда ғына тыумай. Дуҫлыҡҡа ҡурҡыныс янаһа, уны нисек һаҡлап ҡалырға? Беҙ, Изге Яҙмала иҫкә алынған тоғро дуҫтарҙың шундай хәлдә нисек эш иткәне хаҡында уҡып, күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ.
ДУҪ ХАТА ЯҺАҒАНДА
Дауыттың — көтөүсе булған сағында ла, батша булып идара иткәнендә лә — һәр саҡ тоғро дуҫтары булған. Бәлки, һеҙ шунда уҡ Йонафанды иҫкә төшөрөрһөгөҙ (1 Сам. 18:1). Ләкин Дауыттың башҡа дуҫтары ла булған, мәҫәлән, Натан пәйғәмбәр. Изге Яҙмала уларҙың дуҫлығы ҡасан башланғаны хаҡында әйтелмәгән. Әммә бер ваҡыт Дауыт дуҫҡа ғына ышанып һөйләй торған хәбәрҙе Натан менән уртаҡлашҡан. Дауыт Йәһүәгә йорт төҙөргә бик теләгән. Батша өсөн Йәһүәнең рухы тәьҫирендә эш иткән дуҫы Натандың фекере, һис шикһеҙ, мөһим булған (2 Сам. 7:2, 3).
Әммә бер хәл уларҙың дуҫлығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Дауыт батша Битсәбиә менән зина ҡылған, ә шунан уның ире Урияның һәләк булыуын ойошторған (2 Сам. 11:2—21). Күп йылдар Дауыт Йәһүәгә тоғро була һәм ғәҙел эш итә. Һәм бына ул ауыр гонаһ ҡыла! Был яҡшы батша менән нимә булған һуң? Ул тәртибенең ни тиклем насар икәнен аңламағанмы ни? Әллә ул, гонаһымды Алланан йәшерә алам, тип уйлағанмы?
Натан нимә эшләр? Батша менән икенсе берәү һөйләшер, тип уйлармы? Урияның һәләк булыуында Дауыт ғәйепле икәнен башҡалар ҙа белгән бит. Натанға, был эшкә ҡыҫылып, батша менән оҙаҡ йылдар дауам иткән дуҫлығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға кәрәкме икән? Унан да бигерәк, батша менән асыҡтан-асыҡ һөйләшһә, ул үҙ ғүмерен юғалтырға мөмкин. Дауыттың бойороғо буйынса бер ниҙә лә ғәйепле булмаған кеше үлтерелде бит.
Әммә Натан Алланың вәкиле булған. Натан шуны белгән: әгәр ул бер ни ҙә өндәшмәһә, Дауыт менән дуҫлығы инде бер ҡасан да элекке кеүек булмаҫ, ә уның үҙен выжданы ғазаплар. Дауыт Аллаға һис тә оҡшамаған юл менән барған. Батшаға Йәһүәгә кире ҡайтырға ярҙам кәрәк булған һәм быны Натан кеүек тоғро дуҫ эшләй алған. Дауыт менән һөйләшеүен ул элекке көтөүсенең йөрәгенә үтеп инерлек миҫалдан башлаған. Натандың Алла хәбәрен шундай ысул менән еткереүе батшаға үҙенең гонаһы ни тиклем етди икәнен аңларға ярҙам иткән, һәм был батшаны үкенергә дәртләндергән (2 Сам. 12:1—14).
Әйтәйек, һеҙ дуҫығыҙҙың етди хата йәки ауыр гонаһ эшләгәнен белеп ҡалдығыҙ, ти. Һеҙ, уны фаш итһәм, дуҫлығыбыҙ өҙөлөр, тип уйлай алаһығыҙ. Йәки, рухи яҡтан ярҙам итә алған өлкәндәргә барыһын да һөйләһәм, ошаҡсы кеүек булырмын, тип уйлауығыҙ ихтимал. Бындай осраҡта һеҙ ни эшләрһегеҙ?
