Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ БҮЛЕК

Туфан. Кем тыңлаусан булған, ә кем тыңлаусан булмаған?

Туфан. Кем тыңлаусан булған, ә кем тыңлаусан булмаған?

Нух көндәрендә күпселек кеше яуызлыҡ эшләгән. (Яратылыш 6:5)

Әҙәм менән Һауаның балалары тыуған, һәм ерҙә кеше һаны арткан. Ваҡыт үтеү менән ҡайһы бер фәрештәләр Шайтан яғына баҫҡан.

Улар ергә төшкәндәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнер өсөн үҙҙәренә кеше тәндәре алғандар. Шул ҡатын-ҡыҙҙарҙан бәһлеүәндәр — көслө һәм аяуһыҙ кешеләр тыуа башлаған.

Донъя яуыз кешеләр менән тулған. Изге Яҙмаларҙа шул заман тураһында: «Ер йөҙөндә әҙәм балаһын аҙғынлыҡ баҫҡан, кешенең бөтә күңеле, уй-фекере һәр ваҡыт явызлыҡта»,— тип әйтелә.

Нух, Алланы тыңлап, кәмә төҙөгән. (Яратылыш 6:13, 14, 18, 19, 22)

Нух яҡшы кеше булған. Йәһүә уға ер йөҙөн һыу менән ҡаплап яуыз кешеләрҙе юҡ итергә ниәтләгәнен еткергән.

Алла уға шулай уҡ ғәйәт ҙур кәмә төҙөп, шунда үҙенә һәм ғаиләһенә керергә ҡушҡан.

Нух кешеләрҙе буласаҡ Туфан тураһында киҫәткән, ләкин улар быға ҡолаҡ һалмаған. Ҡайһы берәүҙәр Нухтан көлгән, башҡалары уны нәфрәт иткәндәр.

Нух кәмәне төҙөп бөтөргәс, унда йәнлектәрҙе индергән.