Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ҺОРАУ

Мин хаталарымды таныйыммы?

Мин хаталарымды таныйыммы?

НИ ӨСӨН БЫНЫ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?

Хаталарыңды таныһаң, һин яуаплыраҡ һәм ышаныслыраҡ кеше булырһың.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

Күҙ алдыңа килтер: Тимур, дуҫы менән туп тибеп, күршеләренең машина тәҙрәһен вата.

Тимур урынында булһаң, һин нимә эшләр инең?

ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!

ҺИНЕҢ ӨС ВАРИАНТ БАР:

  1. Ҡасыу.

  2. Башҡа кешене ғәйепләү.

  3. Күршегеҙгә барыһын һөйләп биреп, килтерелгән зыянды ҡаплау.

Бәлки, һинең 1-се вариантты һайлау теләге тыуыр. Әммә, был ватылған тәҙрә йә башҡа нәмә булһынмы, үҙеңдең хаталарыңды таныу өсөн етди сәбәптәр бар.

ХАТАЛАРЫМДЫ ТАНЫУ ӨСӨН ӨС СӘБӘП

  1. Шулай эшләү дөрөҫ.

    Изге Яҙмала: «Һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ», — тип әйтелә (Еврейҙарға 13:18).

  2. Үҙ хаталарын танығандарҙы ғәҙәттә кисерәләр.

    Изге Яҙмала: «Гонаһтарын йәшереүсе уңышлы булмаҫ, әммә гонаһтарын танып, уларҙы ҡалдырған кешегә шәфҡәт күрһәтелер», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13).

  3. Иң мөһиме — шулай эшләп, һин Йәһүәне ҡыуандыраһың.

    Изге Яҙмала былай тиелә: «Мәкерле кешеләрҙән Йәһүә ерәнә бит, ә намыҫлылар — уның яҡын дуҫтары» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32).

Карина исемле 20 йәшлек ҡыҙға, машина йөрөткән саҡта тиҙлекте арттырғаны өсөн, штраф һалынған. Быны ул атаһынан йәшергән. Әммә ваҡыт уҙыу менән барыһы ла асыҡланған: «Бер йыл самаһы үткәс, — тип иҫенә төшөрә Карина, — атайым минең исемемә яҙылған квитанцияны күреп ҡалды. Бына шунда миңә эләкте!»

Был осраҡтан ниндәй фәһем алып була? «Хаталарыңды йәшерһәң, ауырыраҡ буласаҡ. Улар өсөн, һуңыраҡ булһа ла, барыбер түләргә кәрәк булыр!» — ти Карина.

ХАТАЛАРЫМДАН НИСЕК ФӘҺЕМ АЛЫРҒА?

Изге Яҙмала: «Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ», — тиелә (Яҡуб 3:2). Әммә хаталарыңды шунда уҡ таныу бик мөһим. Был һинең баҫалҡы һәм етлеккән булыуыңды күрһәтер.

Киләһе аҙым — хаталарыңдан фәһем алыу. Вера исемле бер ҡыҙ: «Мин һәр хатама өйрәнеү процесына ҡараған һымаҡ ҡарарға һәм унан фәһем алырға тырышам. Был миңә киләсәктә яҡшыраҡ булырға һәм, оҡшаш хәл тыуғанда, башҡасараҡ эш итергә ярҙам итәсәк», — тип әйтә. Һин дә, шулай уҡ эш итер өсөн, нимә эшләй алыр инең? Әйҙә, быны ҡарап сығайыҡ.

Әйтәйек, һин атайыңдың велосипедын алып торғанһың, ти. Әммә яңылыш уны ватҡанһың. Һин нимә эшләрһең?

  • Атайым абайламаҫ әле, тип өмөтләнеп, уға бер-нәмә лә әйтмәҫмен.

  • Атайыма барыһын да һөйләп бирермен.

  • Атайыма булған хәлде һөйләп бирермен, әммә ғәйебемде башҡа кешегә ауҙарырмын.

Әҙерләнмәүең арҡаһында һин имтиханды бирә алманың, ти. Һин нимә эшләрһең?

  • Һорауҙар бик ауыр булды, тип әйтермен.

  • Ғәйебемде танырмын.

  • Уҡытыусым мине яратып бөтмәй, тип әйтермен.

Үткәндәге хаталарҙы гел генә иҫкә төшөрөп тороуҙы машинаны йөрөткән саҡта артҡы яҡ күренеш көҙгөһөнә бер туҡтауһыҙ ҡарау менән сағыштырып була

Ә хәҙер, өҫтә килтерелгән осраҡтарға яңынан иғтибар ит һәм үҙеңде 1) атайың, 2) уҡытыусың урынына ҡуйып ҡара. Һин хаталарыңды шунда уҡ таныһаң, улар нимә хис итер? Ә хаталарыңды йәшерһәң, улар нимә тип уйлар?

Ә хәҙер быйыл яһаған берәй хатаңды иҫеңә төшөр һәм түбәндәге һорауҙарға яуап бир.

Был ниндәй хата булды? Һин нисек эш иттең?

  • Мин уны йәшерҙем.

  • Мин башҡа кешене ғәйепләнем.

  • Мин уны шунда уҡ таныным.

Хатаңды шунда уҡ танымағанһың икән, һуңыраҡ һин үҙеңде нисек хис иттең?

  • Шәп! Үтеп китте, ҡотолдом!

  • Ғәйеплемен. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк булған.

Һиңә нисек эш итергә кәрәк булған?

Һин хатаңдан ниндәй фәһем алдың?

ҺИН НИСЕК УЙЛАЙҺЫҢ?

Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр хаталарын танырға ашыҡмай?

Һәр ваҡыт хаталарыңды йәшерергә маташһаң, башҡалар һинең турала нимә уйлар? Әммә һин хаталарыңды таныһаң, уларҙың һиңә ҡарата мөнәсәбәте ниндәй буласаҡ? (Лука 16:10)