Матфай яҙған 25:1—46

  • МӘСИХТЕҢ КИЛЕҮ ОСОРОНОҢ БИЛДӘҺЕ (1—46)

    • Ун ҡыҙ тураһында ғибрәтле хикәйә (1—13)

    • Таланттар тураһында ғибрәтле хикәйә (14—30)

    • Һарыҡтар һәм кәзәләр (31—46)

25  Ул ваҡытта күктәр Батшалығы ҡулдарына яҡтыртҡыстар алып, кейәүҙе ҡаршы алырға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр. 2  Уларҙың бишеһе — аҡылһыҙ, бишеһе аҡыллы булған. 3  Аҡылһыҙ ҡыҙҙар үҙҙәре менән яҡтыртҡыстар алған, әммә май алмаған. 4  Аҡыллы ҡыҙҙар иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған. 5  Кейәү тотҡарланған, шуға күрә ҡыҙҙарҙың барыһы ла йоҡомһорай башлаған һәм йоҡлап киткән. 6  Төн уртаһында: „Кейәү килә! Уны ҡаршы алырға сығығыҙ!“ — тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән. 7  Шунда ҡыҙҙар торған да яҡтыртҡыстарын әҙерләргә тотонған. 8  Аҡылһыҙ ҡыҙҙар аҡыллыларына: „Беҙгә әҙерәк май бирегеҙ әле, яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнеп бара“, — тигән. 9  Әммә аҡыллы ҡыҙҙар: „Майҙың бөтәбеҙгә лә етмәүе бар. Һатыусыларға барып, һатып алһағыҙ, яҡшыраҡ булыр“, — тип яуап биргән. 10  Тегеләре май һатып алып йөрөгәнсе, кейәү килгән. Әҙер булған ҡыҙҙар туй мәжлесенә инеп киткән, һәм улар артынан ишек ябылған. 11  Шунан ҡалған ҡыҙҙар килеп: „Әфәнде! Әфәнде! Ишекте ассы“, — тип үтенгән. 12  Әммә ул: „Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем“, — тип яуап ҡайтарған. 13  Шуға күрә уяу булығыҙ, һеҙ көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ бит. 14  Шулай уҡ Батшалыҡ сит илгә киткән кешегә оҡшаш. Китер алдынан, ул хеҙмәтселәрен саҡырып алған да уларға үҙ милкен ышанып тапшырған. 15  Һәр береһенә һәләтенә ҡарап, береһенә — биш талант*, икенсеһенә — ике*, өсөнсөһөнә бер талант* биргән дә сит илгә сығып киткән. 16  Биш талант алған хеҙмәтсе уларҙы шунда уҡ сауҙа эшендә ҡулланып, тағы биш талант табыш алған. 17  Ике талант алғаны ла шулай уҡ эшләп, тағы ике талант табыш алған. 18  Ә бер генә талант алған хеҙмәтсе барып, хужаһының аҡсаһын* ергә күмеп йәшереп ҡуйған. 19  Күп ваҡыт үткәс, шул хеҙмәтселәрҙең хужаһы ҡайтып, уларҙан хисап талап иткән. 20  Биш талант алған хеҙмәтсе тағы биш талант килтереп: „Хужа, һин миңә биш талант ышанып тапшырғайның. Ҡара, мин тағы биш талант эшләп алдым“, — тигән. 21  Хужа уға әйткән: „Яҡшы иткәнһең, һәйбәт һәм тоғро хеҙмәтсе! Әҙ нәмәлә тоғро булдың, шуға мин һиңә күпте ышанып тапшырам. Хужаңдың шатлығын уртаҡлаш!“ 22  Шунан ике талант алған хеҙмәтсе килеп: „Хужа, һин миңә ике талант ышанып тапшырғайның. Ҡара, мин тағы ике талант эшләп алдым“, — тигән. 23  Хужа уға әйткән: „Яҡшы иткәнһең, һәйбәт һәм тоғро хеҙмәтсе! Әҙ нәмәлә тоғро булдың, шуға мин һиңә күпте ышанып тапшырам. Хужаңдың шатлығын уртаҡлаш!“ 24  Ахырҙа бер талант алған хеҙмәтсе килеп: „Хужа, мин һинең талапсан кеше икәнеңде белдем: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең елгәрмәгән ерҙә йыяһың, — тип әйткән. — 25  Шуға мин, ҡурҡып, барҙым да талантыңды ергә күмеп йәшереп ҡуйҙым. Мә, аҡсаңды кире ҡайтарам“. 