Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ДӘРЕС

Алланың ергә ҡарата ниәте ниндәй?

Алланың ергә ҡарата ниәте ниндәй?

1. Алла ерҙе ни өсөн барлыҡҡа килтергән?

Йәһүә ерҙе кешеләр өсөн булдырған. Ер — беҙҙең йортобоҙ. Беренсе кешеләр — Әҙәм менән Һауа, күктә йәшәр өсөн яратылмаған. Күктә йәшәр өсөн, Алла фәрештәләрҙе барлыҡҡа килтергән (Әйүп 38:4, 7). Кешеләрҙе иһә, Алла Эден исемле гүзәл баҡсаға, ожмахҡа урынлаштырған (Башланмыш 2:15—17). Йәһүә беренсе кешеләрҙең һәм уларҙың тоҡомдарының ерҙә мәңге рәхәтләнеп йәшәүен теләгән. Башланмыш 1:28; 1 Яхъя 2:17-не уҡығыҙ.

Тәүҙә ожмах Эден баҡсаһында ғына булған. Беренсе ир менән ҡатындың тоҡомдары бөтә ер йөҙөн тултырырға тейеш булған. Ваҡыт уҙыу менән улар ожмах сиктәрен киңәйтә барып, бөтә Ер шарын сәскәгә күмелгән баҡса итер ине (Башланмыш 1:28). Ер бер ҡасан да юҡ ителмәйәсәк. Ул һәр ваҡыт кешеләр өсөн йорт булып ҡаласаҡ. Зәбур 104:5-те * уҡығыҙ.

«Алла ерҙе ни өсөн барлыҡҡа килтергән?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

2. Ни өсөн бөгөн ер ожмах түгел?

Әҙәм менән Һауа Аллаға буйһонмаған, шуға күрә Эден баҡсаһынан ҡыуылған. Ожмах юғалтылған, һәм уны кире ҡайтарырға кешеләрҙең береһенең дә көсөнән килмәй. Изге Яҙмала: «Ер яуыздар ҡулына тапшырылған», — тиелә (Әйүп 9:24). Башланмыш 3:23, 24-те уҡығыҙ.

Йәһүә үҙенең башланғыс ниәтенән баш тартҡанмы? Һис тә юҡ! Ул — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе. Уның ниәттәре һәр ваҡыт үтәлә (Ишағыя 45:18). Ул ерҙе яңынан ожмах итәсәк. Зәбур 37:11, 34-те * уҡығыҙ.

3. Ожмах нисек торғоҙоласаҡ?

Ғайса Батша булып идара иткәндә, ер ожмахҡа әйләнәсәк. Армагеддон һуғышында Ғайса Алла фәрештәләренән торған ғәскәр менән киләсәк һәм Аллаға ҡаршы булғандарҙы юҡ итәсәк. Шунан Ғайса Иблисте 1 000 йылға иректән мәхрүм итәсәк. Алланың халҡы ҡотоласаҡ, сөнки Ғайса үҙе уларға күрһәтмәләр бирәсәк һәм яҡлаясаҡ. Улар ерҙәге ожмахта мәңге йәшәйәсәк. Асылыш 20:1—3; 21:3, 4-те уҡығыҙ.

4. Ғазаптар ҡасан бөтәсәк?

Ерҙәге яуызлыҡты Алла ҡасан бөтөрәсәк? Ғайса ахырҙың етеп килеүен күрһәткән «билдә» ҡалдырған. Бөгөнгө донъялағы ваҡиғалар бөтә кешелеккә һәләкәт янауын һәм был донъя төҙөлөшөнөң ахырында йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Матфей 24:3, 7—14, 21, 22-не уҡығыҙ.

Ғайса 1 000 йыл дауамында күктән идара иткәндә ерҙәге яуызлыҡты бөтөрәсәк (Ишағыя 9:6, 7; 11:9). Батша булыуҙан тыш Ғайса баш рухани булып та хеҙмәт итәсәк һәм Алланы яратҡан кешеләрҙе гонаһтарынан азат итәсәк. Шулай итеп Алла Ғайса аша сирҙәрҙе, ҡартлыҡты һәм үлемде юҡҡа сығарасаҡ. Ишағыя 33:24 *; 1 Коринфтарға 15:26-ны уҡығыҙ.

5. Киләсәктәге ожмахта кемдәр йәшәйәсәк?

Батшалыҡ залында Алланы яратҡан һәм ул ҡушҡанса йәшәргә өйрәнергә теләгән кешеләрҙе осратырһығыҙ

Ожмахта Алланы тыңлаған кешеләр йәшәйәсәк (1 Яхъя 2:17). Ғайса шәкерттәренә баҫалҡы кешеләрҙе эҙләргә һәм уларға Алла менән дуҫлашырға ярҙам итергә ҡушҡан. Бөгөн Йәһүә миллионлаған кешене киләсәктә ерҙә буласаҡ ожмахта йәшәр өсөн әҙерләй (Сафуния 2:3). Батшалыҡ залдарында Йәһүә шаһиттары яҡшыраҡ ир һәм атай, яҡшыраҡ ҡатын һәм әсәй булырға өйрәнә. Атай-әсәйҙәр балалары менән бергә Йәһүәгә табына һәм Изге Яҙмалағы белемдең инде бөгөн үк ниндәй файҙа килтереүен күрә. Асылыш 15:4-те уҡығыҙ.

 

^ 2 абз. Зәбур 104:5: «Ул ерҙе нигеҙҙәренә ныҡ урынлаштырған, ер бер ҡасан да үҙ урынынан ҡуҙғалмаҫ».

^ 4 абз. Зәбур 37:11, 34: «Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ. Йәһүәгә өмөтлән һәм уның юлынан йөрө, ул һине юғары күтәрер, һәм һин ерҙе мираҫ итеп алырһың. Яуыздар юҡ ителгән саҡта, һин быны күрерһең».

^ 7 абз. Ишағыя 33:24: «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ. Ул ерҙә йәшәүсе халыҡтың гонаһы кисерелер».