Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Астрология һәм күрәҙәлек итеү киләсәкте асыҡлаймы?

Астрология һәм күрәҙәлек итеү киләсәкте асыҡлаймы?

АСТРОЛОГИЯ

Астрология — күрәҙәлектең бер төрө. Ул йондоҙҙар, ай һәм планеталар кеше тормошона ныҡ тәьҫир итә тигән фаразға нигеҙләнгән. Астрологтар әйтеүенсә, кешенең ғүмер юлы, холҡо ул тыуған мәлдә йондоҙҙарҙың күктә нисек урынлашҡан булыуына бәйле.

Астрология үҙ тамырҙарын боронғо Вавилондан алған булһа ла, ул бөгөн дә популяр булып ҡала. 2015 йылда Рәсәй буйынса үткәрелгән бер һораштырыу буйынса Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 31 проценты астрология фараздарына ышана. Астрологияны фән тип һанап буламы? Юҡ. Ни өсөн?

  • Астрологтар әйткән планеталар һәм йондоҙҙар кешегә йоғонто яһай алмай.

  • Йыш ҡына астрологтар үҙ фараздарын дөйөмләштереп әйтә, шуға ла ул фараздарҙы теләгән бер кеше үҙ шарттарына ҡарата ҡуллана ала.

  • Бөгөн астрологик иҫәпләүҙәр, планеталар Ер шары тирәләй әйләнә, тигән фаразға нигеҙләнгән. Ә ысынбарлыҡта, планеталар Ҡояш тирәләй әйләнә.

  • Төрлө астрологтарҙың бер үк кеше тураһында әйткән фараздары бер-береһенә тап килмәй.

  • Астрологтар кешеләрҙе тыуған көндәренә ҡарап 12 йондоҙлоҡҡа бүлә. Әммә ер күсәре үҙгәреп торғанға, Ҡояштың төрлө йондоҙлоҡтарҙа булған ваҡыты ла үҙгәреп тора. Шуға күрә был ваҡыт йондоҙлоҡ билгеләре менән бәйле даталарға тура килмәй.

Йондоҙлоҡҡа ҡарап кеше тураһында белеп була, тип һанайҙар. Ысынында иһә бер көндө тыуған кешеләрҙең холҡо төрлө була, һәм кешенең тыуған көнөнөң датаһы уға бер нисек тә тәьҫир итмәй. Кешеләрҙе нисек бар, шулай итеп күрәһе урынға, астрологтар кешенең тәртибен һәм холҡон билгеле бер фараздарға нигеҙләнеп һүрәтләй. Бындай фараздарға ышанып буламы ни?

КҮРӘҘӘЛЕК ИТЕҮ

Элек-электән кешеләр күрәҙәселәргә мөрәжәғәт иткән. Ҡайһы бер күрәҙәселәр хайуандарҙың йә кешеләрҙең эске ағзаларына ҡарап йәиһә әтәстең нисек ем сүпләгәнен күҙәтеп күрәҙәлек иткән. Икенселәре бағымсылыҡ итер өсөн сәй япраҡтары йә кофе орлоҡтары ҡулланған. Беҙҙең көндәрҙә иһә күрәҙәселәр таро́ кәрттәре, гәлсәр шар, уйын таштары һәм киләсәкте «күрә алған» башҡа нәмәләрҙе хуп күрә. Күрәҙәлек итеү — киләсәкте белер өсөн ышаныслы ысул тип әйтеп буламы? Һис тә юҡ. Ни өсөн? Әйҙәгеҙ, быны тикшереп сығайыҡ.

Төрлө ысулдарҙан килгән күрәҙәлектәр, бер үк осраҡҡа ҡарата әйтелһә лә, йыш ҡына бер-береһенә ҡаршы килә. Хатта бер төрлө ысулдар ҙа төрлө һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, кәрттәр менән күрәҙәлек иткән ике күрәҙәсегә бер үк һорау бирһәң, яуаптар бер үк булырға тейеш. Әммә йыш ҡына улар төрлө була.

Күрәҙәселәрҙең ысулдары һәм мотивтары күп шик тыуҙыра. Уларҙы тәнҡитләүселәр әйтеүенсә, кәрттәр һәм гәлсәр шарҙар — ни бары күҙ алдау өсөн генә. Күрәҙәсегә был әйберҙәр түгел, ә кешенең үҙ-үҙен тотошо һәм хистәренең сағылышы мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, оҫта күрәҙәсе дөйөм һорауҙар бирә һәм кешенең мимикаһына, ишараһына, һүҙҙәренә һәм башҡаға иғтибар итеп, шул кеше тураһында мәғлүмәт туплай. Шунан күрәҙәсе клиент аңғармаҫтан әйтеп ысҡындырғанды үҙе асыҡлағандай һөйләп бирә. Кешенең ышанысын яулап, ул уның күп аҡсаһын үҙләштерергә мөмкин.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

Астрология һәм күрәҙәселек кешенең киләсәге алдан билдәле тигән фаразға нигеҙләнгән. Әммә был дөрөҫмө? Изге Яҙмала, кеше нимәгә ышанырға, нисек эш итергә икәнен үҙе һайлай, һәм былар уның киләсәгенә тәьҫир итә, тип яҙылған (Ешуа 24:15).

Алланы үҙ тормошо менән ҡыуандырырға теләгән кешеләрҙең астрологтарға һәм күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итмәҫкә тағы ла бер сәбәбе бар — Алла күрәҙә итеүҙең бар төрөн дә тыя. Изге Яҙмала: «Һинең араңда күрәҙәлек итеүсе, сихырсылыҡ ҡылыусы, фал асыусы, башҡаларға әпсен менән тәьҫир итеүсе, рухтар саҡырыусыға йә бағымсыға барыусы йә үлгәндәр менән һөйләшеүсе булмаһын. Сөнки шулай эшләгән һәр кем Йәһүә a өсөн ерәнес», — тиелә (Ҡанун 18:10—12).

a Йәһүә — «бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәләнең» исеме (Зәбур 83:18).