Ихтыяр иркегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ
«Раббы Рухы булған ерҙә — азатлыҡ» (2 КОР. 3:17).
ЙЫРҘАР: 31, 32
1, 2. а) Төрлө кешеләр ихтыяр ирке тураһында нимә уйлай? б) Изге Яҙмала һайлау ирке тураһында нимә әйтелә, һәм беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
«БЕР ни хаҡында ла уйлағым килмәй. Нимә эшләргә кәрәклеген әйт тә ҡуй. Миңә шулай еңелерәк». Был һүҙҙәрҙе ҡарар ҡабул итергә тейеш булған бер ҡатын дуҫына әйткән. Барлыҡҡа килтереүсенән бүләк итеп бирелгән ихтыяр иркен ҡулланыу урынына, ул башҡаларҙың үҙе өсөн һайлау яһауын теләгән. Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Һеҙгә ҡарарҙар ҡабул итеү оҡшаймы йә башҡаларҙың үҙегеҙ өсөн һайлау яһауын яҡшыраҡ күрәһегеҙме? Һеҙҙеңсә, ихтыяр ирке нимә ул?
2 Кешеләр был хаҡта быуаттар буйы бәхәсләшә. Кемдер, ихтыяр ирке тигән төшөнсә юҡ, сөнки Алла һәр кешенең яҙмышын маңлайына яҙып ҡуйған, ти. Ә ҡайһы берәүҙәр, тулыһынса азат булған хәлдә генә беҙ ысын ихтыяр иркенә эйә була алабыҙ, тип уйлай. Әммә был һорауҙы асыҡлар өсөн, беҙгә Алла Һүҙенә — Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни өсөн? Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙе ихтыяр ирке, йәғни аңлы рәүештә һайлау яһау һәләте менән барлыҡҡа килтергән. (Ешуа 24:15-те уҡығыҙ *.) Изге Яҙмала шулай уҡ бындай һорауҙарға яуап бар: ихтыяр иркен нисек ҡулланырға? Ул нимә менәндер сикләнәме? Һайлау иркен ҡулланғанда, беҙ Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? Башҡаларҙың ҡарарҙарын хөрмәт итеүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?
БЕҘ ЙӘҺҮӘНӘН ҺӘМ ҒАЙСАНАН НИМӘГӘ ӨЙРӘНӘБЕҘ
3. Йәһүә, үҙенең азатлығын ҡулланып, беҙгә ниндәй өлгө күрһәтә?
3 Йәһүә генә тулы азатлыҡҡа эйә, һәм уның был азатлыҡты нисек ҡулланыуы беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә. Мәҫәлән, ул Израиль халҡын уның исемен йөрәтөргә һәм «махсус милке» булырға тейешле халыҡ итеп һайлаған (Ҡан. 7:6—8). Был осраҡлы һайлау булмаған. Йәһүә быуаттар элек үҙенең дуҫы Ибраһимға биргән вәғәҙәһен үтәгән (Баш. 22:15—18). Бынан тыш, Йәһүә, азатлығын ҡулланғанда, һәр ваҡыт яратыу һәм ғәҙеллек сағылдыра. Был уның израилдәрҙе нисек төҙәткәненән яҡшы күренә. Израилдәр ҡат-ҡат хаҡ ғибәҙәтте ҡалдырған, әммә улар ысын күңелдән тәүбә иткәндә, Йәһүә уларға теләп яратыу һәм шәфҡәт күрһәткән. Осия 14:4-тә Йәһүәнең бындай һүҙҙәре яҙылған: «Мин уларҙы һауыҡтырырмын, улар бүтән тоғролоҡһоҙ булмаҫ. Мин уларҙы ысын күңелдән яратырмын, сөнки уларға инде асыуланмайым». Алла үҙенең азатлығын башҡаларҙың файҙаһына ҡуллана. Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы өлгө!
4, 5. а) Кем беренсе булып ихтыяр иркенә эйә булған, һәм ул уны нисек ҡулланған? б) Һәр беребеҙ үҙенә ниндәй һорау бирергә тейеш?
