Матфай яҙған 26:1—75

  • Руханиҙар Ғайсаны үлтерергә һүҙ ҡуйыша (1—5)

  • Бер ҡатын Ғайсаның башына хуш еҫле май ағыҙа (6—13)

  • Һуңғы Ҡотҡарылыу байрамы һәм хыянат (14—25)

  • Хужаның киске ашы (26—30)

  • Ғайса Петерҙең ваз кисәсәге тураһында алдан әйтә (31—35)

  • Ғайса Гитсиман баҡсаһында доға ҡыла (36—46)

  • Һаҡ аҫтына алыныу (47—56)

  • Ғайсаны Юғары кәңәшмә алдында хөкөм итәләр (57—68)

  • Петер Ғайсанан ваз кисә (69—75)

26  Быларҙың барыһын да һөйләп бөткәс, Ғайса шәкерттәренә: 2  «Һеҙ беләһегеҙ, ике көндән һуң Ҡотҡарылыу байрамы була, шунда Әҙәм Улы дошмандар ҡулына тапшырылып, бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерелер», — тип әйтте. 3  Ул арала өлкән руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары баш рухани Ҡаяфастың ишек алдында йыйылды. 4  Улар Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 5  «Ләкин байрам ваҡытында уға теймәй торайыҡ, юғиһә халыҡ араһында ғауға ҡубыр», — тиеште улар. 6  Ғайса Бәйтәниҙә, элек махау менән ауырыған Шимундың өйөндә, 7  киске ашты ашап ултырған саҡта, бер ҡатын бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, уның янына килде лә башына май ағыҙа башланы. 8  Быны күргәс, шәкерттәр асыуланып: «Майҙы ниңә шулай әрәм итергә инде? 9  Уны бит ҙур аҡсаға һатып, ярлыларға таратырға була ине», — тиеште. 10  Уларҙың нимә тураһында һөйләшкәнен белгәнгә, Ғайса былай тине: «Нишләп был ҡатынды борсойһоғоҙ? Ул миңә яҡшылыҡ эшләне. 11  Ярлылар һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, ә мин — һәр ваҡыт түгел. 12  Өҫтөмә май ағыҙып, ул мине ерләүгә әҙерләне. 13  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һөйөнөслө хәбәр бөтә донъя буйлап ҡайҙа ғына вәғәзләнмәһен, был ҡатынды иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында ла һөйләрҙәр». 14  Шунда 12 шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, өлкән руханиҙарға барып: 15  «Әгәр мин уны һеҙгә тапшырһам, миңә нимә бирәһегеҙ?» — тип һораны. Улар уға 30 көмөш тәңкә вәғәҙә итте. 16  Шул ваҡыттан алып ул Ғайсаны һатыр өсөн уңайлы мәл эҙләй башланы. 17  Сөсө икмәк байрамының беренсе көнөндә шәкерттәр Ғайса янына килеп: «Һиңә Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләйек?» — тип һораны. 18  Ғайса уларға былай тине: «Ҡалалағы фәлән-фәлән кешегә барығыҙ ҙа: „Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем инде яҡын. Мин шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын һинең өйөңдә ашармын“, — тип әйтте“, — тиегеҙ». 19  Шәкерттәр Ғайса ҡушҡанса эшләп, Ҡотҡарылыу байрамына барыһын әҙерләне. 20  Кис еткәс, Ғайса 12 шәкерте менән табын артына ултырҙы. 21  Ашап ултырғанда, ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ миңә хыянат итәсәк», — тине. 22  Улар ныҡ көйөнөп, бер-бер артлы: «Хужам, мин түгелдер бит?» — тип һорай башланы. 23  Ғайса уларға әйтте: «Икмәген минең менән бер һауытҡа манып ашағандарҙың береһе мине һатасаҡ. 24  Эйе, Әҙәм Улы үҙе хаҡында яҙылғанса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат иткән кешегә ҡайғы! Тыумаған булһа, ул кеше өсөн яҡшыраҡ булыр ине». 