40-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
Йәһүә китек күңеллеләрҙе һауыҡтыра
«Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, йәрәхәттәрҙе бәйләй» (ЗӘБ. 146:3 [147:3, ЯДТ]).
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәр хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. Был мәҡәләлә беҙ Алланың ҡайғы кисергәндәрҙе нисек йыуатҡанын һәм беҙгә башҡаларҙы йыуатырға нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ.
1. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә нисек ҡарай?
ЙӘҺҮӘ үҙ хеҙмәтселәренә бик иғтибарлы. Ул беҙҙең бөтә шатлыҡтарыбыҙҙы һәм ҡайғыларыбыҙҙы белә (Зәб. 36:18 [37:18, ЯДТ]). Ҡайғы кисереүебеҙгә ҡарамаҫтан уға хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итһәк, ул быны күреп, беҙҙең менән ғорурлана. Беҙ ҡайғырғанда, ул беҙҙе яңғыҙ ҡалдырмай, һәр ваҡыт нығытып, йыуатып тора.
2. Йәһүә китек күңеллеләр өсөн нимә эшләй һәм был ярҙамды нисек алып була?
2 Зәбур 146:3-тә [147:3, ЯДТ]: «Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, йәрәхәттәрҙе бәйләй», — тип әйтелә. Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йәһүә эмоциональ яҡтан ҡаҡшағандарға ярҙам итергә бик теләй. Ләкин был ярҙамды нисек алып була? Әйҙәгеҙ, бер миҫал өҫтөндә уйланайыҡ. Кеше йәрәхәтләнһә, табипҡа бара. Ләкин һауығыр өсөн уға табиптың әйткән кәңәштәрен тоторға кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең Изге Яҙмала беҙҙең өсөн ниндәй «рецепт» яҙып ҡуйғанын ҡарап сығырбыҙ һәм йән тыныслығына эйә булыр өсөн нимә эшләп булғанын күрербеҙ.
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ҠӘҘЕРЛӘГӘНЕНӘ ЫШАНДЫРА
3. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә башҡаларҙың яратыуына ышаныуы ауыр?
3 Беҙ мөхәббәтһеҙ донъяла йәшәйбеҙ. Күптәр үҙҙәрен бер кемгә лә кәрәкһеҙ итеп тоя. Хе́лен a ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин яратыуҙың нимә икәнен белмәй үҫтем. Минең атайым яуыз кеше булды һәм көн дә миңә, һин эшкинмәгән, тип әйтеп торҙо». Бәлки, һеҙҙең менән дә шулай уҡ мөғәмәлә иткәндәрҙер, һәр ваҡыт тәнҡитләгәндәрҙер һәм, һеҙ булдыҡһыҙ кеше, тип ышандырырға тырышҡандарҙыр. Шуға күрә һеҙгә башҡаларҙың яратыуына ышаныуы ауыр булырға мөмкин, һәм был ғәжәп түгел.
4. Зәбур 33:19-ҙа Йәһүә беҙҙе нимәгә ышандыра?
4 Кешеләр һеҙгә нисек кенә ҡарамаһын, Йәһүә һеҙҙе ярата һәм ҡәҙерләй. Ул «күңеле китек булғандарға яҡын». (Зәбур 33:19-ҙы уҡығыҙ [34:18, ЯДТ].) Онотмағыҙ, Йәһүә һеҙҙең яҡшы яҡтарығыҙҙы күргән, шуға үҙенә йәлеп иткән (Яхъя 6:44). Ул һеҙҙе бик ҡәҙерләй һәм һәр ваҡыт һеҙгә ярҙам итергә әҙер.
5. Ғайса кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткән һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?
5 Ғайсаның миҫалына иғтибар итеп, беҙ Йәһүәнең хистәре тураһында күпте белә алабыҙ. Ерҙә хеҙмәт иткәндә Ғайса башҡалар һанға һуҡмаған кешеләргә игелек һәм ҡыҙғаныу күрһәткән (Матф. 9:9—12). Бер тапҡыр Ғайса янына ҡаты сирҙән интеккән бер ҡатын килгән һәм, һауығырға өмөтләнеп, йәшерен генә уның кейеменә ҡағылған. Ғайса уны йыуатҡан һәм иманы өсөн маҡтаған (Марк 5:25—34). Ғайса атаһының өлгөһөн камил рәүештә сағылдырған (Яхъя 14:9). Шуға күрә бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙе ҡәҙерләй һәм бөтә яҡшы сифаттарығыҙҙы, шул иҫәптән иманығыҙҙы һәм уға ҡарата мөхәббәтегеҙҙе күрә.
