Матфай яҙған 1:1—25
1 Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең* тормошо* тураһында китап.
2 Ибраһимдан — Исхаҡ,Исхаҡтан — Яҡуп,Яҡуптан Йәһүҙә һәм уның ағай-энеләре тыуған.
3 Йәһүҙә менән Тамарҙан — Фәрис һәм Зирәх,Фәристән — Хизрун,Хизрундан Рам тыуған.
4 Рамдан — Аминадап,Аминадаптан — Нахшун,Нахшундан Салмун тыуған.
5 Салмун менән Рәхәбтән — Боғаз,Боғаз менән Руттан — Ғәбит,Ғәбиттән Ишай тыуған.
6 Ишайҙан — Дауыт батша,
Дауыт менән Урыяның ҡатынынан Сөләймән тыуған.
7 Сөләймәндән — Рихәбәм,Рихәбәмдән — Абия,Абиянан Аса тыуған.
8 Асанан — Йәһүшәфәт,Йәһүшәфәттән — Йәһүрәм,Йәһүрәмдән Узыя тыуған.
9 Узыянан — Йофам,Йофамдан — Әхәз,Әхәздән Хизаҡыя тыуған.
10 Хизаҡыянан — Манашый,Манашыйҙан — Амун,Амундан Йошыя тыуған.
11 Йошыянан Йәкүниә һәм уның ағай-энеләре тыуған. Ул ваҡытта исраилдар көсләп Бабилға* күсерелгән.
12 Улар Бабилға күсерелгәндән һуң, Йәкүниәнән — Шалтиил,Шалтиилдан Зарубабил тыуған.
13 Зарубабилдан — Абиһут,Абиһуттан — Илйәким,Илйәкимдән Азур тыуған.
14 Азурҙан — Садиҡ,Садиҡтан — Әхим,Әхимдән Илиһут тыуған.
15 Илиһуттан — Илғазар,Илғазарҙан — Матфан,Матфандан Яҡуп тыуған.
16 Яҡуптан Мәрйәмдең ире Йософ тыуған. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.
17 Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем — 14 быуын, Дауыттан алып исраилдар Бабилға күсерелгәнгә тиклем — 14 быуын һәм Бабилға күсерелгән ваҡыттан алып Мәсихкә тиклем 14 быуын үткән.
18 Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай булды: уның әсәһе Мәрйәм Йософҡа йәрәшелгән ине, әммә улар өйләнешкәнсе үк, ул изге рух ҡөҙрәте менән ауырға ҡалды.
19 Уның ире Йософ тәҡүә кеше ине. Мәрйәмде оятҡа ҡалдырырға теләмәгәнгә, ул уның менән йәшерен генә айырылышырға булды.
20 Ләкин башына шундай уй килгәс, төшөнә Йәһүә* фәрештәһе инеп, былай тине: «Йософ, Дауыт улы, ҡатының Мәрйәмде йортоңа алып ҡайтырға ҡурҡма, сөнки ул изге рух ҡөҙрәте менән ауырға ҡалды.
21 Уның улы тыуыр, һәм һин уға Ғайса* тип исем ҡушырһың, сөнки ул үҙ халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарыр».
22 Быларҙың барыһы Йәһүәнең үҙ пәйғәмбәре аша әйткән бындай һүҙҙәре үтәлһен өсөн булды:
23 «Ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып, ир бала табыр. Уға Иммануил тип исем ҡушырҙар». Был исем «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
24 Йософ, йоҡонан уянғас, Йәһүә фәрештәһе ҡушҡанса, Мәрйәмде өйөнә алып ҡайтты.
25 Әммә бала тыуғанға тиклем, ул ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылманы. Бала тыуғас, ул уға Ғайса тип исем ҡушты.
Төшөрмәләр
^ Йәки «Һайланған заттың; Майланған заттың».
^ Йәки «шәжәрәһе».
^ Йәғни Вавилонға.
^ Ошо тәржемәнең төп тексында Алланың шәхси исеме «Йәһүә» 237 тапҡыр осрай. Был — шуларҙың беренсеһе.
^ Еврей телендәге Йошуа тигән исемгә тура килә. «Йәһүә ҡотҡара» тигәнде аңлата.