Һеҙ белә инегеҙме?
Синагогалар ҡайҙан килеп сыҡҡан?
«СИНАГОГА» тигән һүҙ «йыйылыш» йә «бергә йыйылыу» тигән мәғәнә йөрөткән грек һүҙенән килеп сыҡҡан. «Синагога» тигән атама бик тә урынлы, сөнки боронғо замандан алып йәһүдтәр өгөт-нәсихәт алыу һәм Аллаға табыныу өсөн синагогаларҙа йыйылған. Еврей Яҙмаларында синагогалар тураһында бер нәмә лә әйтелмәй, әммә, Грек Яҙмаларынан күренеүенсә, беренсе быуатта кешеләрҙең шундай урындарҙа йыйылыуы инде ғәҙәти булған.
Күпселек ғалимдар уйлауынса, синагогалар йәһүдтәр Вавилон әсирлегендә булған саҡта барлыҡҡа килә башлаған. «Йәһүд энциклопедияһы»нда былай тиелә: «Әсирлеккә эләккән кешеләр, Ғибәҙәтханаһыҙ ҡалғанға, сит илдә ғазаптар кисереп һәм йыуатыуға мохтажлыҡ тойоп, ваҡыт-ваҡыт, күрәһең, шәмбе көндәрендә бергә йыйылып Яҙмаларҙы уҡыған». Әсирлектән азат ителгәс, йәһүдтәр, күрәһең, бергә йыйылып доға ҡылыуын һәм Яҙмаларҙы уҡыуын дауам иткән. Улар, ҡайҙа ғына төпләнһәләр ҙә, синагогалар төҙөгән.
Шулай итеп, беҙҙең эраның беренсе быуатында синагогалар Яҡын Көнсығышта, Урта диңгеҙ ерҙәрендә һәм Израилдең үҙендә йәшәгән йәһүдтәрҙең дини һәм ижтимағи үҙәктәре булып киткән. «[Синагогалар] өйрәнеү, изге ризыҡ ҡабул итеү, судтар үткәреү, төрлө сығымдар өсөн билдәләнгән аҡсаны һаҡлау, сәйәсәт һәм йәмғиәткә бәйле осрашыуҙар үткәреү урындарына әйләнгән», — ти Иерусалимдағы Еврей университетынан профессор Ли Левин. Ул былай тип өҫтәй: «Әлбиттә, беренсе сиратта унда дини хеҙмәттәр үткәрелгән». Шуға күрә Ғайса Мәсихтең синагогаға йыш йөрөүе һис тә ғәжәп түгел (Марк 1:21; 6:2; Лука 4:16). Унда Ғайса кешеләрҙе өйрәткән һәм рухландырған. Мәсихселәр йыйылышы барлыҡҡа килгәс, илсе Павел, Ғайса кеүек, йыш ҡына синагогаларҙа вәғәзләгән. Рухи һорауҙар менән ҡыҙыҡһынған кешеләр, ғәҙәттә, синагогаға йөрөгән, шунлыҡтан, берәй ҡалаға ингәс, Павел тәүҙә синагогаға барған һәм шунда вәғәзләгән (Ғәм. 17:1, 2; 18:4).