25  Уны һатырға йыйынған Йәһүҙә лә: «Остаз*, мин түгелдер бит?» — тип һораны. Ғайса уға: «Һин үҙең быны әйттең», — тине. 26  Улар ашап ултырғанда, Ғайса икмәк алып, доға ҡылды* һәм уны һындырып, шәкерттәргә бирҙе лә: «Алып ашағыҙ, был икмәк минең тәнемде аңлата», — тине. 27  Шунан ул касаны алып, Аллаға рәхмәт әйтте лә уны уларға биреп, былай тине: «Бөтәгеҙ ҙә унан эсегеҙ, 28  сөнки был шарап күптәрҙең гонаһтары кисерелһен өсөн түгеләсәк „килешеү ҡанымды“ аңлата. 29  Ләкин һеҙгә шуны әйтәм: Атайымдың Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәйенсә, мин бүтән шарап эсмәҫмен». 30  Ахырҙа улар маҡтау йырҙары* йырланылар ҙа Зәйтүн тауына киттеләр. 31  Шунда Ғайса уларға әйтте: «Ошо төндө һеҙ бөтәгеҙ ҙә мине ташлап китерһегеҙ*, сөнки: „Көтөүсене һәләк итермен, һәм һарыҡтар таралыр“, — тип яҙылған. 32  Әммә терелеп торғас, мин Ғәлиләйәгә барып, һеҙҙе шунда көтөрмөн». 33  Петер иһә: «Хатта бөтәһе лә һине ташлап китһә лә, мин бер ҡасан да һине ташламам», — тип ҡаршы төштө. 34  Ғайса уға: «Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин минән өс тапҡыр ваз кисерһең», — тип әйтте. 35  «Хатта һинең менән үлергә тура килһә лә, мин һис ҡасан һинән ваз кисмәм», — тине Петер. Башҡа шәкерттәр ҙә шулай тине. 36  Шунан Ғайса шәкерттәре менән Гитсиман тип аталған урынға килде лә уларға: «Ошонда ултырып тороғоҙ, мин доға ҡылып киләм», — тине. 37  Ул үҙе менән Петерҙе һәм Зәбәҙәйҙең ике улын алды. Ғайсаның күңелен ҡайғы һәм тәрән борсолоу солғап алды. 38  Шунда ул уларға: «Йәнем шул тиклем әрней, үлтереп әрней. Ошонда тороп тороғоҙ һәм минең менән бергә уяу булығыҙ», — тине. 39  Ғайса саҡ ҡына алғараҡ китеп, тубыҡланды ла йөҙ түбән ҡапланып доға ҡыла башланы: «Атай, мөмкин булһа, был каса мине ситләтеп үтһен ине. Шулай ҙа мин теләгәнсә түгел, ә һин теләгәнсә булһын». 40  Шәкерттәренә әйләнеп килгәс, Ғайса уларҙың йоҡлағанын күрҙе. Шунда ул Петергә былай тине: «Минең менән бер генә сәғәт тә уяу тора алманығыҙмы ни? 41  Уяу булығыҙ һәм, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, гел доға ҡылығыҙ. Рух ашҡынып тора*, ә тән хәлһеҙ». 42  Ғайса тағы, икенсе тапҡыр, ситкәрәк китеп: «Атай, әгәр миңә был касаны эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, һинең ихтыярың буйынса булһын», — тип доға ҡылды. 43  Ул әйләнеп килгәндә, шәкерттәренең күҙҙәре йоҡонан йомолоп барғанға, улар тағы йоҡлағайны. 44  Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шуны уҡ һорап, доға ҡыла башланы. 45  Шунан ул шәкерттәре янына әйләнеп килеп, былай тине: «Ошондай ваҡытта һеҙ йоҡлайһығыҙ һәм ял итәһегеҙ! Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте. 46  Тороғоҙ, киттек. Миңә хыянат итеүсе етеп килә». 47  Ғайса һөйләп тә бөтөрмәне, 12 шәкерттең береһе — Йәһүҙә килеп етте. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар тотоп, өлкән руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән ҙур халыҡ төркөмө лә килде. 48  Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шуны ҡулға алығыҙ», — тиеп, улар менән алдан уҡ билдә тураһында һөйләшеп ҡуйғайны. 49  Туп-тура Ғайсаға барып, ул: «Һаумы, Остаз*!» — тиеп, уны үбеп алды. 50  Ғайса: «Һин бында нишләп килдең?» — тип һораны. Шул саҡта Йәһүҙә менән килгән кешеләр Ғайса янына килеп, уны һаҡ аҫтына алдылар. 51  Ләкин Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡылысын сығарҙы ла баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. 52  Ғайса уға әйтте: «Ҡылысыңды кире ҡынына тығып ҡуй, сөнки ҡулына ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр. 53  Әллә һин, Атайымдан хәҙер үк ярҙамға 12 легиондан* артыҡ фәрештә ебәреүен һорай алмайым, тип уйлайһыңмы? 