Лука яҙған 7:1—50

  • Йөҙ башының иманы (1—10)

  • Ғайса Наинда йәшәгән тол ҡатындың улын терелтә (11—17)

  • Ғайса Сумдырыусы Яхъяны маҡтап телгә ала (18—30)

  • Ғайса битараф быуынды хөкөм итә (31—35)

  • Гонаһ ҡылыусы ҡатын кисерелә (36—50)

    • Бурыслы ике кеше тураһында миҫал (41—43)

7  Ошо һүҙҙәрҙе халыҡҡа һөйләп бөткәс, Ғайса Кәпернағумға керҙе. 2  Унда бер йөҙ башының бик ҡәҙерле хеҙмәтсеһе ҡаты ауырып, үлем хәлендә ята ине. 3  Ғайса тураһында ишеткәс, йөҙ башы уға йәһүд аҡһаҡалдарын ебәреп, унан килеп хеҙмәтсеһен һауыҡтырыуын һораны. 4  Улар Ғайса янына килеп: «Ул һинең ярҙамыңа лайыҡ, 5  сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата. Синагоганы беҙгә ул һалдырып бирҙе», — тип ялбарҙы. 6  Ғайса улар менән китте, әммә уның өйөнә етеп килгән саҡта, йөҙ башы дуҫтарын ебәреп, уға бындай һүҙҙәр әйтергә ҡушты: «Мәшәҡәтләнеп йөрөмә, әфәндем. Мин һине үҙ йортомда ҡабул итергә лайыҡ түгелмен. 7  Шуға күрә лә яныңа барырға ҡыймағайным. Һин әйт кенә — хеҙмәтсем һауығыр. 8  Мин үҙем дә бит башҡа берәүгә буйһонам, һәм үҙемә буйһонған ғәскәриҙәрем дә бар. Уларҙың береһенә „бар“ тиһәм, бара, икенсеһенә „кил“ тиһәм, килә, ҡолома „ошоно эшлә“ тиһәм, эшләй». 9  Быны ишеткәс, Ғайса ныҡ аптыраны һәм артынан килә ятҡан халыҡҡа боролоп: «Һеҙгә шуны әйтәм: хатта исраилдар араһында ла ундай көслө иман күрмәнем», — тине. 10  Йөҙ башы ебәргән кешеләр, әйләнеп ҡайтҡас, теге хеҙмәтсенең һау икәнен күрҙе. 11  Күп тә үтмәҫтән, Ғайса Наин ҡалаһына китте, уға шәкерттәре һәм күп халыҡ эйәрҙе. 12  Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашып килгәндә, ҡаланан бер тол ҡатындың берҙән-бер улының мәйетен күтәреп сығып киләләр ине. Ҡатын менән бергә ҡаланан күп кеше килә ята ине. 13  Хужабыҙ, ҡатынды күреп ҡалғас, уны бик йәлләне һәм уға: «Илама», — тине. 14  Ул эргәләренә барып, мәйет ятҡан түшәккә ҡағылды. Уны күтәреп килә ятҡан кешеләр туҡтаны, һәм Ғайса: «Егет, һиңә әйтәм: тор!» — тине. 15  Үлгән егет тороп ултырҙы һәм һөйләшә башланы. Ғайса уны әсәһенә ҡайтарып бирҙе. 16  Барыһы ла таң ҡалып: «Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты» һәм «Алла үҙ халҡына иғтибар итте», — тип Алланы данлай башланы. 17  Ғайса тураһындағы был хәбәр бөтә Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды. 18  Яхъяның шәкерттәре бөтә был хәлдәрҙе үҙҙәренең остазына һөйләп бирҙе. 19  Шунда Яхъя ике шәкертен Хужабыҙға ебәреп: «Килергә тейеш Зат һинме, әллә беҙгә башҡа берәүҙе көтөргәме?» — тип һорарға ҡушты. 20  Улар Ғайса янына килеп, былай тине: «Сумдырыусы Яхъя беҙҙе һинән: „Килергә тейеш Зат һинме, әллә беҙгә башҡа берәүҙе көтөргәме?“ — тип һорарға ебәрҙе». 21  Тап шул ваҡытта Ғайса күп кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырғайны, яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарғайны һәм күп һуҡыр кешеләргә күреү һәләтен ҡайтарғайны. 22  Ул яуап бирҙе: «Барығыҙ, Яхъяға ишеткән-күргәндәрегеҙҙе һөйләп бирегеҙ: һуҡырҙар күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар һауыға, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелә һәм ярлыларға һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнә. 23  Минең арҡала иманын юғалтмаған* кеше бәхетле». 24  Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында былай тип һөйләй башланы: «Һеҙ сүлгә нимә күрергә барҙығыҙ? Елгә тирбәлгән ҡамыштымы? 25  Нимә күрергә барҙығыҙ һуң? Затлы кейем кейгән кешенеме? Әммә ҡиммәтле кейем кейеп йөрөгән һәм муллыҡта йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында була бит. 26  Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ һуң? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, һеҙгә әйтәм: Яхъя — пәйғәмбәр, әммә ул бөтә башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән бөйөгөрәк. 27  Тап уның хаҡында: „Мин һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрермен, ул һинең өсөн юл әҙерләр“, — тип яҙылған. 28  Һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан да булһа йәшәгән кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ, әммә Алла Батшалығында иң кесеһе унан бөйөгөрәк». 29  (Быны ишеткәс, бөтә халыҡ һәм һалым йыйыусылар Алланың тәҡүә икәнен танынылар, сөнки Яхъя тарафынан һыуға сумдырылған инеләр. 30  Ә фарисейҙар менән ҡанун белгестәре Алла ихтыярына* буйһонманылар, сөнки Яхъя тарафынан сумдырылмағайнылар.) 31  Ғайса һүҙен дауам итеп былай тине: «Был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Улар кемгә оҡшаған? 32  Улар баҙар майҙанында ултырған һәм бер-береһенә: „Беҙ һеҙгә һыбыҙғыла* уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ үкереп иланыҡ, ә һеҙ иламанығыҙ“, — тип ҡысҡырған балаларға оҡшаш. 33  Шуның шикелле, Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк ашамай һәм шарап эсмәй, ә һеҙ: „Уға ен эйәләшкән“, — тип әйтәһегеҙ. 34  Әҙәм Улы килде, ашай-эсә, ә һеҙ: „Ҡарағыҙ! Бирән һәм эскесе*, һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы“, — тиһегеҙ. 35  Әммә аҡыллылыҡ* эштәре менән раҫлана». 36  Бер фарисей Ғайсаны киске ашҡа саҡырҙы. Ул фарисейҙың өйөнә килеп, табын артына ултырҙы*. 37  Шул ҡалала гонаһ ҡылыусы булараҡ билдәле бер ҡатын йәшәй ине. Ғайсаның фарисей өйөндә киске аш ашағанын белеп ҡалғас, ул, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, шунда килде. 38  Ҡатын илай-илай Ғайсаның аяҡтары янына тубыҡланды. Ул Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә, уларға май ҡойҙо. 39  Быны күреп, уны ҡунаҡҡа саҡырған фарисей: «Пәйғәмбәр булһа, ул үҙенә ниндәй ҡатын ҡағылғанын белер ине. Ул бит гонаһ ҡылыусы», — тип уйлап ҡуйҙы. 40  Әммә Ғайса уға: «Шимун, һиңә әйтәһе бер һүҙем бар», — тине. «Әйт, Остаз», — тине фарисей. 41  «Ике кеше берәүгә бурыслы булған: береһенең бирәсәге — 500 динар*, ә икенсеһенеке — 50 динар. 42  Түләргә аҡсалары булмағас, ул икеһенең дә бурысын ихлас ғәфү иткән. Һинеңсә, уларҙың ҡайһыһы уны нығыраҡ яратыр?» 43  Шимун: «Кемдең бурысы күберәк булған, шуныһылыр, тип уйлайым», — тип яуап бирҙе. «Дөрөҫ уйлайһың», — тине уға Ғайса. 44  Шунан ул ҡатынға табан боролоп, Шимунға әйтте: «Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин миңә аяҡ йыуырға һыу ҙа бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән йыуып, сәстәре менән һөрттө. 45  Һин мине үбеп ҡаршы алманың, ә ул мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай. 46  Һин минең башыма ябай май ҙа ағыҙманың, ә ул минең аяҡтарыма хуш еҫле май ҡойҙо. 47  Шуға мин һиңә әйтәм: уның гонаһтары, күп* булһалар ҙа, кисерелде, сөнки* уның яратыуы бик көслө. Әҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә әҙ була». 48  Шунан ул ҡатынға: «Гонаһтарың кисерелде», — тине. 49  Уның менән бергә табын артында ултырыусылар бер-береһенә: «Кем һуң был кеше? Хатта гонаһтарҙы ла кисерә», — тиештеләр. 50  Ғайса иһә ҡатынға: «Иманың һине ҡотҡарҙы. Иҫән-имен йөрө», — тине.

Төшөрмәләр

Йәки «абынмаған».
Йәки «күрһәтмәһенә».
Йәғни флейтала.
Йәки «шарап эсергә яратыусы».
Йәки «аҡыллылыҡтың тәҡүәлеге».
Йәки «ятты». Ул ваҡытта, ғәҙәттә, ҡырын ятып ашағандар.
Динар — 3,85 грамлыҡ Рим көмөш тәңкәһе.
Йәки «ҙур».
Йә, бәлки, «шуға күрә».