6. Үҙен түбән баһалаған кешеләргә нимә эшләргә?
6 Һеҙ үҙегеҙҙе эшкинмәгән итеп тойһағыҙ, нимә эшләргә? Изге Яҙманан Йәһүәнең һеҙҙе яратыуына ышандырған аяттарҙы уҡығыҙ һәм улар өҫтөндә уйланығыҙ (Зәб. 93:19 [94:19, ЯДТ]) b. Үҙегеҙгә берәй маҡсат ҡуйһағыҙ һәм уға өлгәшә алмаһағыҙ йә башҡалар кеүек күпте эшләй алмаһағыҙ, үҙегеҙҙе әрләмәгеҙ. Йәһүә бит көсөгөҙҙән килмәгәнде талап итмәй (Зәб. 102:13,14 [103:13, 14, ЯДТ]). Һеҙ үткәндә эмоциональ йә физик көсләүгә дусар булһағыҙ, онотмағыҙ, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ. Бер кем менән дә улай мөғәмәлә итергә ярамай! Яуызлыҡ ҡылған кеше Алла алдында үҙ эштәре өсөн яуап тотасаҡ (1 Пет. 3:12). Бала саҡта ҡаты мөғәмәләгә дусар булған Сандра былай ти: «Мин Йәһүәнән үҙемә ҡарата дөрөҫ ҡараш һаҡларға һәм ул күргәнде күрергә ярҙам итеүен һорайым».
7. Кисергәндәребеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә нисек ярҙам итә?
7 Йәһүә, һеҙ файҙаһыҙ, тип бер ҡасан да уйламай. Ул һеҙҙе үҙенең хеҙмәттәше булырға саҡырған һәм һөйөнөслө хәбәрҙе ышанып тапшырған (1 Кәр. 3:9). Тормош ауырлыҡтары аша үтеп, һеҙ хәҙер башҡаларҙы яҡшыраҡ аңлай алаһығыҙ һәм уларҙың хәленә инә алаһығыҙ. Юғарыла иҫкә алынған Хелен Йәһүәнән һәм йыйылыштан ярҙам алған, хәҙер ул үҙе башҡаларҙы нығыта ала. Ул былай тип бүлешә: «Мин үҙемде булдыҡһыҙ тип һанай инем һәм минән бер ниндәй файҙа юҡ тип уйлай инем. Әммә Йәһүәнең ярҙамы менән мин башҡаларҙың яратыуын тоям һәм үҙемде кәрәкле итеп хис итәм». Хәҙер Хелен даими пионер булып хеҙмәт итә.
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ҮҘ КИСЕРЕҮЕНӘ ЫШАНДЫРА
8. Ишағыя 1:18-ҙә яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?
8 Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре элек йә хатта һыуға сумдырылғандан һуң ҡылған гонаһтары арҡаһында ғазаплана. Ләкин Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата — ул беҙҙең өсөн хатта йолом түләгән. Ул был бүләкте ҡабул итеүебеҙҙе теләй. Йәһүә беҙҙе: «Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ c», — тип саҡыра. Эйе, уның менән мөнәсәбәттәребеҙҙе яйға һалһаҡ, ул элек ҡылған гонаһтарыбыҙҙы бер ҡасан да иҫенә төшөрмәйәсәк. (Ишағыя 1:18-ҙе уҡығыҙ.) Ул уларҙы онота, ә уның өсөн эшләгән бөтә яҡшы эштәребеҙҙе иҫендә тота. Беҙ Йәһүәгә бының өсөн бик рәхмәтле (Зәб. 102:9,12 [103:9, 12, ЯДТ]; Евр. 6:10).