Юғарыла иҫкә алынған Джанни бына нимә ти: «Мин Маурицио менән нимәлер булғанын аңланым. Ул элекке кеүек минең менән асыҡ булманы. Миңә ныҡ ҡыйын булһа ла, уның менән һөйләшергә ҡарар иттем. „Ул былай ҙа барыһын белә, — тип уйланым. — Тағы нимә әйтәйем? Ул бит ҡыҙып китергә мөмкин“. Әммә мин беҙҙең бергә өйрәнгәндәребеҙҙең барыһын хәтеремә төшөрҙөм, һәм был миңә уның менән һөйләшер өсөн тәүәккәллек өҫтәне. Мин ярҙамға мохтаж булған саҡта Маурицио һәр ваҡыт шулай эшләй торғайны. Мин дуҫымды юғалтырға теләмәнем, ә уның хаҡында борсолғанға ярҙам итергә теләнем».
Маурицио былай тип әйтә: «Джанни, минең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, дөрөҫ эш итте. Минең дөрөҫ булмаған эштәремдең һөҙөмтәһендә Йәһүәнең дә, уның да ғәйебе юҡ икәнен аңланым. Мин өлкәндәр биргән кәңәште ҡабул иттем һәм яйлап рухи яҡтан нығындым».
ДУҪ БӘЛӘГӘ ЭЛӘККӘНДӘ
Дауыт һынауҙарҙа шулай уҡ үҙенә тоғро булған кешеләр менән дә яҡын аралашҡан. Шуларҙың береһе — Хушай. Изге Яҙмала ул «Дауыттың дуҫы» тип аталған (2 Сам. 16:16; 1 Йыл. 27:33). Күрәһең, ул батшаның вәзире һәм ҡайһы саҡта серле эштәрен башҡарған иптәше булған.
Дауыттың улы Әбессәләм тәхетте яулап алғас, күп израилдәр был фетнәсе яғына баҫҡан, ләкин Хушай батша менән ҡалған. Дауытҡа ҡасырға тура килгәндә, Хушай уның артынан эйәргән. Улының һәм ышанған кешеләренең хыянат итеүе Дауытҡа түҙә алмаҫлыҡ әрнеү килтергән. Әммә Хушай, заговорҙы емерә торған планды үтәп, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер булған. Ул быны бурыслы булғанға түгел, ә батшаның тоғро дуҫы булғанға эшләгән (2 Сам. 15:13—17, 32—37; 16:15—17:16).
Йыйылыштағы вазифаларға ҡарамаҫтан, ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәрҙе бурыс тойғоһонан да көслөрәк булған ысын дуҫлыҡ берләштереүен күреү бик шатлыҡлы. Улар эштәре менән, асылда, былай тиҙәр: «Мәсихселәр шулай
эшләргә тейеш булғанға ғына түгел, ә һин минең өсөн ысынлап та ҡәҙерле булғанға, мин — һинең дуҫың».Федерико исемле ағай-ҡәрҙәш быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Ул яҡын дуҫы Антонио ярҙамында ауыр көндәрҙе кисереп сыға алған. Федерико былай тип иҫенә төшөрә: «Антонио беҙҙең йыйылышҡа күскәс, беҙ уның менән дуҫлаштыҡ. Беҙ икебеҙ ҙә хеҙмәт ярҙамсыһы инек, һәм беҙгә йыйылышта бергә хеҙмәт итеү бик оҡшай ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, уны өлкән итеп билдәләнеләр. Антонио минең өсөн дуҫ ҡына түгел, ә рухи яҡтан үрнәк булып торҙо». Әммә бер ваҡыт Федерико абынған. Шунда уҡ өлкәндәрҙән ярҙам һораһа ла, ул бүтән пионер һәм хеҙмәт ярҙамсыһы вазифаларын башҡара алмаған. Антонио үҙен нисек тотҡан?
Федерико былай тип уртаҡлаша: «Антонионың минең өсөн ҡайғырыуын күрҙем. Ул миңә эмоциональ яҡтан ярҙам итергә тырышты. Ул һәр саҡ янымда булды һәм минең рухи яҡтан нығыныуымды бик теләне. Ул мине бирешмәҫкә һәм алға барырға дәртләндерҙе». «Мин Федерико менән күберәк ваҡыт үткәрә башланым, — тип һөйләй Антонио. — Мин уның күңелендәге бар нәмәне, хатта әрнеүен дә минең менән асыҡ итеп бүлешеүен теләнем». Бәхеткә күрә, ваҡыт уҙыу менән Федерико Алла менән мөнәсәбәттәрен яҡшыртҡан, шунан һуң яңынан пионер һәм хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләнгән. «Хәҙер беҙ төрлө йыйылыштарҙа хеҙмәт итәбеҙ, шулай ҙа дуҫлығыбыҙ тағы ла көсәйҙе», — тип әйтә Антонио.
