Титҡа хат 2:1—15
2 Һин иһә артабан да хаҡ* тәғлимәткә тура килгәнде һөйлә.
2 Оло ирҙәр бөтә нәмәлә сама белергә, етди һәм айыҡ аҡыллы булырға, иманда ныҡ торорға, башҡаларҙы яратырға, сыҙам булырға тейеш.
3 Өлкән йәштәге ҡатындар үҙҙәрен лайыҡлы тоторға, берәүгә лә яла яҡмаҫҡа, күп шарап эсмәҫкә*, яҡшылыҡҡа өйрәтергә тейеш.
4 Улар йәш ҡатындарҙы ирҙәрен һәм балаларын яратырға,
5 айыҡ аҡыллы, әхлаҡи яҡтан саф, тырыш хужабикә булырға, изгелек эшләргә, ирҙәренә буйһонорға өйрәтһен. Шул саҡта бер кем дә Алла һүҙен яманлай алмаҫ.
6 Йәш ирҙәрҙе айыҡ аҡыллы булырға дәртләндер,
7 бөтә яҡшы эштәрҙә лә өлгө күрһәт. Тулы етдилек менән саф нәмәләргә* өйрәт,
8 һүҙҙәрең һис кем ғәйепләй алмаҫлыҡ, хаҡ* булһын. Шул саҡта ҡаршы килеүселәр беҙҙең хаҡта насар һүҙ әйтергә сәбәп тапмайынса оятҡа ҡалыр.
9 Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, уларға ярарға тырышһын, ҡаршы һүҙ әйтмәһен,
10 урлашмаһын, киреһенсә, үҙҙәренең тулы ышанысҡа лайыҡ булғандарын күрһәтһен. Шулай эшләп, улар Ҡотҡарыусыбыҙ Алланың тәғлимәтен бөтә яҡтан да биҙәр.
11 Сөнки Алла, һәр төрлө кешегә ҡотолоуға юл асып, үҙенең сикһеҙ игелеген күрһәтте.
12 Уның сикһеҙ игелеге беҙҙе яуызлыҡты* һәм донъяға хас теләктәрҙе кире ҡағып, был заманда* айыҡ аҡыллы, тәҡүә һәм Аллаға бирелгән булып йәшәргә өйрәтә.
13 Беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙҙөң тормошҡа ашыуын, шулай уҡ бөйөк Аллабыҙҙың һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең үҙҙәренең дан-шөһрәтен күрһәтеүҙәрен көткән арала шулай йәшәргә тейеш.
14 Мәсих, беҙҙе һәр төрлө ҡанунһыҙлыҡтан азат итер* өсөн һәм үҙенең махсус милкен, йәғни яҡшылыҡ эшләргә ашҡынып торған халыҡты сафландырыр өсөн, беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен бирҙе.
15 Үҙеңә бирелгән хакимлыҡты ҡулланып, ошолар хаҡында һөйлә, башҡаларҙы инандыр* һәм фашла*. Берәүгә лә үҙеңә кәмһетеп ҡарарға рөхсәт итмә.
Төшөрмәләр
^ Йәки «файҙалы».
^ Йәки «шарап ҡоло булмаҫҡа».
^ Йә, бәлки, «саф ниәттәрҙән сығып».
^ Йәки «файҙалы».
^ Йәки «Алла ихтыярына ҡаршы килгән нәмәләрҙе».
^ Һүҙмә-һүҙ «йолоп алыр».
^ Йәки «дәртләндер».
^ Йәки «төҙәт».