26  Хужаһы яуап итеп уға былай тигән: „Йүнһеҙ һәм ялҡау хеҙмәтсе! Һин үҙем сәсмәгән ерҙә урғанымды, үҙем елгәрмәгән ерҙә йыйғанымды белгәс, 27  нишләп аҡсамды* әйләнешкә индермәнең? Ҡайтҡас, мин уны проценттары менән алыр инем“. 28  Шунан хужа былай тигән: „Уның талантын тартып алығыҙ ҙа ун таланты булған хеҙмәтсегә бирегеҙ. 29  Сөнки кемдең бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм уның артығы менән булыр. Ә кемдең юҡ, шунан булғаны ла тартып алыныр. 30  Был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда ул үкереп илар һәм тештәрен шығырлатыр“. 31  Әҙәм Улы, бөтә фәрештәләре менән үҙенең данында килгәс, шөһрәтле тәхетенә ултырыр. 32  Уның алдына бөтә халыҡтарҙы йыйырҙар, һәм ул, көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған шикелле, кешеләрҙе ике төркөмгә бүлер. 33  Һарыҡтарҙы ул — үҙенең уң яғына, ә кәзәләрҙе һул яғына ҡуйыр. 34  Шунда Батша уң яғында торғандарға әйтер: „Атайымдан фатиха алғандар, килегеҙ, донъяға нигеҙ һалынғандан* алып һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты мираҫ итеп алығыҙ. 35  Сөнки асыҡҡан инем — ашаттығыҙ, һыуһаған инем — эсергә бирҙегеҙ, туҡталыр урыным юҡ ине — өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ, 36  кейемһеҙ инем — кейендерҙегеҙ, ауырыған инем — мине хәстәрләнегеҙ, төрмәлә инем — яныма килдегеҙ“. 37  Шунда тәҡүәләр унан һорар: „Хужабыҙ, ҡасан асыҡҡаныңды күреп, һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсергә бирҙек? 38  Ҡасан туҡталыр урының булмағанын күреп, һине ҡабул иттек; кейемһеҙ булғаныңды күреп, кейендерҙек? 39  Ҡасан ауырығаныңды йә төрмәлә ултырғаныңды күреп, яныңа барҙыҡ?“ 40  Батша уларға яуап бирер: „Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: минең иң кесе ҡәрҙәштәремдең береһенә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны миңә эшләнегеҙ“. 41  Шунан Батша һул яғында торғандарға былай тиер: „Ә һеҙ, ҡәһәрләнгәндәр, Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа китегеҙ. 42  Сөнки асыҡҡан инем — ашатманығыҙ, һыуһаған инем — эсергә бирмәнегеҙ, 43  туҡталыр урыным юҡ ине — өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ, кейемһеҙ инем — кейендермәнегеҙ, ауырыған сағымда һәм төрмәлә ултырғанда мине хәстәрләмәнегеҙ“. 44  Шунда улар һорар: „Хужабыҙ, ҡасан беҙ асыҡҡаныңды, һыуһағаныңды, туҡталыр урының булмағанын, кейемһеҙ булғаныңды, ауырығаныңды йә төрмәлә ултырғаныңды күреп, һиңә ярҙам итмәнек?“ 45  Шунда ул яуап бирер: „Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иң кесе ҡәрҙәштәремдең береһенә нимә эшләмәгән булһағыҙ, шуны миңә лә эшләмәнегеҙ“. 46  Шулай итеп, улар мәңгегә юҡ ителер, ә тәҡүәләр мәңгелек тормош алыр».

Төшөрмәләр

102 кг. Бында һүҙ грек таланттары тураһында бара.
40,8 кг.
20,4 кг.
Һүҙмә-һүҙ «көмөшөн».
Һүҙмә-һүҙ «көмөшөмдө».
Һүҙ Әҙәм менән Һауаның балалары тураһында бара.