Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алиса

Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған. Төркиә

Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған. Төркиә

БЕРЕНСЕ быуатта мәсихселәр Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерер өсөн ҙур тырышлыҡ һалған (Матф. 24:14). Ҡайһы берәүҙәр хатта сит илдәргә сәйәхәт иткән. Мәҫәлән, илсе Павел үҙенең миссионер сәйәхәттәре дауамында хәҙерге ваҡытта Төркиә урынлашҡан ерҙә төплө итеп вәғәзләгән *. Унан һуң яҡынса 2 000 йыл үткәс, 2014 йылда Төркиәлә махсус вәғәз кампанияһы үткәрелде. Ул ниндәй маҡсат менән ойошторолдо? Һәм кем унда ҡатнашты?

«НИҘӘР БУЛЫП ЯТА?»

Төркиәлә 79 миллион кеше йәшәһә лә, унда 2 800 тирәһе вәғәзсе генә бар. Тимәк, бер вәғәзсегә 28 000 кеше тура килә. Шунлыҡтан урындағы ҡәрҙәштәр һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә ватандаштарына ла еткерә алмай. Махсус вәғәз кампанияһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мөмкин тиклем күберәк кешегә вәғәзләү маҡсаты менән ойошторолдо. Төрөк телен белгән яҡынса 550 вәғәзсе, төрлө илдәрҙән Төркиәгә килеп, был кампанияла урындағы ҡәрҙәштәр менән бергә ҡатнашты. Кампания ниндәй емештәр килтерҙе?

Кампания киң ҡолас алды. Стамбулдағы бер йыйылыштың вәғәзселәре былай тип яҙған: «Беҙҙе күргәс, кешеләр: „Һеҙҙең берәй ултырыш үтәме әллә? Ҡайҙа ҡарама — бөтә ерҙә Йәһүә шаһиттары!“ — тип аптырай ине». Ә Измирҙағы йыйылыштан килгән хатта бына нимә яҙылған ине: «Такси стоянкаһында эшләгән бер ир, урындағы өлкән янына килеп, бындай һорау биргән: „Ниҙәр булып ята? Һеҙ бығаса булмағандай әүҙемерәк булып киттегеҙ кеүек“». Эйе, кампания кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмаған.

Стеффен

Башҡа илдәрҙән килгән ҡәрҙәштәр бында хеҙмәт итеүҙән бик ҙур шатлыҡ кисергән. Даниянан Стеффен былай тип бүлешкән: «Көн һайын мин вәғәздә Йәһүә тураһында бер ҡасан да ишетмәгән кешеләрҙе осрата инем. Мин Йәһүә исемен иғлан итеүҙең нимә аңлатҡанын күрҙем». Ә Франциянан Жан-Давид былай тип яҙған: «Беҙ бер урамда ғына бер нисә сәғәт вәғәзләнек. Был иҫ киткес ине! Бында күпселек кеше Йәһүә шаһиттарын белмәй. Һәр ишек янында тиерлек беҙ һөйләшеү башланыҡ, видеояҙмаларыбыҙҙың береһен күрһәттек һәм әҙәбиәт ҡалдырҙыҡ».

Жан-Давид (уртала)

Ике генә аҙна эсендә 550 вәғәзсе 60 000 баҫма таратты! Кампания ысындан да киң ҡолас алды.

Вәғәзселәр тағы ла әүҙемерәк хеҙмәт итә башланы. Был кампания урындағы вәғәзселәргә көслө йоғонто яһаны. Күптәр тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашыу хаҡында уйлай башланы. Һөҙөмтәлә кампания үткәрелгәндән һуң бер йыл үтеүгә илдәге пионерҙарҙың һаны 24 процентҡа артты.

