7-СЕ ДӘРЕС
Алла Батшалығы нимә ул?
1. Алла Батшалығы нимә ул?
Алла Батшалығы — ул күктәге хөкүмәт. Ул ерҙәге бөтә хөкүмәттәрҙе алмаштырасаҡ, һәм Алла, уны ҡулланып, күктә лә, ерҙә лә үҙ ихтыярын үтәйәсәк. Алла Батшалығы тураһындағы хәбәр — ул һөйөнөслө хәбәр. Тиҙҙән Алла Батшалығы кешеләрҙең яҡшы хөкүмәт хаҡындағы хыялын тормошҡа ашырасаҡ. Ул ер шарындағы бөтә кешене лә бергә берләштерәсәк. Данил 2:44 *; Матфей 6:9, 10; 24:14-те уҡығыҙ.
Һәр батшалыҡтың да батшаһы була. Күктәге Батшалыҡтың Батшаһы итеп Йәһүә үҙ Улын — Ғайсаны билдәләгән. Асылыш 11:15-те уҡығыҙ.
«Алла Батшалығы нимә ул?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
2. Ни өсөн Ғайса — иң яҡшы Батша?
Ғайса — иң яҡшы Батша, сөнки ул хаҡлыҡты ярата һәм изгелекле (Еврейҙарға 1:9). Кешеләргә ярҙам итер өсөн уның көсө етерлек, сөнки ул күктән тороп бөтә ер шары менән идара итәсәк. Терелтелгәс Ғайса күккә күтәрелгән һәм Алланың уң яғына ултырып көтә башлаған (Еврейҙарға 10:12, 13). Ваҡыт еткәс, Алла Ғайсаға хакимлыҡ биргән, һәм ул идара итә башлаған. Лука 1:32, 33-тө уҡығыҙ.
3. Ғайса менән бергә кем идара итәсәк?
Ғайса әйткәнсә, Алла Батшалығында уның менән бергә башҡа кешеләр ҙә идара итәсәк (Лука 22:28, 29; Данил 7:27). Уларҙы Йәһүә үҙе һайлай. Был төркөмгә беренселәрҙән булып Ғайсаның тоғро илселәре ингән. Алла бөгөнгө көндәргә ҡәҙәр ундай тоғро ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы һайлауын дауам итә. Ғайса кеүек улар ҙа күктә йәшәр өсөн рухи тәндә терелә. Яхъя 14:1—3; 1 Коринфтарға 15:50-не уҡығыҙ.
Күпме кеше күккә китәсәк? Ғайса уларҙы «бәләкәй көтөү» тип атаған (Лука 12:32). Уларҙың һаны 144 000. Улар Ғайса менән бергә ер өҫтөнән идара итәсәк. Асылыш 14:1-ҙе уҡығыҙ.
4. Ғайсаның идара итеүе ниндәй ваҡиғаларҙан башланған?
Алла Батшалығы 1914 йылдан башлап идара итә *. Батша булып ултырғас та, Ғайса Шайтанды һәм уның ендәрен ергә бәреп төшөргән. Шайтан ярһып кешеләргә бер-бер артлы ғазаптар яуҙыра башлаған (Асылыш 12:7—10, 12). Шунан башлап кешеләр төрлө бәлә-ҡазалар арҡаһында яфа сигә. Һуғыштар, аслыҡ, киҙеүҙәр һәм ер тетрәүҙәр Алла Батшалығының бик яҡын икәнен күрһәтә. Лука 21:7, 10, 11, 31-ҙе уҡығыҙ.
5. Алла Батшалығы ниндәй эштәр башҡарасаҡ?
Бөтә донъя буйлап барған вәғәз эше ярҙамында Алла Батшалығы инде бөгөн үк бар халыҡтарҙан булған ғәжәп күп кешене берләштерә. Миллионлаған баҫалҡы кеше Ғайса етәкселегендәге Батшалыҡтың гражданы булып китә. Был яуыз донъя юҡ ителгәндә, Алла Батшалығы үҙ граждандарын яҡлаясаҡ. Шуға күрә Алла Батшалығының идараһы аҫтында йәшәргә теләгәндәрҙең барыһына ла Ғайсаны тыңларға өйрәнергә кәрәк. Асылыш 7:9, 14, 16, 17-не уҡығыҙ.
Ғайсаның Мең йыллыҡ идараһы ваҡытында Батшалыҡ Алланың кешелеккә ҡарата тәүге ниәтен тулыһынса үтәйәсәк. Бөтә ер ожмахҡа әйләнәсәк. Һуңынан Ғайса Батшалыҡты Атаһына тапшырасаҡ (1 Коринфтарға 15:24—26). Һеҙ Алла Батшалығы хаҡында кемгә һөйләргә теләр инегеҙ? 2 Петр 3:13-тө уҡығыҙ.
^ 1 абз. Данил 2:44: «Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».
^ 6 абз. 1914 йылға ҡағылышлы пәйғәмбәрлек «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 217—220 биттәрендә ҡарала.