Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ҺОРАУ

Нишләп мин тышҡы ҡиәфәтем өсөн борсолам?

Нишләп мин тышҡы ҡиәфәтем өсөн борсолам?

НИ ӨСӨН БЫНЫ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?

Көҙгөлә күргәнең тормошоңда иң мөһим нәмә түгел.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

Бындай осраҡты күҙ алдыңа килтер: Лилиә, көҙгөгә ҡарап, кәүҙәгә тулыланып киткәнен абайлап ҡала. «Ябығырға кәрәк», — ти ул үҙ-үҙенә. Ә ата-әсәһе менән дуҫтары уға: «Ҡоро һөйәк булып ҡалғанһың бит», — тиҙәр.

Яңы ғына Лилиә, «бер-ике килограмм» ташлау өсөн, киҫкен саралар күрергә йыйынғайны. Уға кәм тигәндә бер-нисә көн ашамай торорға кәрәк булыр...

Һиндә лә шундай уйҙар тыуһа, һин нишләр инең?

ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!

Үҙебеҙгә ҡарашыбыҙ боҙоп күрһәткән көҙгөгә оҡшарға мөмкин

Тышҡы ҡиәфәт тураһында ҡайғыртыуҙың бер насарлығы ла юҡ. Ҡыҙыҡ, әммә Изге Яҙмала ҡайһы бер ирҙәр һәм ҡатындар тураһында, мәҫәлән, Сара, Рәхилә, Әбиғиә, Йософ, Дауыт хаҡында әйтелгәндә, уларҙың тышҡы ҡиәфәте маҡтап телгә алына. Шулай уҡ Изге Яҙмала «иҫ киткес гүзәл» Әбишә исемле ҡыҙ хаҡында әйтелә (1 Батшалар 1:4).

Әммә күп кенә йәш үҫмерҙәр донъяларын онотоп тик тышҡы ҡиәфәттәре тураһында ғына уйлай. Был аяныслы һөҙөмтәләргә килтерергә мөмкин. Уйлап ҡара:

  • Бер тикшеренеү буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 58 проценты үҙен һимеҙ тип иҫәпләй. Ә ысынбарлыҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың 17 проценты ғына һимереүҙән яфалана.

  • Башҡа бер тикшеренеү шуны күрһәткән: ауырлығы етмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 45 проценты ауырлығын кәметергә кәрәк тип иҫәпләй.

  • Ябығырға тырышып ҡайһы бер йәштәр анорексия — үҙҙәрен асҡа интектереү менән бәйле ҡурҡыныс ауырыуҙың — ҡорбанына әйләнә.

Үҙеңдә анорексия йә туҡланыу менән бәйле башҡа ауырыуҙың симптомдарын абайлап ҡалһаң, ярҙам һора. Әсәйеңә, атайыңа йә башҡа яҡын кешеңә хәлеңде һөйләп, тойғоларың менән уртаҡлаш. Изге Яҙмала: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда, уға ҡәрҙәшеңә таянғандай таянып була», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

НИМӘНЕ ҮҘГӘРТЕҮ МӨҺИМЕРӘК?

Ысынбарлыҡта, кешене уның эске матурлығы биҙәй. Мәҫәлән, Дауыттың улы Әбессәләмгә иғтибар итәйек. Уның тураһында Изге Яҙмала былай тиелә:

«Әбессәләмдән дә төҫкә-башҡа сибәрерәк егет юҡ ине. Уның баш осонан аяҡ табанына тиклем бер кәмселеге лә юҡ ине» (2 Ишмуил 14:25).

Шулай ҙа был егет тәкәббер, маһайыусан һәм мәкерле булған. Шуға күрә Изге Яҙмала Әбессәләм кире яҡтан, хыянатсыл һәм ҡанһыҙ кеше итеп һүрәтләнә.

Бына ни өсөн Изге Яҙмала бындай кәңәштәр бирелә:

«Яңы кеше булып кейен[егеҙ]» (Колосстарға 3:10).

«Һеҙҙең гүзәллегегеҙ ... тышҡы матурлыҡта түгел, ә ысын йөрәктән сыҡҡан ... эске матурлы[ҡта]» (1 Петр 3:3, 4).

Тышҡы ҡиәфәт тураһында ҡайғыртыуҙың бер насарлығы ла юҡ, шулай ҙа һинең ниндәй кеше булыуың күпкә мөһимерәк. Ахыр сиктә, кешеләрҙе килбәтле һының йә зифа буйың түгел, ә һинең күркәм сифаттарың йәлеп итер. «Әлбиттә, кешеләр тышҡы матурлыҡҡа шунда уҡ иғтибар итә, әммә улар һинең яҡшы сифаттарыңды һәм эске матурлығыңды хәтерендә ҡалдырыр», — тип әйтә Юлиә.

ТЫШҠЫ ҠИӘФӘТЕҢӘ ҠАРАШЫҢ

Мин тышҡы ҡиәфәтем менән йыш ҡына ҡәнәғәт түгелменме?

Мин, ҡайһы саҡта ҡиәфәтемде үҙгәртергә теләп, пластик операция йә ҡәтғи диета тураһында уйланғаным бармы?

Мөмкинселек булһа, мин үҙемдә нимәне үҙгәртер инем? (Һайла.)

  • БУЙЫМДЫ

  • АУЫРЛЫҒЫМДЫ

  • СӘСЕМДЕ

  • БУЙ-ҺЫНЫМДЫ

  • ЙӨҘӨМДӨ

  • БИТ ТИРЕҺЕН

Беренсе ике һорауға «эйе» тип яуап бирһәң, ә өсөнсө һорауҙа өс йә күберәк һүҙҙе һайлаған булһаң, шул турала уйлап ҡара: башҡалар һиңә, һин үҙеңә тәнҡитсел ҡараш менән ҡараған һымаҡ ҡарамайҙыр ҙа. Тышҡы ҡиәфәт тураһында сиктән тыш борсола башлау бик еңел (1 Ишмуил 16:7).