Ширин

Сит илдән килгән вәғәзселәр, кампанияла ҡатнашыу хатта өйгә ҡайтҡас та хеҙмәтемә яҡшы тәьҫир итте, тип таный. Германиянан Ширин исемле апай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Төркиәләге ҡәрҙәштәр осраҡлы вәғәздә үҙҙәрен бик иркен тоя. Миңә, оялсан кешегә, хеҙмәттең был төрө бик ауыр бирелә. Әммә махсус кампания, урындағы ҡәрҙәштәрҙең үрнәге һәм күп доғалар ярҙамында мин бығаса көсөмдән килмәгән нәмәләр эшләй алам. Мин хатта метрола вәғәзләнем һәм унда буклеттар тараттым. Хәҙер мин элекке һымаҡ оялсан түгелмен».

Иоганнес

«Был кампания миңә яҡшы һабаҡтар бирҙе, — ти Германиянан Иоганнес. — Төркиәләге ҡәрҙәштәр хәҡиҡәтте мөмкин тиклем күберәк кешегә һөйләргә бик теләй. Бының өсөн улар һәр форсаттан файҙаланырға тырыша. Германияға ҡайтҡас, мин шулай уҡ эш итергә булдым. Хәҙер мин элеккегә ҡарағанда күберәк кешегә вәғәзләйем».

Зәйнәп

«Был кампания хеҙмәтемә бик көслө йоғонто яһаны. Ул миңә ҡыйыулыҡ өҫтәне һәм Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ таянырға өйрәтте», — тип яҙған Франциянан Зәйнәп исемле апай-ҡәрҙәш.

Вәғәзселәр бер-береһенә нығыраҡ яҡынлашты. Төрлө илдәрҙән килгән ҡәрҙәштәр араһындағы мөхәббәт һәм берҙәмлек тәрән эҙ ҡалдырҙы. Юғарыла иҫкә алынған Жан-Давид былай тип һөйләгән: «Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡунаҡсыллығын „татыныҡ“. Улар беҙҙе дуҫтарын һәм туғандарын ҡаршы алғандай ҡабул итте. Улар беҙгә йорттарының ишектәрен асты. Мин ҡәрҙәшлегебеҙҙең халыҡ-ара икәнен белә инем, был хаҡта күп тапҡыр баҫмаларыбыҙҙа уҡығаным булды, әммә хәҙер быны үҙ тәжрибәмдә татыным. Мин Йәһүә халҡының ағзаһы булыуым менән тағы ла нығыраҡ ғорурланам, һәм Йәһүәгә был уникаль мөмкинлек өсөн бик рәхмәтлемен».

Клер (уртала)

«Даниянан, Франциянан, Германиянан йә Төркиәнән — ниндәй генә илдән булһаҡ та, беҙ бер ғаилә кеүек булдыҡ. Алла илдәр араһындағы сиктәрҙе ҙур юйғыс менән юйғандай тойолдо», — тип әйткән Франциянан Клер исемле апай-ҡәрҙәш.

Стефани (уртала)

«Махсус кампания ярҙамында беҙ шуны аңланыҡ: беҙҙе мәҙәниәт йә тел түгел, ә Йәһүәгә ҡарата мөхәббәт берләштерә», — тип бүлешкән Франциянан Стефани апай-ҡәрҙәш.

ҺУҢЫРАҠ КҮРЕНГӘН ЕМЕШТӘР

Икенсе илдәрҙән килгән күп вәғәзселәр Төркиәгә күсеү тураһында уйлай башлаған, сөнки унда әле байтаҡ эш бар. Күптәр был маҡсатҡа инде ирешкән. Уларҙың ярҙамы бик ҡәҙерле.

Мәҫәлән, 25 вәғәзсенән торған бер айырым төркөмдә күп йылдар буйы бер генә өлкән булған. 2015 йылда Германиянан һәм Нидерландтан алты вәғәзсе күсеп килгәс, был төркөмдәге ҡәрҙәштәрҙең шатлығын күҙ алдына килтерегеҙ!

ҘУР ИХТЫЯЖ БУЛҒАН ЕРҘӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ

Төркиәгә күскән ҡәрҙәштәр үҙҙәренең ундағы тормошо хаҡында нимә әйтә? Әлбиттә, ҡайһы саҡ улар ауырлыҡтар менән осраша, әммә унда күсеү уларға күп шатлыҡ килтергән. Әйҙәгеҙ, ҡайһы берәүҙәрҙең һүҙҙәренә иғтибар итәйек.