4 Йәһүә ижади эштәрен башлағанда, яратыу уны аҡыллы заттарға ихтыяр ирке бүләк итергә дәртләндергән. Был бүләкте алған беренсе зат Йәһүәнең үҙенә бик ныҡ оҡшаған берҙән-бер Улы булған (Яхъя 14:9). Әле ергә килгәнсе үк, Ғайса Мәсих, Атаһына тоғро булыуҙы һайлап, Шайтандың фетнәһенә ҡушылмаған. Һуңыраҡ, ерҙә булғанда, Ғайса, үҙенең ихтыяр иркен ҡулланып, Алланың төп Дошманының ҡотҡоларын кире ҡаҡҡан (Матф. 4:10). Үҙенең үлеме алдынан ҡайнар доға ҡылғанда, Ғайса тағы ла Алланың ихтыярын үтәргә теләк белдергән. Ул былай тигән: «Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!» (Лука 22:42). Әйҙәгеҙ, Ғайсанан өлгө алып, ихтыяр иркебеҙҙе Йәһүәне данлар өсөн һәм уның ихтыярын үтәр өсөн ҡулланайыҡ! Әммә беҙ шулай эш итә алабыҙмы?
5 Эйе, беҙ Ғайса ҡалдырған өлгө буйынса эш итә алабыҙ, сөнки беҙ ҙә Аллаға оҡшаш итеп яратылғанбыҙ (Баш. 1:26). Әммә беҙ, Йәһүә кеүек, тулы азатлыҡҡа эйә түгелбеҙ. Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, беҙҙең азатлығыбыҙ сикләнгән һәм беҙ Йәһүә урынлаштырған сикләүҙәрҙе иҫтә тоторға тейешбеҙ. Унан тыш, ҡатындар — ирҙәренә, ә балалар — ата-әсәләренә буйһонорға тейеш (Ефес. 5:22; 6:1). Был сикләүҙәр ихтыяр иркебеҙгә берәй нисек тәьҫир итәме? Был һорауға яуаптан беҙҙең мәңгелек киләсәгебеҙ торорға мөмкин.
ИХТЫЯР ИРКЕН ДӨРӨҪ ҠУЛЛАНЫҒЫҘ
6. Азатлығыбыҙ сикләнергә тейешлеген аңлатыр өсөн миҫал килтерегеҙ.
6 Ихтыяр ирке сикләнгән икән, уны ысын азатлыҡ тип атап буламы? Әлбиттә! Ни өсөн? Азатлығыбыҙҙың сикләнеүе беҙҙе һаҡларға мөмкин. Әйтәйек, һеҙ машинала бер ҡалаға барырға булдығыҙ, ти. Әгәр трассала бер кем дә юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәмәһә һәм һәр кем ниндәй тиҙлек менән һәм юлдың ҡайһы яғынан барырға икәнен үҙе билдәләһә, һеҙ үҙегеҙҙе хәүефһеҙ итеп тойор инегеҙме? Ай-һай... Барыһы ла ысын азатлыҡтан кинәнһен өсөн, ниндәйҙер сикләүҙәр кәрәк. Изге Яҙмала сикләүҙәрҙең ниндәй файҙа килтергәнен күрһәтеүсе миҫалдар яҙылған. Әйҙәгеҙ, уларҙы ҡарап сығайыҡ.
7. а) Ихтыяр ирке Әҙәмде Эденда йәшәгән башҡа йән эйәләренән нисек айырып торған? б) Әҙәмдең ихтыяр иркен нисек ҡулланғанын һөйләп бирегеҙ.
Баш. 2:19).
7 Беренсе кешене — Әҙәмде барлыҡҡа килтергәс, Алла уға ихтыяр ирке бүләк иткән. Бығаса ул күктә йәшәүсе рухи заттарға шундай уҡ бүләк биргән булған. Әҙәм инстинкт буйынса йәшәгән хайуандарҙан ихтыяр иркеһе менән айырылып торған. Ул ихтыяр иркен нисек дөрөҫ ҡулланған? Хайуандар кешеләргә тиклем барлыҡҡа килтерелгән булған. Ләкин Йәһүә хайуандарға атама биреү шатлығын беренсе кеше өсөн һаҡлаған. Алла, уларҙы кешегә алып килеп, «уларҙы нисек атауын ҡарарға» булған. Әҙәм хайуандарҙы күҙәткән һәм уларға тап килгән исем биргән. Ул эшен бөтөргәс, Йәһүә, ҡыҫылып, нәмәнелер үҙгәртеп тормаған. Изге Яҙмала былай тиелә: «Кеше һәр тере йән эйәһенә ниндәй атама бирһә, уның исеме шулай булды» (8. Әҙәм нисек ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланмаған, һәм был нимәгә килтергән?
