2-СЕ БҮЛЕК
Рабиға Йәһүәне һөйөндөрөргә теләгән
Рабиға Йәһүәне яратҡан ҡатын-ҡыҙ булған. Уның иренең исеме Исхаҡ булған. Ул да Йәһүәне яратҡан. Рабиға Исхаҡ менән нисек танышҡан? Ул Йәһүәне һөйөндөрөргә теләгәнен нисек күрһәткән? Әйҙә, Рабиға тураһында күберәк беләйек.
Исхаҡтың ата-әсәһе Ибраһим менән Сара булған. Улар Ҡынаан ерендә йәшәгәндәр, унда кешеләр Йәһүәгә табынмағандар. Әммә Ибраһим үҙ улының Йәһүәгә табынған ҡатын-ҡыҙға өйләнеүен теләгән. Шуға күрә ул хеҙмәтсеһен, күрәһең, Элиезерҙы, улына ҡатын табыр өсөн Харран тип аталған ергә ебәргән. Унда Ибраһимдың туғандары йәшәгән.
Элиезер Ибраһимдың башҡа хеҙмәтселәре менән юлға сыҡҡан. Уларҙың сәйәхәте бик оҙон булған. Улар алған ризыҡтарын һәм бүләктәрен ун дөйәгә тейәгәндәр. Элиезер Исхаҡ өсөн ниндәй ҡатынды һайларға икәнен ҡайҙан белер? Ул башҡа хеҙмәтселәр менән Харранға килеп еткәс, ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтаған, сөнки тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар һыу артынан киләсәген белгән. Элиезер Йәһүәгә былай тип доға ҡылған: «Мин йәш ҡатындан эсергә һыу һораһам һәм ул миңә лә, дөйәләремә лә һыу бирһә, шул ҡатынды Һин һайлағаныңды мин аңлармын».
Шунан һуң ҡоҙоҡ эргәһенә йәш Рабиға килә. Изге Яҙмаларҙа ул бик матур
булған тип әйтелә. Элиезер унан һыу һорағас, Рабиға: «Әлбиттә, мин һиңә лә һыу бирәм, дөйәләреңде лә һуғарырмын»,— тип яуап биргән. Уйлап ҡына ҡара! Һыуһаған дөйәләр бик күп һыу эсәләр, шуның өсөн Рабиғаға ҡоҙоҡ янына күп тапҡыр йүгерергә тура килгән. Уның тырышып эшләгәнен рәсемдә күрәһеңме?— Элиезер Йәһүә доғаһына нисек яуап биргәненә таң ҡалған.Элиезер Рабиғаға күп матур бүләктәр биргән. Рабиға Элиезерҙы һәм башҡа хеҙмәтселәрҙе атаһының өйөнә саҡырған. Элиезер ни өсөн Ибраһим уны ебәргәнен аңлатып биргән. Шулай уҡ Йәһүә доғаһына нисек яуап биргәнен һөйләгән. Рабиғаның ғаиләһе Рабиғаны Исхаҡҡа ҡатын итеп бирергә шат булған.
Рабиға Элиезер менән Ҡынаанға барған һәм Исхаҡҡа кейәүгә сыҡҡан
Нисек уйлайһың, Рабиға Исхаҡҡа кейәүгә сығырға теләгәнме?— Рабиға Элиезерҙы Йәһүә ебәргәнен белгән. Рабиғаның ғаиләһе унан: «Һин Ҡынаанға барып Исхаҡҡа кейәүгә сығырға ризамы?» — тип һораған. Ул: «Мин риза»,— тип яуап биргән. Рабиға шунда уҡ Элиезер менән юлға сыҡҡан. Ҡынаанға килгәс, Рабиға Исхаҡҡа кейәүгә сыҡҡан.
Рабиға Йәһүә теләгәнде эшләгән, шуның өсөн Алла уны фатихалаған. Күп йылдар уткәс, ул Ғайсаның боронғо өләсәләренең береһе булып киткән! Әгәр һин, Рабиға кеүек, Йәһүәне һөйөндөрһәң, ул һине лә фатихалаясаҡ.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ
-
Башланмыш 12:4, 5; 24:1—58, 67