Федерико

Өйләнгән 40-тан уҙған Федерико исемле ағай-ҡәрҙәш Испаниянан күскән. Ул былай тип бүлешә: «Хәҙер әйберҙәрем күп түгел һәм мин уларға артыҡ әһәмиәт бирмәйем, шуға күрә үҙемде азат итеп тоям һәм иғтибарымды иң мөһим нәмәләргә туплай алам». Ул башҡаларға икенсе илгә күсергә кәңәш итер инеме? «Һис шикһеҙ! — ти ул. — Кешеләргә Йәһүәне белергә ярҙам итер өсөн икенсе илгә күсеп, һин, асылда, үҙеңде Йәһүәнең ҡулына тапшыраһың һәм уның ҡайғыртыуын бығаса тоймағандай тояһың».

Рюди

«Ҙур ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итеү һәм хәҡиҡәтте бер ваҡытта ла ишетмәгән күп кешеләргә вәғәзләү шундай бәхет! — ти Нидерландтан 50-нән уҙған никахта торған Рюди исемле ағай-ҡәрҙәш. — Кешеләрҙең, хәҡиҡәтте ҡабул иткәндә, ниндәй бәхет кисергәндәрен күреү ҙур шатлыҡ килтерә».

Саша

Өйләнгән 40-тан уҙған Саша Германиянан күсеп килгән. Ул былай ти: «Һәр саҡ хеҙмәт иткәндә мин хәҡиҡәтте беренсегә ишеткән кешеләрҙе осратам. Уларға Йәһүә тураһында белергә ярҙам итеү мине шундай бәхетле итә!»

Ацуко

«Элек мин Армагеддондың тиҙерәк килеүен теләй инем, — ти Япониянан 30-ҙан уҙған кейәүҙә булған Ацуко исемле апай-ҡәрҙәш. — Әммә Төркиәгә күскәс, мин Йәһүәгә һаман да сабырлыҡ күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтә башланым. Йәһүәнең вәғәз эше менән нисек етәкселек иткәнен күберәк аңлаған һайын, минең уға тағы ла нығыраҡ яҡынлашырға теләгем көсәйә бара».

Рәсәйҙән 30 йәштәр тирәһендәге Алиса исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Шундай хеҙмәттә ҡатнашыу миңә Йәһүәнең игелеген татырға ярҙам итте» (Зәб. 34:8). Алиса былай тип өҫтәй: «Йәһүә минең Атайым ғына түгел, ул шулай уҡ минең яҡын Дуҫым, төрлө шарттарҙа мин уны тағы ла яҡшыраҡ белә барам. Минең тормошом бәхетле мәлдәр, ҡыҙыҡлы осраҡтар һәм мул фатихалар менән тулы!»

«БАҪЫУҘАР АҒАРЫП, УРАҠҠА ӨЛГӨРГӘН»

Махсус вәғәз кампанияһы ярҙамында Төркиәлә һөйөнөслө хәбәрҙе шаҡтай күберәк кеше ишетте. Шулай ҙа вәғәзләнмәгән урындар күп әле. Төркиәгә күскән вәғәзселәр көн һайын Йәһүә хаҡында бер ваҡытта ла ишетмәгән кешеләрҙе осрата. Һеҙ шундай территорияла хеҙмәт итергә теләр инегеҙме? Теләһәгеҙ, Яхъя 4:35-тәге бындай һүҙҙәр хаҡында уйланығыҙ: «Күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде!» Һеҙ «ураҡҡа өлгөргән» берәй илгә күсә алыр инегеҙме? Улайһа, был маҡсатҡа ирешер өсөн аҙымдар яһай башлағыҙ. Һис тә шикләнмәгеҙ: «донъяның сигенә үк барып етеп», һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеүҙә әүҙем ҡатнашыу һеҙгә сағыштырғыһыҙ мул фатихалар килтерәсәк! (Ғәм. 1:8)

^ 2 абз. «Яҡшы ергә ҡарағыҙ» (урыҫ) тигән брошюраның 32—33-сө биттәрен ҡарағыҙ.