КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Ғинуар 2017

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2017 йылдың 27 февраленән алып 2 апреленә тиклем ҡараласаҡ.

Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған

Сит илдә хеҙмәт иткән күп апай-ҡәрҙәштәр тәүҙә күсеп китергә баҙнат итмәгән. Уларға батырсылыҡ итергә нимә ярҙам иткән? Сит илдә хеҙмәт итеп, улар нимәгә өйрәнгән?

«Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл»

Йәһүәгә беҙҙең урынға хәлебеҙҙән килмәгән эштәрҙе башҡарыу шатлыҡ килтерә. Әммә ул беҙҙең дә тырышлыҡ һалыуыбыҙҙы көтә. 2017 йылдың йыллыҡ шиғыры был йәһәттән беҙгә нисек ярҙам итә?

Ихтыяр иркегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ

Ихтыяр ирке нимә ул, һәм Изге Яҙмала уның тураһында нимә әйтелә? Башҡаларҙың ихтыяр иркен хөрмәт итеүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

Ни өсөн тыйнаҡ булыу мөһим?

Нимә ул тыйнаҡлыҡ? Ул баҫалҡылыҡ менән нисек бәйле? Ни өсөн тыйнаҡлыҡты үҫтереү мөһим?

Һәр ваҡыт тыйнаҡ булып ҡалығыҙ

Тормош шарттарыбыҙ үҙгәргәндә, башҡалар беҙҙе тәнҡитләгәндә йә маҡтағанда һәм киләсәк билдәһеҙ булғанда нисек тыйнаҡ булып ҡалырға?

Тоғро ағай-ҡәрҙәштәргә ҙурыраҡ яуаплылыҡ тапшырығыҙ

Олораҡ ағай-ҡәрҙәштәр йәшерәктәргә үҙ өҫтөнә ҙурыраҡ яуаплылыҡ алырға нисек ярҙам итә ала? Йәштәр күп йылдар буйына яуаплы вазифалар үтәгән ағай-ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләүен нисек күрһәтә ала?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо заманда утты бер урындан икенсе урынға нисек күсереп йөрөткәндәр?