Матфай яҙған 10:1—42

  • 12 илсе (1—4)

  • Ғайса вәғәзгә ҡағылышлы күрһәтмәләр бирә (5—15)

  • Шәкерттәрҙе эҙәрләйәсәктәр (16—25)

  • Кешеләрҙән түгел, ә Алланан ҡурҡығыҙ (26—31)

  • Ғайса тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтергән (32—39)

  • Шәкерттәрҙе ҡабул иткән кешеләр өсөн буләк (40—42)

10  Ғайса үҙенең 12 шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыр өсөн һәм кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырыр өсөн хакимлыҡ бирҙе. 2  Бына 12 илсенең исемдәре: Петер тип йөрөтөлгән Шимун һәм уның бер туғаны Әндрәй, Зәбәҙәй улдары Яҡуп менән Яхъя, 3  Филип һәм Барталмай, Тамас һәм һалым йыйыусы Матфай, Алфай улы Яҡуп һәм Фаддай, 4  Шимун Ҡанани* һәм аҙаҡ Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә Искариот. 5  Ғайса ошо ун икене ебәреп, бындай күрһәтмәләр бирҙе: «Башҡа халыҡ кешеләренә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ, 6  ә Исраил халҡының юғалған һарыҡтарына барығыҙ. 7  Барғанда: „Күктәр Батшалығы яҡынлашты!“ — тип вәғәзләгеҙ. 8  Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ. 9  Билбауығыҙға алтын, көмөш йә баҡыр тәңкәләр һалмағыҙ. 10  Үҙегеҙ менән юлға ризыҡ һалынған тоҡсай ҙа, алмаш кейем дә, сандалый ҙа, юл таяғы ла алмағыҙ, сөнки эшсе ашап-эсеүгә лайыҡ. 11  Берәй ҡалаға йә ауылға инһәгеҙ, хәбәрегеҙгә лайыҡ булғандарҙы эҙләп табығыҙ һәм, шул ерҙән киткәнсе, шунда ҡалығыҙ. 12  Өйгә кергәндә, ундағыларҙы сәләмләгеҙ*. 13  Әгәр улар һеҙҙе ҡабул итһәләр, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын. Ә ҡабул итмәһәләр, именлегегеҙ һеҙгә кире ҡайтһын. 14  Берәй ҡайҙа һеҙҙе ҡабул итмәһәләр һәм һүҙҙәрегеҙҙе тыңламаһалар, шул өйҙән йә ҡаланан сыҡҡанда, аяғығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. 15  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Хөкөм көнөндә Садум менән Ғамураға шул ҡалаға ҡарағанда еңелерәк буласаҡ. 16  Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм, шуға күрә йыландар һымаҡ һаҡ һәм күгәрсендәр һымаҡ хәйләһеҙ булығыҙ. 17  Кешеләрҙән һаҡланығыҙ, сөнки улар һеҙҙе судҡа бирер һәм синагогаларҙа ҡамсылар. 18  Минең арҡала һеҙҙе хакимдарға һәм батшаларға алып барырҙар, был улар һәм башҡа халыҡ кешеләре минең хаҡта ишетһен өсөн эшләнер. 19  Кешеләр һеҙҙе хакимдарға алып барған саҡта, нимә һәм нисек әйтергә тип борсолмағыҙ, сөнки шул мәлдә һеҙгә кәрәкле һүҙҙәр бирелер. 20  Һеҙ бит үҙегеҙ генә һөйләмәҫһегеҙ, ә һеҙгә Атайығыҙҙың рухы ярҙам итер. 21  Туған — туғанын, атаһы балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларҙы үлемгә дусар итер. 22  Минең исемем арҡаһында бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ, әммә ахырға тиклем сыҙаған кеше ҡотолор. 23  Һеҙҙе бер ҡалала эҙәрләһәләр, икенсеһенә ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер. 24  Шәкерт — остазынан, ә ҡол хужаһынан өҫтөн түгел. 25  Шәкерткә — остазы кеүек, ә ҡолға хужаһы кеүек булыу ҙа етерлек. Йорт хужаһын Билзибул* тип атағандар икән, уның өйҙәгеләрен дә шулай атамаҫтармы ни? 26  Уларҙан ҡурҡмағыҙ, сөнки асылмай ҡаласаҡ йәшерен бер нәмә лә юҡ һәм беленмәй ҡаласаҡ бер сер ҙә юҡ. 27  Һеҙгә ҡараңғыла әйткәнемде яҡтыла һөйләгеҙ, һеҙгә бышылдап әйткәнемде өй баштарынан вәғәзләгеҙ. 28  Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә* алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ, ә Гәһәннәлә* йәнде лә, тәнде лә һәләк итә алыусынан ҡурҡығыҙ. 29  Ике турғайҙы ни бары бер тәңкәгә* һаталар түгелме? Шулай ҙа уларҙың береһе генә ергә ҡолап төшһә лә, Атайығыҙ быны белер. 30  Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө лә һанаулы. 31  Шуға күрә ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк. 32  Кем мине кешеләр алдында асыҡ итеп таныһа, шуны мин дә күктәге Атайым алдында танырмын. 33  Ә кем кешеләр алдында минән ваз кисһә, шул кешенән мин дә күктәге Атайым алдында ваз кисермен. 34  Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килгән тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерергә килдем. 35  Сөнки мин улын — атаһынан, ҡыҙын — әсәһенән, киленен ҡәйнәһенән айырырға тип килдем. 36  Кешенең өйҙәгеләре уға дошман булып китер. 37  Кем миңә ҡарағанда атаһын йә әсәһен нығыраҡ ярата, шул минең шәкертем булырға лайыҡ түгел. Кем улын йә ҡыҙын миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул минең шәкертем булырға лайыҡ түгел. 38  Кем дә кем үҙенең яфаланыу бағанаһын* күтәреп минең артымдан бармай, шул минең шәкертем булырға лайыҡ түгел. 39  Үҙ йәнен* һаҡлап ҡалырға тырышҡан кеше уны юғалтыр, ә үҙ йәнен минең хаҡҡа юғалтҡан кеше уны һаҡлап ҡалыр. 40  Һеҙҙе ҡабул иткән кеше мине лә ҡабул итә, ә мине ҡабул иткән кеше мине ебәреүсене лә ҡабул итә. 41  Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул иткән кеше пәйғәмбәр кеүек үк бүләкләнер. Тәҡүәне тәҡүә булғаны өсөн ҡабул иткән кеше тәҡүә кеүек үк бүләкләнер. 42  Кем ошо ябай кешеләрҙең* береһенә минең шәкертем булғаны өсөн бер генә каса һалҡын һыу бирһә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул кеше бүләкһеҙ ҡалмаҫ».

Төшөрмәләр

«Ашҡынып торған» тигәнде аңлата.
Йәһүдтәр бер-береһен «именлек һиңә» тип сәләмләгән.
Йәғни Шайтан — ендәрҙең кенәзе йә хакимы.
Йәки «ғүмерҙе өҙә», йәғни ҡабат йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм итә.
Һүҙмә-һүҙ «ассарийға».
Йәки «ғүмерен».
Һүҙмә-һүҙ «ошо кеселәрҙең».