8 Алла Әҙәмгә ерҙе эшкәртергә һәм уның хаҡында ҡайғыртырға бойорған. Ул беренсе кешеләргә былай тигән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ» (Баш. 1:28). Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм Алланың был бойороғон үтәр өсөн үҙенә бирелгән азатлыҡ менән ҡәнәғәт булмаған. Тыйылған емеште ашап, ул Алла урынлаштырған сикләүҙе боҙған. Әҙәм ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланмағанға, уның тоҡомдары бына инде меңәрләгән йылдар буйы ғазапланып йәшәй (Рим. 5:12). Әҙәмдең ҡарары нимәгә килтергәнен белеү беҙҙе ихтыяр иркебеҙҙе яуаплылыҡ менән ҡулланырға һәм Йәһүә урынлаштырған сиктәрҙән сыҡмаҫҡа дәртләндерергә тейеш.
9. Йәһүә израилдәргә ниндәй һайлау яһарға тәҡдим иткән, һәм улар нимәне һайлаған?
9 Кешеләр үҙенең буйһонмаусан ата-әсәһе Әҙәм менән Һауанан камилһыҙлыҡ һәм үлем мираҫ итеп алған. Ләкин кешеләр артабан да ихтыяр иркенән файҙалана алған. Был Алланың Израиль халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәненән күренә. Үҙ хеҙмәтсеһе Муса аша Йәһүә израилдәргә уның «махсус милке» булырғамы йәки был хөрмәттән баш тартырғамы икәнен һайларға тәҡдим иткән (Сығ. 19:3—6). Улар ниндәй һайлау яһаған? Израилдәр Алла исемен йөрөтәсәк халыҡ булырға һәм бының менән бәйле бөтә бурыстарҙы үтәргә теләп ризалашҡан. Улар бер тауыштан былай тигән: «Беҙ Йәһүә әйткәндәрҙең барыһын да үтәрбеҙ» (Сығ. 19:8). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт уҙыу менән улар һайлау ирке менән дөрөҫ ҡулланмай башлаған һәм Аллаға биргән вәғәҙәһен боҙған. Әйҙәгеҙ, беҙҙең өсөн киҫәтеү булып торған был миҫалды бер ҡасан да онотмайыҡ, шулай уҡ Йәһүәгә яҡынлашып һәм уның тәҡүә нормалары буйынса эш итеп ихтыяр иркебеҙҙе һәр саҡ ҡәҙерләйек (1 Кор. 10:11).
10. Ниндәй миҫалдар камил булмаған кешеләрҙең үҙ ихтыяр иркен Алланы данлар өсөн ҡуллана алыуын иҫбатлай? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
10 Еврейҙарға 11-се бүлектә Алланың 16 хеҙмәтсеһенең исеме иҫкә алына. Улар ихтыяр иркен Йәһүә урынлаштырған сиктәрҙе боҙмайынса ҡулланған. Һөҙөмтәлә улар мул итеп фатихаланған һәм киләсәккә ныҡлы өмөт тапҡан. Мәҫәлән, Нух көслө иман сағылдырған һәм, Аллаға буйһоноу юлын һайлап, кәмә төҙөгән. Бының ярҙамында ул үҙенең ғаиләһен ҡотҡарған һәм кешелек нәҫелен һаҡлап ҡалған (Евр. 11:7). Ибраһим менән Сара, Алланың күрһәтмәләренә буйһоноп, вәғәҙә ителгән ергә сығып киткән. Был оҙайлы сәйәхәт дауамында уларҙың гөрләп сәскә атҡан Ур ҡалаһына «кире ҡайтыу мөмкинлеге» булған. Ләкин улар бөтә иғтибарын Алла вәғәҙәләренең үтәләсәгенә туплаған һәм «яҡшыраҡҡа» ынтылған (Евр. 11:8, 13, 15, 16). Муса, «гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк» ҡуйып, Мысыр хазиналарынан баш тартҡан (Евр. 11:24—26). Әйҙәгеҙ, шундай тоғро хеҙмәтселәрҙең иманын өлгө итеп алып, ихтыяр иркебеҙҙе ҡәҙерләйек һәм уны Алла ихтыярын үтәр өсөн ҡулланайыҡ!
11. а) Ихтыяр ирке килтергән ҙур фатихаларҙың береһе ниндәй? б) Ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланырға һеҙҙе нимә дәртләндерә?