9. Ни өсөн иғтибарҙы үткәндәргә түгел, ә бөгөнгө көндәргә һәм киләсәккә тупларға кәрәк?
9 Әгәр һеҙ үткәндә ҡылған хаталарығыҙ арҡаһында үкенһәгеҙ, иғтибарығыҙҙы уларға түгел, ә бөгөнгө һәм киләсәктә буласаҡ нәмәләргә туплағыҙ. Илсе Пауыл тап шулай эш иткән дә. Ул мәсихселәрҙе бик ҡаты эҙәрләгән һәм бының өсөн ғүмер буйы үҙен интектерә алған. Ләкин Йәһүәнең уны кисергәнен ул яҡшы белгән (1 Тим. 1:12—15). Пауыл элекке хаталары һәм йәһүд динендәге ҡаҙаныштары тураһында уйламаған, ул был уйҙарҙан арынған (Флп. 3:4—8, 13—15). Ул бөтә көсөн һалып Йәһүәгә хеҙмәт иткән һәм киләсәккә тулы ышаныс менән ҡараған. Пауыл кеүек һеҙ ҙә үткәндәрҙе үҙгәртә алмайһығыҙ, ләкин хәҙерге шарттарҙа Йәһүәне һөйөндөрөп һәм данлап, ул вәғәҙә иткән киләсәккә өмөтләнә алаһығыҙ.
10. Беҙ кемделер рәнйетһәк, нимә эшләргә?
10 Бәлки, һеҙ элек берәйһен рәнйеткәнегеҙ өсөн үкенәһегеҙҙер. Шул саҡта нимә эшләп була? Хәлде төҙәтергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, эскерһеҙ ғәфү үтенегеҙ (2 Кәр. 7:11). Йәһүәгә, минең арҡала ғазап сиккәндәрҙе йыуат, тип доға ҡылығыҙ. Йәһүә уларға ла, һеҙгә лә йән тыныслығы табырға һәм уға хеҙмәтте дауам итергә ярҙам итәсәк.
11. Юныс пәйғәмбәрҙең миҫалынан нимәгә өйрәнергә була? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
11 Хаталарығыҙҙан һабаҡ алығыҙ һәм Йәһүә ихтыярын үтәүҙә ҡатнашығыҙ. Юныс пәйғәмбәрҙең миҫалына иғтибар итәйек. Алла уға Ниневияға барырға ҡушҡан, ә тегеһе бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡасып киткән. Йәһүә Юнысҡа хатаһын танырға һәм дөрөҫ һөҙөмтәләр яһарға ярҙам иткән (Юныс 1:1—4, 15—17; 2:7—10). Йәһүә үҙ пәйғәмбәренә ҡул һелтәмәгән. Ул уға тағы бер мөмкинлек биргән. Йәһүә уға яңынан Ниневияға барырға ҡушҡан, һәм тегеһе шунда уҡ ризалашҡан. Юныс үҙ хатаһына үкенһә лә, кире хистәргә бирелеп ултырмаған, ә Йәһүәнең яңы йөкләмәһен үтәргә әҙер булған (Юныс 3:1—3).
ЙӘҺҮӘ, ИЗГЕ РУХЫН БИРЕП, БЕҘҘЕ ЙЫУАТА
12. Фажиғәле ваҡиғалар ваҡытында Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә? (Филипиҙарға 4:6, 7).
12 Тормошобоҙҙа фажиғәле хәлдәр булғанда, Йәһүә, беҙгә изге рухын биреп, беҙҙе йыуата. Ро́н менән Кэ́ролдың тормошонда бына ниндәй хәл булған. Уларҙың ҙурайған улдары үҙенә ҡул һалған. Улар былай тип һөйләй: «Тормошобоҙҙа төрлө тетрәндергес хәлдәр булды, ләкин быныһы иң ауыры ине. Беҙ йыш ҡына йоҡлай алманыҡ һәм төнө буйы доға ҡылдыҡ. Беҙ Йәһүәнең Филипиҙарға 4:6, 7-лә (уҡығыҙ) әйтелгән именлеген тойҙоҡ». Әгәр тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ҡурҡыныс хәлдәр булһа, Йәһүәгә үҙ хистәрегеҙ тураһында асыҡ һөйләргә оялмағыҙ. Хатта күп һәм йыш доға ҡылырға тура килһә лә, ул һеҙҙе тыңлаясаҡ (Зәб. 85:3; 87:2 [86:3; 88:1, ЯДТ]). Йәһүәнән изге рух һорағыҙ. Ул уны һеҙгә мотлаҡ бирәсәк (Лука 11:9—13).
