42-СЕ ДӘРЕС
Батыр һәм тоғро Йонафан
Шау́л батшаның оло улы Йонафа́н батыр һуғышсы булған. Дауы́т уның хаҡында, Йонафа́н бөркөттән етеҙерәк, арыҫландан көслөрәк, тип әйткән. Бер ваҡыт Йонафа́н тау башында 20 пелештиҙе́ күреп ҡалған. Ул ҡорал йөрөтөүсеһенә былай тигән: «Йәһүә беҙгә билдә бирһә, уларға һөжүм итербеҙ. Әгәр пелештиҙә́р, менегеҙ бында, тиһә, тимәк, һөжүм итергә кәрәк». Пелештиҙә́р: «Менегеҙ яныбыҙға, хәҙер кәрәгегеҙҙе бирәбеҙ!» — тип ҡысҡырған. Шунда улар икәүләп тау башына менгән дә пелештиҙәрҙе́ еңгән.
Йонафа́н, Шаулды́ң оло улы булараҡ, атаһынан һуң батша булып ҡалырға тейеш булған. Әммә киләһе батша итеп Йәһүә Дауытты́ һайлаған, һәм Йонафа́н быны белгән. Шулай ҙа ул Дауытта́н көнләшмәгән, ә киреһенсә, Йонафа́н менән Дауы́т яҡын дуҫтар булып киткән. Улар бер-береһен яҡлашырға һүҙ биргән. Дуҫлыҡ билдәһе
итеп Йонафа́н Дауытҡа́ үҙенең кейемен, ҡылысын, йәйәһен һәм билбауын бүләк иткән.Дауы́т Шаулда́н ҡасып йөрөгән саҡта уның янына Йонафа́н килгән һәм: «Ҡурҡма, ҡыйыу бул. Йәһүә батша итеп һине һайланы. Хатта атайым да быны белә», — тигән. Ә һин Йонафа́н һымаҡ яҡшы дуҫың булыуын теләр инеңме?
Йонафа́н үҙенең дуҫы Дауы́т хаҡына күп тапҡырҙар үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Ул атаһының Дауытты́ үлтерергә теләгәнен белгән, шуға күрә атаһына: «Дауытты́ үлтереү — гонаһ, ул бит бер насарлыҡ та эшләмәгән!» — тигән. Быны ишетеп, Шау́л ярһып киткән һәм Йонафанға́ ныҡ асыуланған.
Бер нисә йыл үткәс, Шау́л менән Йонафа́н һуғышта үлгән. Дауы́т, Йонафанды́ң улы Мәфибәшитте́ эҙләп табып, уға былай тигән: «Атайың минең яҡын дуҫым ине. Шуға күрә һинең хаҡта ғүмерең буйы ҡайғыртасаҡмын. Һин минең менән батша һарайында йәшәйәсәкһең, минең менән бер табындан ашаясаҡһың». Дауы́т бер ҡасан да үҙенең дуҫы Йонафанды́ онотмаған.
«Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ» (Яхъя 15:12, 13)