Барлыҡҡа килтереүсе үҙенең ниәттәрен нисек белдерә?
Кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәндән бирле Аллаһы Тәғәлә улар менән фәрештәләр һәм пәйғәмбәрҙәр аша аралашҡан. Өҫтәүенә, ул кешеләргә үҙенең хәбәрҙәрен һәм вәғәҙәләрен яҙып ҡуйырға ҡушҡан. Хоҙайҙың ул вәғәҙәләре һеҙҙең тормошҡа ла ҡағыла. Ә бөгөн уның вәғәҙәләрен ҡайҙан табырға?
Аллаһы Тәғәләнең хәбәрҙәре Изге Яҙмала яҙылған (2 Тимофейға 3:16). Алла был хәбәрҙәрҙе яҙыр өсөн пәйғәмбәрҙәрҙе нисек ҡулланған? (2 Петр 1:21). Ул үҙенең фекерҙәрен пәйғәмбәрҙәрҙең зиһененә һалған, ә улар шуны яҙып ҡуйған. Миҫал килтерәйек. Әгәр директор сәркәтибенә үҙенең исеменән хат яҙырға ҡушһа, хаттың авторы сәркәтип түгел, ә директор икәнлеге ап-асыҡ. Шуның кеүек үк, Хоҙай Тәғәләнең хәбәрҙәрен кешеләр яҙһа ла, Изге Яҙманың авторы — Алла үҙе.
ХОҘАЙҘЫҢ ҺҮҘЕ КИҢ ТАРАЛҒАН
Алланың хәбәрҙәре бик мөһим, шуға күрә ул бөтә кешеләрҙең дә уларҙы уҡыуын һәм аңлауын теләй. Бөгөн уның Изге Яҙмала яҙылған «мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре» «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа» еңел аңлайышлы (Асылыш 14:6). Аллаһы Тәғәлә үҙенең Изге китабының тотошлай йәки өлөшсә 3000-дән ашыу телгә тәржемә ителеүен хәстәрләгән. Был йәһәттән уға тиң китап юҡ!