7-СЕ ҺОРАУ
Мине енси мөнәсәбәткә инергә этәрһәләр, нимә эшләргә?
ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?
Бындай осраҡты күҙ алдыңа килтер: Элина Эдик менән ни бары ике ай ғына таныш, әммә Элинаға улар инде бер-береһен ғүмер буйы белгән һымаҡ тойола. Улар бер-береһенә бер туҡтауһыҙ СМС-тар ебәреп тора, сәғәттәр буйы телефондан аралаша, береһе һүҙ башлаһа, икенсеһе фекерен тамамлап ҡуя. Ә хәҙер Эдик аралашыу менән генә сикләнергә теләмәй.
Ошо ике ай дауамында Элина менән Эдик етәкләшеп йөрөйҙәр, ваҡыт-ваҡыт бер-береһен үбеп тә алалар. Әммә Элина был сиктәрҙән сығырға теләмәй, шул уҡ ваҡыт Эдикты ла юғалтҡыһы килмәй. Ул үҙен тик уның менән генә шул тиклем матур һәм һөйөклө итеп тоя. «Бынан тыш, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ...», — тип үҙ-үҙен ышандыра Элина.
Осрашырға йәшең еткән булһа һәм Элина урынында булһаң, һин нисек эш итер инең?
ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!
Берәй физик ҡанунды, мәҫәлән, гравитация ҡанунын иғтибарға алмау аяныс эҙемтәләргә килтерә. Әхлаҡи ҡанунды, мәҫәлән, «аҙғынлыҡҡа юл ҡуйма[ғыҙ]» тигән әмерҙе, боҙоу тураһында ла шуны уҡ әйтеп була (1 Фессалоникаларға 4:3).
Был әмерҙе боҙоу нимәгә килтерәсәк? Инжилдә: «Фәхешлек итеүсе үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла», — тип әйтелә (1 Коринфтарға 6:18). Был нимәне аңлата?
Тикшеренеүҙәр буйынса, никахҡа тиклем енси мөнәсәбәткә ингән күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар түбәндә килтерелгән эҙемтәләрҙең кәм тигәндә береһен үҙендә татып ҡараған.
-
ЙӘН ҒАЗАБЫ. Никахҡа тиклем енси бәйләнешкә ингән егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың күпселеге ваҡыт үтеү менән шундай аҙым яһағанына үкенә.
-
ШИКТӘР. Енси мөнәсәбәткә ингәндән һуң егет менән ҡыҙҙың һәр береһе: «Ул тағы кем менән йоҡлаған икән?» — тип уйлай башлай.
-
ӨМӨТ ӨҘӨЛӨҮ. Күңелендә һәр ҡыҙ үҙен әйбер урынына ҡулланыуҙы түгел, ә үҙе тураһында ҡайғыртыуҙы көтә. Ә күп кенә егеттәр, әгәр ҡыҙ бирелә икән, ул инде бүтән ҡыҙыҡһындырмай, тип һөйләй.
-
Йомғаҡ яһайыҡ. Никахҡа тиклем енси мөнәсәбәткә инеп, һин үҙеңде кәмһетәһең һәм ҡиммәтле нәмәне — сафлығыңды юғалтаһың (Римдарға 1:24). Тәнеңдең ҡәҙерен бел, уны ваҡ-төйәккә сарыф итмә!
Үҙеңдә Алланың аҙғынлыҡҡа юл ҡуймағыҙ тигән әмеренә буйһонорға ихтыяр көсө барлығын күрһәт (1 Фессалоникаларға 4:3). Ә һуңыраҡ, инде никахлашҡас, һинең енси мөнәсәбәткә инергә хоҡуғың булыр. Шул ваҡытта һине бер нәмә лә — йән ғазабы ла, үкенеүҙәр ҙә, үҙеңде яраҡһыҙ тип тойоу ҙа һәм никахҡа тиклем енси мөнәсәбәткә инеүҙең башҡа аяныс эҙемтәләре лә — шатлыҡтан мәхрүм итмәҫ (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:22, 23; 1 Коринфтарға 7:3).
ҺИН НИСЕК УЙЛАЙҺЫҢ?
-
Һине ысындан да яратҡан кеше һинең эмоциональ һәм физик именлегеңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр инеме?
-
Ул һине Алла менән мөнәсәбәтеңде боҙоуға килтерә алған эштәргә этәрер инеме? (Еврейҙарға 13:4)