13. Изге рух нисек беҙгә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә ярҙам итә? (Эфестарға 3:16).
13 Ауыр һынауҙар беҙҙе ҡаҡшата ала. Был һеҙгә танышмы? Йәһүәгә артабан да тоғро хеҙмәт итер өсөн изге рух һеҙҙе нығыта ала. (Эфестарға 3:16-ны уҡығыҙ.) Бына Фло́раның тормошонда нимә булған. Ул ире менән миссионер булып хеҙмәт иткән. Иренең уға хыянат итеүен белгәс, ул уның менән айырылышҡан. Флора былай тип һөйләй: «Иремдең миңә хыянат итеүе шул тиклем ныҡ ауыртыу килтерҙе, мин башҡа бер нәмә тураһында ла уйлай алманым. Был хәлдән мин бер ҡасан да сыға алмаҫмын тип уйланым. Мин изге рух һорап доға ҡылдым. Йәһүә мине ҡотҡарҙы һәм яраларымды бәйләп ҡуйҙы». Хәҙер Флора тағы ла күберәк Йәһүәгә таяна. Ул уның менән һәр төрлө һынауҙы йырып сыға алыуына бер ҙә шикләнмәй. Ул былай тип дауам итә: «Зәбур 118:32-лә [119:32, ЯДТ]: „Һин бойорған юлдан йүгерәмен, йөрәгемә төшөнөү бирәһең“ тигән һүҙҙәр минең хистәремде һүрәтләй» (Зәбур 118:32 [119:32, ЯДТ]).
14. Күберәк изге рух алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
14 Йәһүәнән изге рух һорағандан һуң артабан нимә эшләргә? Уны тағы ла күберәк алырға ярҙам иткән эштәр менән мәшғүл булығыҙ. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгөҙ һәм вәғәзләгеҙ. Көн дә Алла Һүҙен уҡып, башығыҙҙы Алланың уйҙары менән тултырығыҙ (Флп. 4:8, 9). Изге Яҙманан һеҙ төрлө һынауҙар менән осрашҡан кешеләрҙең миҫалдары тураһында уҡый алаһығыҙ. Йәһүәнең уларға сыҙам һәм тоғро булып ҡалырға ярҙам иткәненә иғтибар итегеҙ. Юғарыла иҫкә алынған Сандра тормошонда күпте күргән. Ул былай ти: «Йософтоң миҫалы мине һәр ваҡыт рухландырып торҙо. Күп һынауҙар күрһә лә һәм ғәҙелһеҙлек менән осрашһа ла, ул Йәһүәнән ситләшмәгән» (Баш. 39:21—23).
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ҠӘРҘӘШТӘР АША ЙЫУАТА
15. Йәһүә беҙҙе ҡәрҙәштәр аша нисек нығыта һәм йыуата? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
15 Беҙгә ауыр булғанда ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙе нығыта һәм йыуата ала (Кол. 4:11). Улар Йәһүәнең яратыуын иҫбатлай. Улар беҙҙе нисек йыуата? Беҙ һөйләгәндә, улар беҙҙе иғтибар менән тыңлай һәм беҙҙе аңларға, хәлебеҙгә инергә тырыша. Ә ҡайһы саҡта уларҙың яныбыҙҙа булыуы беҙҙе тынысландыра. Улар, Изге Яҙмалағы берәй өҙөктө d уҡып йә беҙҙең менән бергә доға ҡылып, беҙҙе рухландыра (Рим. 15:4). Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәрҙең берәйһе Йәһүәнең беҙгә нисек ҡарағанын иҫебеҙгә төшөрә, шул саҡта беҙгә еңел булып китә. Шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙ, хәлебеҙ булмағанда, беҙгә ризыҡ әҙерләп ғәмәли ярҙам күрһәтә.
