Илселәрҙең эштәре 13:1—52

  • Барнаб менән Шауыл миссионер сәйәхәтенә китә (1—3)

  • Кипрҙа хеҙмәт итеү (4—12)

  • Пауылдың Писидиә Антиухияһында һөйләгән телмәре (13—41)

  • Башҡа халыҡтарға барырға кәрәклеге тураһындағы пәйғәмбәрлек (42—52)

13  Антиухия йыйылышында пәйғәмбәрҙәр һәм уҡытыусылар бар ине: Барнаб, Ниге́р тип йөрөтөлгән Шимғун, Шауыл, Кириниҙан Лукис һәм идарасы* Һируд менән бергә уҡыған Манаин. 2  Улар Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылып, ураҙа тотҡан саҡта, изге рух: «Миңә Барнаб менән Шауылды айырып ҡуйығыҙ. Мин уларҙы бер эште башҡарыр өсөн һайлап алдым», — тине. 3  Ураҙа тотоп, доға ҡылғандан һуң, улар Барнаб менән Шауылдың өҫтәренә ҡулдарын ҡуйҙы һәм юлға оҙатты. 4  Изге рух ебәргән был ирҙәр Силикиәгә килде лә карапҡа ултырып, Кипрға йөҙөп китте. 5  Саламисҡа килгәс, улар Алла һүҙен еврейҙарҙың синагогаларында вәғәзләй башланы. Уларға шулай уҡ Яхъя ярҙамлашып йөрөнө. 6  Улар, бөтөн утрауҙы үтеп Па́фосҡа килгәс, унда Барйешуа исемле еврей кешеһен осраттылар. Ул сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр ине. 7  Ул Кипр утрауының идарасыһына* — Сәргәй Пауыл тигән бик аҡыллы кешегә — хеҙмәт итә ине. Сәргәй Пауыл Барнаб менән Шауылды үҙенә саҡырып алды, сөнки Алла һүҙен ишетергә бик теләй ине. 8  Ләкин Илим*, сихырсы (уның исеме шулай тәржемә ителә), идарасының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, Барнаб менән Шауылға ҡамасаулай башланы. 9  Шул саҡта Пауыл тип тә йөрөтөлгән Шауыл, изге рух менән һуғарылып, уға текләп ҡараны ла 10  былай тине: «Иблис улы, йөрәгең алдыҡ һәм яуызлыҡ менән тулы! Һин бар тәҡүә нәмәнең дошманы! Нишләп һин Йәһүәнең тура юлдарын кәкре итеп күрһәтәһең? 11  Йәһүәнең ҡулы һиңә ҡаршы күтәрелде: һин һуҡырайырһың һәм күпмелер ваҡыт ҡояш яҡтыһын күрмәҫһең». Шул мәлдә үк уның күҙ алдары томаланып, ҡараңғыланып китте һәм ул, үҙен етәкләр кеше эҙләп, әле бер, әле икенсе яҡҡа ташланды. 12  Идарасы, нимә булғанын күргәс, Хужабыҙға ышанды, сөнки Йәһүә тураһында белгәндәренә таң ҡалды. 13  Пауыл менән уның юлдаштары Па́фостан карапта йөҙөп китеп, Памфилиялағы Пергегә килде. Ләкин Яхъя уларҙы ҡалдырып, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте. 14  Ә улар Пергенән Писидиәләге Антиухияға килде. Унда улар шәмбе көндө синагогаға инеп ултырҙы. 15  Муса ҡануны һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары уҡылғандан һуң, синагога башлыҡтары уларға бер кеше аша: «Туғандар, беҙҙең өсөн рухландырғыс һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ», — тинеләр. 16  Шунда Пауыл торҙо ла, ҡулы менән ишара яһап, былай тине: «Исраилдар һәм һеҙ, Алланан ҡурҡҡан кешеләр, һүҙемде тыңлағыҙ. 17  Исраил халҡының Аллаһы ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған, Мысырҙа — сит ерҙә йәшәгән саҡтарында уларҙы көслө халыҡ иткән һәм унан ҡеүәтле ҡулы менән алып сыҡҡан. 18  40 йыл тирәһе Алла сүлдә уларҙың тәртиптәренә түҙгән. 19  Ул Ҡәнғәндәге ете халыҡты юҡ итеп, уларҙың ерҙәрен ата-бабаларыбыҙға мираҫ итеп биргән. 20  Быларҙың барыһы 450 йыл тирәһе дауам иткән. Шунан ул Шамуил пәйғәмбәр көндәренә саҡлы уларға хөкөмсөләр биреп торған. 21  Әммә һуңынан улар үҙҙәренә батша һораған, һәм Алла уларға Бинйәмин ҡәбиләһенән булған Ҡиш улы Шауылды биргән. Ул 40 йыл идара иткән. 22  Шауылды кире ҡаҡҡандан һуң, Алла уларға Дауыт батшаны биреп, уның тураһында: „Мин күңелемә оҡшаған кешене — Ишай улы Дауытты таптым. Ул минең ихтыярымды үтәйәсәк“, — тигән. 23  Үҙе вәғәҙә иткәнсә, Алла Исраилға Дауыт нәҫеленән ҡотҡарыусыны — Ғайсаны биргән. 24  Ул килерҙән алда Яхъя бөтә Исраил халҡын тәүбә итеүҙәрен күрһәтеп һыуға сумдырылырға өндәгән. 25  Хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: „Мин һеҙ уйлаған кеше түгел. Ләкин минең артымдан берәү килә, мин уның аяғындағы сандалыйының бауын сисергә лә лайыҡ түгелмен“, — тип әйткән. 