ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ
«Нимә өсөн йәшәгәнем тураһында етди уйлана башланым»
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1941
ТЫУҒАН ИЛЕ: АВСТРАЛИЯ
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ТӘМӘКЕ ТАРТҠАН, КҮП ЭСКӘН
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ
Мин Яңы Көньяҡ Уэльс штатындағы бәләкәй генә Уориалда ҡалаһында үҫтем. Бында кешеләр фермер хужалығы менән шөғөлләнде: һарыҡ, мөгөҙлө эре мал тотто һәм иген, йәшелсә үҫтерҙе. Ҡалабыҙ таҙа ине, енәйәтселек булманы тиерлек.
Мин ун баланың иң олоһо булдым. Ғаиләмә ярҙам итер өсөн, 13 йәшемдә үк эшләй башланым. Башланғыс белемем генә булғанға, мин фермаларҙа эшләнем. 15 йәшемдә ҡырағай аттарҙы еккегә өйрәтә башланым.
Фермала эшләүҙең ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар ине. Бер яҡтан миңә эш үҙе һәм тәбиғәттең матурлығы бик оҡшай ине. Төндәрен еңелсә генә иҫкән ел яландан хуш еҫтәр килтерә ине. Мин, шул еҫтәргә кинәнеп, айға һәм йондоҙло күккә ҡарап ултыра торғайным. Моғайын, бөтөн был ғәжәйеп донъяны кемдер Берәү барлыҡҡа килтергәндер, тип уйлағаным иҫемдә. Икенсе яҡтан, фермала тиҙ генә насар ғәҙәттәр эләктереп була ине. Эшселәр гел һүгенәләр һәм күп тарталар ине. Күҙ асып йомғансы, тартыу һәм һүгенеү тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде.
18 йәшемдә Сиднейға күстем. Мин армияға барырға теләгәйнем, әммә, урта белемем булмағанға, алманылар. Шуға, эшкә урынлашып, бер йылға Сиднейҙа ҡалдым. Шул саҡта мин тәүге тапҡыр Йәһүә шаһиттарын осраттым. Мин уларҙың осрашыуына барырға ризалаштым һәм шунда уҡ, өйрәтеүҙәре дөрөҫкә оҡшаған, тип уйлап ҡуйҙым.
Әммә күп тә үтмәҫтән, мин ҙур ҡаланан китергә булдым. Һөҙөмтәлә мин Квинсленд штатында, Гундивиндиҙа төпләндем. Унда эш таптым һәм өйләндем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ныҡ эсә башланым.
Беҙҙең ике улыбыҙ тыуҙы. Балалар тыуғас, нимә өсөн йәшәгәнем тураһында етди уйлана башланым. Шул саҡ Сиднейҙа Йәһүә шаһиттарының осрашыуында ишеткән нәмәләр иҫемә төштө, һәм мин шул йәһәттән нимәлер эшләргә булдым.
Мин «Күҙәтеү манараһының» бер иҫке сығарылышын табып алдым, унда Йәһүә шаһиттарының Австралиялағы филиалының адресы бар ине. Мин уларға ярҙам һорап хат яҙҙым. Оҙаҡламай миңә яғымлы, ипле генә бер Йәһүә шаһиты килде. Ул минең менән Изге Яҙма өйрәнә башланы.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ
Изге Яҙманы өйрәнеп, мин тормошомда күп нәмәне үҙгәртергә кәрәклеген аңланым. Миңә 2 Коринфтарға 7:1-ҙәге һүҙҙәр айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Унда «тәнебеҙҙе тап төшөүҙән сафландырайыҡ» тигән өндәү яҙылған.
Мин эсеүҙе һәм тартыуҙы ташларға булдым. Быны эшләү еңел булманы, сөнки инде күп йылдар шулай йәшәй инем. Ләкин мин Аллаға яраҡлы итеп йәшәргә ныҡлы ҡарар иттем. Римдарға 12:2-ләге ошо принцип миңә ҙур ярҙам булды: «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ». Эш фекер йөрөтөүҙә икәнен аңланым: был ғәҙәттәрҙән арыныр өсөн, уларға Алла кеүек ҡарарға кәрәк, ә ул уларҙы зыянлы тип һанай. Алла ярҙамы менән мин эсеүемде һәм тартыуымды ташлай алдым.
«Эш фекер йөрөтөүҙә икәнен аңланым: был ғәҙәттәрҙән арыныр өсөн, уларға Алла кеүек ҡарарға кәрәк».
Һүгенеүҙе ташлау иң ауыры булды. Мин Ефестарға 4:29-ҙағы «ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын» тигән кәңәште белә инем. Шулай ҙа мин насар һүҙҙәрҙән шунда уҡ ҡотола алманым. Миңә Ишағыя 40:26-лағы һүҙҙәр өҫтөндә уйланыу ярҙам итте. Йондоҙло күк тураһында унда былай тиелә: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән? Ул йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте ярҙамында уларҙың барыһы ла үҙ урынында тора». Мин шуны ап-асыҡ аңланым: әгәр Алланың мин һоҡланырға яратҡан ифрат ҙур Ғаләмде барлыҡҡа килтерергә көсө еткән икән, тимәк, ул миңә уны ҡыуандырырлыҡ итеп йәшәй башларға ла көс бирә ала. Күп доға ҡылып һәм күп көс һалып, мин тора-бара телемә хужа булырға өйрәндем.
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ
Фермаларҙа эшләгән саҡта һөйләшерлек берәү ҙә булманы тиерлек, сөнки унда кешеләр әҙ ине. Әммә Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарында алған өйрәтеү ярҙамында мин уй-фекерҙәремде белдерергә өйрәндем. Бүтән эштәрҙән тыш, ундай өйрәтеү миңә башҡаларға Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә ярҙам итте (Матфай 6:9, 10; 24:14).
Бер нисә йыл инде мин йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итәм. Имандаштарға ярҙам итеү мөмкинлеген бик ҡәҙерләйем.
Йәһүәгә миңә — әҙ белемле ябай кешегә — үҙенән өйрәнергә рөхсәт иткәне өсөн бик рәхмәтлемен (Ишағыя 54:13). Мин Ғибрәтле һүҙҙәр 10:22-ләге «Йәһүәнең фатихаһы кешене байыта» тигән һүҙҙәр менән тулыһынса риза.