16. Ярҙам алыр өсөн ҡай саҡ нимә эшләргә кәрәк?
16 Ҡай саҡ ярҙам алыр өсөн, уны һорарға кәрәк. Ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙе ярата һәм ярҙам итергә теләй (Ғиб. һүҙ. 17:17). Әммә улар беҙҙең нимә хис иткәнебеҙҙе, нимәгә мохтаж булғаныбыҙҙы белмәҫкә лә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 14:10). Күңелегеҙгә ауыр булһа, рухи яҡтан етлеккән дуҫтарығыҙға хистәрегеҙҙе асыҡ итеп белдерегеҙ. Һеҙгә ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында әйтегеҙ. Йыйылышығыҙҙа үҙегеҙ ышанған бер йәки ике аҡһаҡал менән һөйләшеп алырға була. Ҡайһы бер ҡыҙ ҡәрҙәштәр рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәштәрҙән ярҙам һорай ала.
17. Ниндәй ауырлыҡтар беҙгә йыуаныс алырға ҡамасаулай һәм уларҙы нисек еңеп сығырға?
17 Моғайын, һеҙгә ҡайһы ваҡыт шул тиклем ауырҙыр, хатта башҡалар менән аралашырға көсөгөҙ юҡтыр. Ә, бәлки, ҡәрҙәштәр һеҙҙе тулыһынса аңламайҙыр йә яңылыш урынһыҙ һүҙҙәр әйтәлер (Яҡ. 3:2). Шулай булһа ла, һеҙ уларҙан йыраҡлашмағыҙ. Йәһүә һеҙҙе улар аша йыуата ала. Гэ́вин исемле аҡһаҡал депрессиянан интегә һәм ул йыш ҡына бер кем менән дә аралашырға теләмәй. Әммә Гэвин үҙенең хистәренә бирелмәй. Ул ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрә һәм, ғәҙәттә, унан һуң ул үҙен яҡшыраҡ хис итә. Э́ми исемле ҡәрҙәш былай ти: «Үткәндәрем арҡаһында миңә кешеләргә ышаныуы ауыр. Әммә мин ҡәрҙәштәрҙе яратырға һәм уларға ышанырға өйрәнәм, сөнки Йәһүә кеүек булырға теләйем. Был уны һөйөндөрә икәнен беләм. Йәһүәне ҡыуандырғанда үҙем дә ҡыуанам».
КИЛӘСӘККӘ ӨМӨТ ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН ЙЫУАНЫС БУЛҺЫН
18. Йәһүә беҙҙең өсөн ниндәй киләсәк әҙерләгән һәм беҙгә бөгөн нимә эшләргә кәрәк?
18 Оҙаҡламай Йәһүә беҙҙе бөтә физик һәм эмоциональ ауырыуҙарҙан һауыҡтырасаҡ (Асыл. 21:3, 4). Киләсәктә бер ниндәй ҙә ауыр хәтирәләр йөрәгебеҙҙе ғазапламаясаҡ (Ишағ. 65:17). Күреүебеҙсә, Йәһүә инде бөгөн үк, хәлебеҙҙе еңеләйтер өсөн, күпте эшләй. Шуға уның яраларыбыҙҙы дауалар өсөн биргән кәңәштәрен ҡулланайыҡ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: «Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Пет. 5:7).
7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ
a Исемдәр үҙгәртелгән.
b «Йәһүә һеҙҙе ҡәҙерләй» тигән рамканы ҡарағыҙ.
c Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе яйға һалыр өсөн, тәүбә итеүебеҙҙе уға күрһәтергә кәрәк. Әгәр беҙ унан ғәфү үтенһәк һәм насар тәртибебеҙҙән арынһаҡ, ул беҙҙең тәүбә итеүебеҙҙе күрер. Етди гонаһ ҡылған булһаҡ, аҡһаҡалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк (Яҡ. 5:14, 15).
d Кәрәкле аяттарҙы «Мәсихселәр тормошо өсөн Изге Яҙманан өҙөктәр» (тат.) тигән китапта табып була. Мәҫәлән, «Борсолоу» һәм «Йыуаныс» тигән темаларҙы ҡарағыҙ.