ҺЕҘ ХЫЯНАТТЫ ҒӘФҮ ИТЕРҺЕГЕҘМЕ?
Дуҫығыҙҙың ярҙамына бик мохтаж сағығыҙҙа ул һеҙҙән ситләшһә, һеҙ нимә хис итер инегеҙ? Хыянаттан тыш, башҡа бер нәмә лә улай ныҡ яраламайҙыр. Һеҙ, дуҫығыҙҙы кисереп, уға ҡарата йылы хистәр һаҡлап ҡала алыр инегеҙме?
Ғайса Мәсихтең үлеме алдынан нимә булғаны хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Ул тоғро илселәре менән күп ваҡыт үткәргән, уларҙы ныҡлы дуҫлыҡ бәйләгән. Ғайса уларҙы хаҡлы рәүештә Яхъя 15:15). Әммә ул ҡулға алынғанда нимә булған? Илселәре уны ҡалдырған. Петр, бер ҡасан да хужама хыянат итмәйәсәкмен, тиһә лә, шул уҡ төндә Ғайсанан ваз кискән (Матф. 26:31—33, 56, 69—75).
дуҫтар тип атай алған (Ғайса һуңғы һынауы ваҡытында бер үҙе ҡаласағын белгән. Шулай ҙа уға бик ауыр булған. Һәм ул йән әрнеүе кисергән. Әммә, терелтелгәндән һуң бер нисә көн үткәс, Ғайсаның үҙ шәкерттәре менән һөйләшеүе уның йөрәгендә үпкәләү, әрнеү һәм өмөт өҙөлөүҙең эҙе лә ҡалмағанын күрһәткән. Ғайса үҙ шәкерттәренең хаталарын һанарға һәм хыянаттарын иҫтә тоторға теләмәгән.
Ғайса Петрға һәм башҡа шәкерттәренә һаман да ышаныуын белдергән. Ул уларға белем биреү буйынса кешелек тарихындағы иң бөйөк эштә ҡатнашырға ҡушҡан һәм был эште нисек башҡарырға икәнен аңлатҡан. Ғайса үҙ илселәренә дуҫтарына ҡарағандай ҡарауын дауам иткән. Уның мөхәббәте уларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Илселәр башҡа бер ҡасан да үҙ Хужаһының күңелен һүрелдермәҫкә тырышҡан. Улар Ғайса ҡалдырған йөкләмәне уңышлы башҡарып сыҡҡан (Ғәм. 1:8; Кол. 1:23).
Эльвира исемле апай-ҡәрҙәш әхирәте Джулиана менән араларында нимә булғанын былай тип иҫенә төшөрә: «Ул минең бер ҡылығым уны ни тиклем ныҡ рәнйеткәне хаҡында әйткәс, мин үҙемде бик насар тойҙом. Ул миңә асыуланғайны һәм уның быға хаҡы бар ине. Әммә уның беренсе сиратта минең өсөн ҡайғырыуы һәм ҡылығымдың эҙемтәләре хаҡында уйлауы мине бик ғәжәпләндерҙе. Уның үҙ хистәре тураһында түгел, ә минең үҙемә ниндәй зыян килтереүем хаҡында уйлағанына мин шул тиклем шатмын. Минең именлегемде үҙ хистәренән өҫтөнөрәк ҡуйған әхирәтем өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтлемен».
Шулай итеп, дуҫлыҡҡа ҡурҡыныс янаһа, ысын дуҫ нимә эшләр? Ул игелекле итеп, әммә кәрәк саҡта асыҡтан-асыҡ һөйләшер. Ул бәләгә тарыған дуҫына тоғро ҡалған Натан һәм Хушай кеүек, шулай уҡ кисерергә әҙер булған Ғайса һымаҡ эш итер. Ә һеҙ шундай дуҫмы?