Матфай яҙған 17:1—27
17 Алты көндән һуң Ғайса үҙе менән Петерҙе, Яҡупты һәм уның бер туғаны Яхъяны алды ла улар менән генә бейек тауға менде.
2 Унда улар Ғайсаның ҡиәфәте үҙгәргәнен күрҙе: уның йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме, яҡтылыҡ кеүек, күҙ сағылдырырлыҡ ап-аҡ булды.
3 Ҡапыл алдарында Муса менән Ильяс пәйҙә булып, Ғайса менән һөйләшә башланы.
4 Шунда Петер Ғайсаға әйтте: «Хужам, беҙгә бында шул тиклем рәхәт! Әйҙә, мин өс ҡыуыш ҡорам: береһен — һиңә, береһен — Мусаға, береһен — Ильясҡа».
5 Ул әле һөйләгән саҡта, балҡып торған бер болот килеп сығып, уларҙы ҡаплап алды, һәм болот эсенән: «Был минең яратҡан Улым, мин уны хуплайым. Уны тыңлағыҙ», — тигән тауыш ишетелде.
6 Быны ишеткәс, шәкерттәр йөҙ түбән ҡапланды. Улар бик ныҡ ҡурҡты.
7 Ғайса килеп, уларға ҡағылды ла: «Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ», — тине.
8 Шәкерттәр күтәрелеп ҡараһа, Ғайсанан башҡа бер кем дә юҡ ине.
9 Тауҙан төшөп килгәндә, Ғайса уларға: «Әҙәм Улы үленән терелеп торғансы, был күренеш тураһында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ», — тип бойорҙо.
10 «Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр?» — тип һораны унан шәкерттәре.
11 «Эйе, Ильяс килеп, барыһын да тергеҙергә тейеш, — тип яуап бирҙе Ғайса. —
12 Әммә һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде, ләкин уны таныманылар, уның менән ни теләһәләр, шуны эшләнеләр. Шулай уҡ Әҙәм Улына ла улар арҡаһында ғазап сигергә тура киләсәк».
13 Шунда шәкерттәр уның Сумдырыусы Яхъя тураһында әйткәнен аңланылар.
14 Улар халыҡ янына әйләнеп ҡайтҡас, бер кеше килде лә Ғайса алдына тубыҡланып, былай тине:
15 «Әфәндем, улыма шәфҡәтле булсы! Уны өйәнәк тота, ул ныҡ интегә. Ул йыш ҡына йә утҡа, йә һыуға йығыла.
16 Мин уны шәкерттәреңә килтергәйнем, ләкин улар уны һауыҡтыра алманы».
17 Ғайса былай тине: «Эй иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға? Һеҙҙе тағы күпме түҙергә? Уны миңә килтерегеҙ».
18 Шунан Ғайса енгә малайҙан сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән, малай һауыҡты.
19 Шунан һуң, Ғайса бер үҙе булғанда, шәкерттәре уның янына килеп: «Ни өсөн беҙ енде ҡыуып сығара алманыҡ икән?» — тип һораны.
20 Ул әйтте: «Сөнки иманығыҙ аҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хатта горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булһа, һеҙ бынау тауға: „Бынан тегендә күс“, — тип әйтерһегеҙ, һәм ул күсер, ҡулығыҙҙан килмәгән һис нәмә булмаҫ».
21 ——*
22 Ғайса, шәкерттәре менән Ғәлиләйәлә булғанда, уларға былай тине: «Әҙәм Улына хыянат итерҙәр һәм уны дошмандар ҡулына тапшырырҙар,
23 улар уны үлтерер, ә өсөнсө көнгә ул терелеп торор». Быны ишетеп, шәкерттәр ҡайғыға төштө.
24 Улар Кәпернағумға килгәс, ғибәҙәтхана өсөн һалым* йыйған кешеләр Петер эргәһенә килеп: «Ә һеҙҙең остазығыҙ ғибәҙәтхана өсөн һалым түләйме?» — тип һораны.
25 Петер: «Эйе, түләй», — тине. Ләкин ул өйгә ингәс, Ғайса беренсе булып һүҙ башлап, унан: «Шимун, нисек уйлайһың, батшалар төрлө һалымдарҙы кемдән түләтә: үҙ улдарынанмы йәки сит кешеләрҙәнме?» — тип һораны.
26 Петер: «Сит кешеләрҙән», — тип яуап бирҙе. «Тимәк, улдары һалым түләүҙән азат, — тине Ғайса.—
27 Ләкин шау-шыу ҡупмаһын өсөн*, диңгеҙгә бар ҙа ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙында көмөш тәңкә* табырһың. Уны ал да уларға минең өсөн дә, үҙең өсөн дә бир».
Төшөрмәләр
^ Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
^ Һүҙмә-һүҙ «дидра́хма», йәғни ике дра́хма.
^ Һүҙмә-һүҙ «уларға абынырға сәбәп бирмәҫ өсөн».
^ Һүҙмә-һүҙ «стати́р». Был дүрт дра́хмаға тиң булған. Дүрт көнлөк эш хаҡын тәшкил иткән.