54  Улайһа, нисек һуң Яҙмалар үтәлһен? Унда бит, быларҙың барыһы ла булырға тейеш, тип яҙылған». 55  Шунан һуң Ғайса үҙен ҡулға алырға килгән кешеләргә: «Мин енәйәтсеме ни? Нишләп ҡылыстар һәм суҡмарҙар тотоп килдегеҙ? Мин көн һайын ғибәҙәтханала ултырып өйрәттем, һәм һеҙ миңә теймәнегеҙ. 56  Ләкин быларҙың барыһы ла пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары тормошҡа ашһын өсөн булды». Шунда бөтә шәкерттәр ҙә уны ташлап ҡасып китте. 57  Ғайсаны ҡулға алған кешеләр уны баш рухани Ҡаяфасҡа алып китте. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны. 58  Петер иһә, шаҡтай артта ҡалып, баш руханиҙың өйөнә тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ишек алдына ингәс, бының барыһы нимә менән бөтөрөн күрер өсөн, ул хеҙмәтселәр янына барып ултырҙы. 59  Өлкән руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ бирерлек кешеләр эҙләне. 60  Ләкин улар, күп ялған шаһиттар килһә лә, Ғайсаны ғәйепләрлек бер нәмә лә таба алманы. Ахырҙа ике кеше килеп, 61  былай тине: «Был кеше: „Мин Алланың ғибәҙәтханаһын емереп, уны өс көн эсендә төҙөй алам“, — тип әйтте». 62  Шул мәл баш рухани тороп, Ғайсанан: «Нимә, әйтер һүҙең юҡмы? Ишетәһеңме, һине нимәлә ғәйепләйҙәр?» — тип һораны. 63  Ләкин Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Баш рухани уға: «Тере Алла менән ант итеп, әйт беҙгә: һин Алла Улы Мәсихме?» — тине. 64  Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Һин быны үҙең әйттең. Һеҙгә әйтәм: ошо ваҡыттан алып һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөнән килгәнен күрерһегеҙ». 65  Шунда баш рухани үҙенең кейемен йыртып ебәрҙе лә былай тине: «Ул Аллаға ҡаршы һөйләй! Нимәгә беҙгә тағы шаһиттар? Һеҙ әле генә уның Аллаға ҡаршы һөйләгәнен үҙегеҙ ишеттегеҙ. 66  Быға ни тиерһегеҙ?» «Ул үлергә тейеш!» — тине улар. 67  Шунда берәүҙәре битенә төкөрөп, уны йоҙроҡлап туҡмай башланы. Башҡалары яңаҡтарына һуға-һуға: 68  «Эй, Мәсих, пәйғәмбәр булһаң, әйт, һиңә кем һуҡты?» — тип әйтә ине. 69  Ул ваҡытта Петер тышта, ишек алдында ултыра ине. Уның янына бер хеҙмәтсе ҡыҙ килеп: «Һин дә Ғәлиләйәнән булған Ғайса менән йөрөнөң!» — тине. 70  Әммә Петер бөтәһе алдында быны кире ҡағып: «Һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым», — тине. 71  Ул ҡапҡа янына килгәс, икенсе бер хеҙмәтсе ҡыҙ уны күреп ҡалып, унда торғандарға: «Бына был да Назаралы Ғайса менән йөрөнө», — тип әйтте. 72  Ул йәнә ант итеп һәм быны кире ҡағып: «Мин ул кешене белмәйем!» — тине. 73  Күп тә үтмәҫтән, унда торған кешеләр Петер янына килде лә: «Һин ысынлап та уларҙың береһе, һөйләшеүеңдән үк беленеп тора бит», — тип әйтте. 74  Петер ҡабат быны кире ҡағып*: «Мин ул кешене белмәйем!» — тип ант итә башланы. Тап шул мәлдә әтәс ҡысҡырҙы. 75  Шунда Петер Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин минән өс тапҡыр ваз кисерһең», — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул сыҡты ла әрнеп илап ебәрҙе.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «рабби́».
Һүҙмә-һүҙ «фатихаланы».
Йәки «мәҙхиәләр».
Йәки «минең арҡала абынырһығыҙ».
Йәки «әҙер».
Һүҙмә-һүҙ «рабби́».
Бер легионда 4 000—6 000 һалдат булған. Бында был һүҙ иҫәпһеҙ ҙур һанды белдерер өсөн ҡулланыла.
Һүҙмә-һүҙ «ҡарғап».