Марк яҙған 7:1—37
7 Бер көндө Ғайсаны Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар һәм бер нисә ҡанун белгесе уратып алды.
2 Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең бысраҡ, йәғни йыуылмаған* ҡул менән ашағанын күрҙе.
3 (Фарисейҙар һәм бөтә еврейҙар, ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы теүәл үтәп, ҡулдарын терһәккә тиклем йыумайынса ашамайҙар.
4 Баҙарҙан ҡайтҡас та, тотош йыуынмайынса ашамайҙар. Улар теүәл тотҡан башҡа күп йолалар ҙа бар, мәҫәлән, улар касаларҙы, оҙон муйынлы көршәктәр һәм баҡыр һауыттарҙы һыуға сумдырып алалар.)
5 Шунлыҡтан фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре: «Ни өсөн һинең шәкерттәрең, ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы үтәмәйенсә, бысраҡ ҡул менән ашай?» — тип һораны.
6 Ғайса әйтте: «Ике йөҙлөләр, Ишағыя пәйғәмбәр һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән: „Был халыҡ мине теле менән генә хөрмәт итә, күңелдәре иһә минән алыҫ.
7 Уларҙың миңә табыныуы бушҡа ғына, сөнки улар кеше уйлап сығарған әмерҙәргә өйрәтә“.
8 Һеҙ кеше йолаларын теүәл үтәйһегеҙ, ә Алла әмерҙәрен һанға һуҡмайһығыҙ».
9 Шунан Ғайса уларға былай тине: «Үҙ йолаларығыҙҙы тотор өсөн, Алла әмерҙәрен ҡайһылай оҫта итеп урап үтәһегеҙ!
10 Мәҫәлән, Муса әйткән: „Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит“ һәм „Атаһын йә әсәһен ҡәһәрләгән* кеше үлтерелһен“.
11 Ә һеҙ әйтәһегеҙ: „Әгәр кеше атаһына йә әсәһенә: „Һин файҙалана алған бөтә нәмәм — ҡорбан (йәғни Аллаға бағышланған бүләк)“, — тип әйтһә...“
12 Шуның менән һеҙ ул кешегә атаһы йә әсәһе өсөн бер ни эшләмәҫкә рөхсәт итәһегеҙ.
13 Шулай итеп үҙегеҙ уйлап сығарған йолалар арҡаһында Алла һүҙен һанға һуҡмайһығыҙ. Һеҙ быға оҡшаш башҡа күп нәмәләр ҙә эшләйһегеҙ».
14 Ғайса ҡабат халыҡты саҡырып алды ла былай тине: «Мине тыңлағыҙ һәм һүҙҙәремә төшөнөгөҙ.
15 Тыштан кергән нәмә кешене бысрата алмай. Эсенән сыҡҡаны уны бысрата».
16 ——*
17 Ғайса халыҡты ҡалдырып йортҡа кергәс, шәкерттәре унан шул миҫал тураһында һораша башланы.
18 Ул былай тине: «Әллә һеҙ ҙә аңламайһығыҙмы? Белмәйһегеҙме ни, тыштан ингән нәмә кешене бысрата алмай,
19 сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ашҡаҙанына инә, ә шунан тәндән сығып китә». Шуның менән Ғайса бөтә ризыҡтың да таҙа булыуын күрһәтте.
20 Ул һүҙен дауам итте: «Кешене эсенән сыҡҡан нәмә бысрата,
21 сөнки кешенең эсенән, йәғни уның йөрәгенән яуыз уйҙар сыға. Улар енси әхлаҡһыҙлыҡҡа*, урлашыу, үлтереү,
22 зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡҡа, яуыз эштәр, алдашыу, оятһыҙ тәртип*, көнсөллөккә*, мыҫҡыллы һүҙҙәр, тәкәбберлек һәм аҡылһыҙлыҡҡа килтерә.
23 Бөтә был яуызлыҡ кешенең эсенән сыға һәм уны бысрата».
24 Ғайса ул ерҙән Тир менән Сидон яҡтарына китте. Ул бер йортта туҡталды. Был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәһә лә, кеше күҙенән ҡаса алманы.
25 Ғайса тураһында шунда уҡ бер ҡатын ишетеп ҡалды. Уның бәләкәс ҡыҙына шаҡшы рух эйәләшкән ине. Ҡатын килеп, Ғайсаның аяҡтарына йығылды.
26 Сүриә Финикиәһендә йәшәгән был грек ҡатыны Ғайсанан, ҡыҙымдың эсендәге енде ҡыуып сығарсы, тип үтенә башланы.
27 Әммә Ғайса уға: «Тәүҙә балалар ашап туйһын. Икмәкте балаларҙан алып, көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел», — тине.
28 «Эйе, әфәндем, — тип яуап бирҙе ҡатын. — Ләкин көсөктәр ҙә бит бәләкәй балаларҙан өҫтәл аҫтына ҡойолған валсыҡтарҙы ашай».
29 Шунда Ғайса: «Шулай яуап биргәнең өсөн, бар, ен ҡыҙыңдың эсенән сыҡты», — тине.
30 Ҡатын, өйөнә ҡайтҡас, ҡыҙының ендән арынып түшәктә ятҡанын күрҙе.
31 Тир яҡтарынан ҡайтҡанда Ғайса Сидон һәм Ун ҡала өлкәһе* аша үтеп, Ғәлиләйә диңгеҙе янына килде.
32 Уға ауыр һөйләшкән бер һаңғырау кешене килтерҙеләр һәм уның өҫтөнә ҡулын ҡуйыуын үтенделәр.
33 Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла төкөрөп, уның теленә ҡағылды.
34 Шунан күккә ҡарап, тәрән тын алды ла: «Еффафа́», — тине. Был һүҙ «асыл» тигәнде аңлата.
35 Шунда теге кешенең ҡолаҡтары ишетә башланы, теле асылды, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы.
36 Ғайса кешеләргә был хаҡта берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне.
37 Уларҙың ғәжәпләнеүенең сиге булманы. «Ул барыһын да яҡшы эшләй! Хатта һаңғырауҙарҙы ла ишеттерә, телһеҙҙәрҙе лә һөйләштерә», — тиҙәр ине улар.
Төшөрмәләр
^ Бында дини таҙарыныу тураһында һүҙ бара.
^ Йәки «яманлаған».
^ Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
^ Грекса асе́лгейа. Һүҙлектә «Оятһыҙ тәртип» тигән мәҡәләне ҡ.
^ Һүҙмә-һүҙ «көнсөл күҙгә».
^ Йәки «Дека́полис».