26  Ағай-эне, Ибраһим тоҡомдары һәм һеҙ, Алланан ҡурҡыусылар! Ҡотолоу тураһындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде, 27  әммә Йәрүсәлимдә йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары уны* ҡабул итмәне. Улар, уға хөкөм сығарып, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе көнө ҡысҡырып уҡылған һүҙҙәрен үтәне. 28  Уны үлемгә хөкөм итергә нигеҙ тапмаһалар ҙа, улар Пилаттан уны язалап үлтереүен талап иттеләр. 29  Уның хаҡында яҙылғандарҙың барыһы ла үтәлгәс, уны бағананан* төшөрөп, ҡәбергә һалдылар. 30  Әммә Алла уны үленән терелтте. 31  Ул күп көндәр дауамында үҙе менән Ғәлиләйәнән Йәрүсәлимгә килгән кешеләргә күренде, ә хәҙер улар уның хаҡында кешеләргә шаһитлыҡ бирә. 32  Беҙ һеҙгә ата-бабаларыбыҙға бирелгән вәғәҙә тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итәбеҙ. 33  Был вәғәҙәне Алла беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың тоҡомдары өсөн, Ғайсаны терелтеп, тулыһынса үтәне. Был тап Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды. Унда: „Һин — минең улым, бөгөн мин һиңә атай булдым“, — тиелгән. 34  Алла үҙенең уны үленән терелтеп мәңгегә сереүҙән ҡотҡарасағы тураһында былай тигән: „Дауытҡа бирелгән ышаныслы вәғәҙәм буйынса, һеҙҙе тоғро яратырмын“. 35  Шуға күрә Зәбурҙың башҡа мәҙхиәһендә лә: „Һин үҙ тоғроңа серергә бирмәҫһең“, — тиелгән. 36  Дауыт ғүмере буйы Аллаға хеҙмәт иткән*, үлгән һәм ата-бабалары янына ерләнеп, тәне серегән. 37  Ә Алла үленән терелткән заттың тәне серемәне. 38  Шуға күрә, ағай-эне, һеҙгә билдәле булһын: шул кеше арҡаһында гонаһтар кисерелеүе мөмкин булды. Ошо хаҡта беҙ һеҙгә бөгөн һөйләйбеҙ ҙә. 39  Уның арҡаһында уға ышанған һәр кем Муса ҡануны һеҙҙе аҡлай алмаған бөтә нәмәлә ғәйепһеҙ тип иғлан ителә. 40  Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәр китаптарында әйтелгәндәр башығыҙға төшмәһен. Унда былай тиелгән: 41  „Ҡарағыҙ, мыҫҡыллап көлөүселәр, таң ҡалығыҙ һәм юҡ булығыҙ, сөнки һеҙҙең көндәрҙә мин шундай эш ҡылам, хатта һеҙгә был хаҡта һөйләһәләр ҙә, быға ғүмерҙә лә ышанмаҫ инегеҙ“». 42  Пауыл менән Барнаб синагоганан сығып барғанда, кешеләр уларҙан был хаҡта киләһе шәмбе көндө лә һөйләүҙәрен үтенде. 43  Синагогала йыйылыш тамамланғандан һуң, күп кенә еврейҙар һәм йәһүд диненә күскәндәр* Пауыл менән Барнабҡа эйәрҙе. Пауыл менән Барнаб иһә улар менән әңгәмәләшеп, артабан да Алланың сикһеҙ игелегенә лайыҡ булып ҡалырға өндәне. 44  Киләһе шәмбе көнө Йәһүә һүҙен тыңларға бөтә ҡала тиерлек йыйылды. 45  Еврейҙар шул тиклем күп кешене күреп, көнләшә башланы һәм Пауылдың һүҙҙәренә ҡаршы төшөп, уны мыҫҡылларға тотондо. 46  Ә Пауыл менән Барнаб ҡыйыу рәүештә былай тине: «Алла һүҙе тәүҙә һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине. Әммә һеҙ уны кире ҡағып, үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡ тип һанамағас, беҙ башҡа халыҡтарға китәбеҙ. 47  Сөнки Йәһүә беҙгә былай тине: „Һин ҡотолоуҙы ер сигенә тиклем еткерһен тип, мин һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ итеп ҡуйҙым“». 48  Быны ишеткәс, башҡа халыҡ кешеләре шатланды һәм Йәһүә һүҙен данланы. Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгән бөтә кеше Хужабыҙға ышанды. 49  Йәһүә һүҙе шул тирәләге бөтә ерҙәргә тарала барҙы. 50  Ләкин еврейҙар күренекле диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың дәрәжәле кешеләрен Пауыл менән Барнабҡа ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрләй башланы һәм ҡаланан ҡыуып сығарҙы. 51  Шунда Пауыл менән Барнаб аяҡтарындағы саңды ҡағып төшөрҙөләр ҙә* Икуниға киттеләр. 52  Ә шәкерттәр изге рух менән һуғарыла ине һәм күңелдәре шатлыҡ менән тула ине.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «тетрарх».
Һүҙмә-һүҙ «проконсул». Һүҙлекте ҡ.
Йәғни 6-сы аятта телгә алынған Барйешуа.
Йәғни Ғайсаны.
Йәки «ағастан».
Йәки «Алланың ихтыярын үтәгән».
Йәғни прозелиттар.
Был хәрәкәт менән кеше яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрөүҙе күрһәткән.