11 Башҡалар беҙҙең урынға ҡарарҙар ҡабул итһә, йәшәүе күпкә еңелерәк, тип тойолорға мөмкин. Әммә ул саҡта беҙ үҙебеҙҙе ихтыяр ирке килтергән бер ҙур фатиханан мәхрүм итәбеҙ. Уның хаҡында Ҡанун 30:19, 20-лә (уҡығыҙ *) әйтелгән. 19-сы шиғырҙа Алланың израилдәргә һайлау яһарға тәҡдим иткәне тураһында яҙылған. Ә 20-се шиғырҙа Йәһүәнең уларға йөрәктәрендә нимә булғанын күрһәтергә мөмкинлек биргәне хаҡында әйтелгән. Беҙ ҙә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлай алабыҙ. Беҙ Алла бүләк иткән ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланабыҙ, сөнки уны яратыуыбыҙҙы күрһәтергә һәм уға дан, хөрмәт килтерергә бик теләйбеҙ!
ИХТЫЯР ИРКЕН ДӨРӨҪ ҠУЛЛАНМАУҘАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
12. Беҙ нимәнән һаҡланырға тейеш?
12 Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ дуҫығыҙға ҡиммәтле бүләк бирҙегеҙ, ти. Әгәр уның бүләгегеҙҙе сүплеккә сығарып ташлағанын йә, унан да бигерәк, уны берәйһенә зыян килтерер өсөн ҡулланғанын белеп ҡалһағыҙ, нимә хис итер инегеҙ? Ә хәҙер, кешеләр ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланмағанда йә хатта башҡаларға яуызлыҡ ҡылғанда, Йәһүәнең нимә хис иткәне тураһында уйлап ҡарағыҙ. Эйе, Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, һуңғы көндәрҙә кешеләр «изгелекте баһалай» белмәй (2 Тим. 3:1, 2). Әйҙәгеҙ, ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланмауҙан һәр саҡ һаҡланайыҡ һәм Йәһүә биргән был ҡиммәтле бүләккә ғәҙәти нәмәгә ҡарағандай ҡарамайыҡ. Әммә быны нисек эшләргә?
13. Ихтыяр иркебеҙҙе дөрөҫ ҡулланмауҙан нисек һаҡланырға?
13 Беҙ барыбыҙ ҙа кем менән аралашырға, нимә кейергә һәм нисек күңел асырға икәнен һайларға иреклебеҙ. Әммә гонаһлы теләктәргә бирелһәк йә был донъяның әҙәпһеҙ ҡылыҡтарын һәм ҡараштарын үҙләштерһәк, беҙ иркебеҙҙе «яуызлыҡты йәшереү өсөн» файҙаланырбыҙ. (1 Петр 2:16-ны уҡығыҙ.) Иркебеҙҙе «тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау» итеп ҡулланыу урынына, беҙ «бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ» тигән киҫәтеүгә ҡолаҡ һалырға ярҙам иткән ҡарарҙар ҡабул итергә теләйбеҙ (Гал. 5:13; 1 Кор. 10:31).
14. Йәһүәгә ышаныу һәм ихтыяр ирке бер-береһе менән нисек бәйле?
14 Ихтыяр иркен дөрөҫ ҡулланмауҙан һаҡланырға тағы нимә ярҙам итер? Беҙгә, Йәһүәгә ышанып, ул урынлаштырған сиктәрҙән сыҡмаҫҡа кәрәк, сөнки улар беҙҙе яҡлап тора. Ул беҙҙе «файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе», беҙ «барырға тейешле юлдан... алып барыусы Алла» (Ишағ. 48:17). Беҙ Алла тарафынан рухландырылған бындай һүҙҙәрҙе баҫалҡылыҡ менән танырға тейеш: «Кеше үҙ юлы менән идара итә алмай. Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай» (Ирем. 10:23). Әҙәм һәм фетнәсел израилдәр эләккән тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн, үҙебеҙҙең аңлау һәләтебеҙгә таянмайыҡ. Бының урынына, бөтә йөрәгебеҙ менән Йәһүәгә таянайыҡ (Ғиб. һүҙ. 3:5).
БАШҠАЛАРҘЫҢ ИХТЫЯР ИРКЕН ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ
15. Галаттарға 6:5-тәге принципта беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар?
