Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәшәргә хәл ҡалмағанда

Йәшәргә хәл ҡалмағанда

БАРЫҺЫ ла яҡшы булғанда, тормош рәхәтлек килтерә. Ләкин тормошта төҙәтә алмаҫлыҡ хәл килеп сыҡҡанда ни эшләргә?

Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Салли * көслө ел-дауыл арҡаһында бөтә мөлкәтен тиерлек юғалтҡан. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин, башҡа түҙә алмаҫмын, тағы бер аҙҙан һынырмын, тип уйланым».

Ә ҡайһы ваҡыт беҙ яҡын кешебеҙҙе юғалтабыҙ. Австралиянан Джанис былай ти: «Ике улымды ла юғалтҡас, тормошом селпәрәмә килде һәм миңә уны киҫәктәрҙән тигәндәй йыйырға тура килде. Мин Алланан былай тип ялбарҙым: „Йөрәгем башҡа түҙә алмай! Зинһар, үлергә ярҙам ит. Йоҡлап китеп, бүтән бер ҡасан да уянмаһам ине“».

Ә Дэниелға ҡатынының хыянат итеүе ҙур ҡайғы килтергән. Ул былай тип бүлешә: «Ҡатыным хыянат итеүе тураһында әйткәс, йөрәгемә бысаҡ ҡаҙалғандай булды. Мин үҙәк өҙгөс әрнеү тойҙом. Был әрнеү күңелемде бер нисә ай буйы телгеләне».

«Күҙәтеү манараһы»ның ошо сығарылышында, ни өсөн түбәндәге шарттарҙа артабан да йәшәргә кәрәк икәнен ҡарап сығырбыҙ:

Иң тәүҙә тәбиғәт афәтенән һуң йәшәргә ҡайҙан көс табырға икәнлеге тураһында һөйләшәйек.

^ Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.