15 Беҙҙең ихтыяр иркебеҙ шулай уҡ башҡаларҙың ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын хөрмәт итеү менән сикләнгән. Ни өсөн? Һәр кеше ихтыяр иркенә эйә булғанға, мәсихселәр һәр ваҡыт бер үк ҡарарҙар ҡабул итер, тип көтөү дөрөҫ булмаҫ ине. Был хатта тәртип һәм ғибәҙәт кеүек өлкәләргә лә ҡағыла. Галаттарға 6:5-тә (уҡығыҙ) яҙылған принципты онотмағыҙ. Һәр мәсихсе «үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» икәнен аңлаһаҡ, беҙ башҡаларҙың үҙ ихтыяр иркен үҙҙәре теләгәнсә ҡулланыу хоҡуғын хөрмәт итербеҙ.
16, 17. а) Коринфта һайлау иркенә бәйле һорау нисек тыуған? б) Павел был һорауҙы хәл итергә нисек ярҙам иткән, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнәбеҙ?
16 Ни өсөн беҙ ҡәрҙәштәрҙең выжданға бәйле һорауҙарҙа үҙҙәре дөрөҫ тип һанағанса эш итеү хоҡуғын хөрмәт итергә тейешбеҙ? Изге Яҙманан бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Коринфтағы мәсихселәр, күрәһең, тәүҙә ялған илаһтарға бағышланып, һуңыраҡ баҙарҙа һатылған итте ашарға яраймы, юҡмы икәне хаҡында төрлө фекерҙә булған. Ҡайһы берәүҙәр: «Донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел икән, тимәк, ундай итте саф выждан менән ашап була», — тип уйлаған. Ләкин башҡалар, элек шул илаһтарға табынғанға, ундай итте ашауҙы боттарға табыныуға тиңләгән (1 Кор. 8:4, 7). Был сетерекле һорау йыйылышта бүленеш тыуҙыра алған. Павел Коринфтағы мәсихселәргә был һорауға Алланың ҡарашын үҙләштерергә нисек ярҙам иткән?
17 Беренсенән, Павел уларҙың барыһына ла ризыҡтың Аллаға яҡынайтмауын иҫтәренә төшөргән (1 Кор. 8:8). Икенсенән, ул уларҙы: «Һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын», — тип киҫәткән (1 Кор. 8:9). Ул шулай уҡ саманан тыш һиҙгер выжданлы мәсихселәргә ит ашарға ҡарар иткәндәрҙе хөкөм итмәҫкә кәңәш биргән (1 Кор. 10:25, 29, 30). Шулай итеп, ғибәҙәт менән бәйле был етди һорауҙа һәр мәсихсегә үҙ выжданы ҡушҡанса эш итергә кәрәк булған. Улайһа, беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең улай уҡ мөһим булмаған һорауҙарҙа ҡабул иткән шәхси ҡарарҙарын хөрмәт итергә тейеш түгелме? (1 Кор. 10:32, 33)
18. Ихтыяр иркен ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?
18 Йәһүә беҙгә ысын азатлыҡ килтергән ихтыяр ирке бүләк иткән (2 Кор. 3:17). Беҙ был бүләкте бик ҡәҙерләйбеҙ, сөнки ул беҙгә Йәһүәне ни тиклем яратыуыбыҙҙы сағылдырған ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Әйҙәгеҙ, артабан да ихтыяр иркебеҙҙе Алланы данлар өсөн ҡулланып һәм башҡаларҙың ҡарарҙарын хөрмәт итеп был бүләк өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтәйек.
^ 2 абз. Ешуа 24:15: «Ләкин Йәһүәгә хеҙмәт итеү күңелегеҙгә оҡшамаһа, үҙегеҙ өсөн кемгә хеҙмәт итергә икәнен бөгөн һайлағыҙ. Бөйөк йылғаның теге яғында ата-бабаларығыҙ хеҙмәт иткән илаһтарға йә үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге әмөриҙәр илаһтарына хеҙмәт итерһегеҙме — үҙегеҙ һайлағыҙ. Ә мин һәм минең йортом — беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итәсәкбеҙ».
^ 11 абз. Ҡанун 30:19, 20: «Мин бөгөн һиңә йәшәү һәм үлем, фатиха һәм ләғнәт тәҡдим иттем. Күк һәм ер һинең эштәреңә шаһит булып тора. Һин үҙең һәм тоҡомдарың йәшәй алһын өсөн, тормошто һайла. Аллаң Йәһүәне ярат, уны тыңла һәм уға тоғро бул, сөнки ул — һинең тормошоң, һәм уның ярҙамында һин Йәһүә ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡубҡа бирергә ант иткән ерҙә оҙаҡ йәшәрһең».