Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ БҮЛЕК

Алланың иҫ киткес сифаттарын ҡәҙерләгеҙ

Алланың иҫ киткес сифаттарын ҡәҙерләгеҙ

ИЗГЕ Яҙмаларҙа Алланың күп һоҡландырғыс сифаттары тураһында әйтелә. Был беҙгә уны яҡшыраҡ белергә мөмкинселек бирә. Мәҫәлән, Яҙмаларҙа Алланың дүрт төп сифаты — ҡөҙрәте, ғәҙеллеге, зирәклеге һәм мөхәббәте тураһында яҙылған. Әйҙәгеҙ, был сифаттарҙың һәр береһен ҡарап сығайыҡ.

Сикһеҙ ҡеүәтле Алла

Алланың көсө сикһеҙ

Йәһүә Ибраһимға: «Мин Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле Алламын», — тип әйткән (Башланмыш 17:1). Уның көсө сағыштырғыһыҙ, сикһеҙ, һәм ул бер ҡасан да бөтмәйәсәк. Был көстө ҡулланып Алла бөтә Ғәләмде барлыҡҡа килтергән.

Алла үҙ көсөн һәр ваҡыт билдәле маҡсат менән, һәр саҡ дөрөҫ һәм белеп ҡуллана. Ул үҙ ҡөҙрәтен ғәҙеллек, аҡыллылыҡ һәм мөхәббәт менән бергә камил рәүештә күрһәтә.

Йәһүә тоғро хеҙмәтселәренә ярҙам итер өсөн ҡөҙрәтен бик теләп ҡуллана. «Йәһүә, үҙенә бөтөн йөрәктән буйһоноусыларҙың файҙаһына үҙ көсөн ҡулланыр өсөн, бөтә ерҙе күҙҙән кисерә» (2 Йылъяҙма 16:9). Әллә шундай ҡеүәтле, шул уҡ ваҡытта ҡайғыртыусан Аллаға күңелегеҙ тартмаймы?

Ғәҙеллек Аллаһы

«Хоҙай дөрөҫлөктө ярата» (Мәҙхиә 36:28). Ул үҙенең камил нормалары буйынса һәр саҡ дөрөҫ һәм ғәҙел эш итә.

Алла бөтә кешеләргә тигеҙ ҡарай

Алла ғәҙелһеҙлекте күрә алмай. «Ул — кемдең кемлегенә ҡарап хөкөм итмәй, ришүәт алмай торған» Алла (Ҡанун 10:17). Ул башҡаларҙы йәберләгән кешеләргә ҡаршы тора, ә үҙҙәрен яҡлай алмағандарҙы, шул иҫәптән «тол ҡатындарҙы, йәтимдәрҙе» яҡлай (Сығыш 22:22). Алла алдында бөтә кеше бер тигеҙ. «Алла кешеләрҙе айырмай, ләкин үҙенән ҡурҡыусыны һәм тәҡүәлек ҡылыусыны, ул ҡайһы ғына халыҡтан булмаһын, хуп күрә» (Илселәр 10:34, 35).

Алланың ғәҙеллеге камил. Ул үтә йомшаҡ та, үтә ҡаты ла булмай. Ул тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыларға яза бирә, әммә тәүбә иткән кешеләрҙе ҡыҙғана. «Хоҙай йомарт һәм мәрхәмәтле, бик түҙемле һәм рәхимле. Асыуын һаман тотмаҫ, һәм хәтерен мәңгегә ҡалдырмаҫ. Беҙгә ҡанунһыҙлығыбыҙ буйынса ҡылмаған, һәм беҙгә гонаһтарыбыҙға ҡарап бирмәгән» (Мәҙхиә 102:8—10). Алла тоғро хеҙмәтселәренең иман күрһәтеп башҡарған эштәрен хәтерендә һаҡлай һәм уларҙы бүләкләй. Әллә шундай ғәҙел Алла ышанысыбыҙға лайыҡ түгелме?

Аҡыллылыҡ Аллаһы

Алланың аҡыллылығы Изге Яҙмалар аша күренә

Йәһүә — бөтә аҡыллылыҡтың Сығанағы. «Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ниндәй бөйөк!» (Римлыларға 11:33) Уның аҡыллылығы сағыштырғыһыҙ һәм сикһеҙ.

Алланың аҡыллылығы уның ижади эштәре аша ап-асыҡ күренә. «Раббы зирәк аҡылы менән ерҙе бар итте, күктәрҙе яратты» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:19).

Шулай уҡ Алланың аҡыллылығы Изге Яҙмалар аша асыла. Дауыт батша былай тип яҙған: «Хоҙайҙың балаларҙы аҡыллыландыра торған асышы дөрөҫ» (Мәҙхиә 18:8). Күҙ алдығыҙға килтереп кенә ҡарағыҙ, һеҙ Алланың сикһеҙ аҡыллылығынан файҙа ала алаһығыҙ! Һеҙ был мөмкинселекте ҡулланырһығыҙмы?

«Алла — мөхәббәт ул»

Йәһүәнең иң төп сифаты — мөхәббәт. «Алла — мөхәббәт ул», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (1 Яхъя 4:8). Нәҡ яратыу Алланы бөтә эштәрен башҡарырға дәртләндерә.

Йәһүә Алла беҙгә үҙ яратыуын төрлөсә күрһәтә. Ул беҙгә яҡшылыҡ эшләп тора. Мәҫәлән, ул «яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуанысҡа тултырҙы» (Илселәр 14:17). Ысындан да, «һәр төрлө яҡшы һәм камил бүләк юғарынан, күктәге яҡтыртҡыстар Атаһынан килә» (Яҡуп 1:17). Үҙенең ҡиммәтле бүләге — Изге Яҙмалар аша Алла үҙе хаҡында хәҡиҡәтте асыҡлай, яратыу нигеҙендә ҡоролған ҡанундарына һәм принциптарына өйрәтә. Доға ҡылғанда, Ғайса: «Ә хәҡиҡәт — Һинең Һүҙең», — тип әйткән (Яхъя 17:17).

Алланың ижади эштәрендә сағылған аҡыллылығы таң ҡалдыра

Алла шулай уҡ беҙгә ауырлыҡтарыбыҙҙы хәл итергә ярҙам итә. «Һин ҡайғыларыңды Хоҙайға һал, һәм Ул һине нығытыр. Тәҡүә кешене Ул һис ҡасан ҡаушатмаҫ» (Мәҙхиә 54:23). Йәһүә беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисерә. «Эй Раббы, Һин ярлыҡаусы һәм шәфҡәтле, һәм Һиңә ялбарып өндәшеүселәрҙең барыһына ла бик мәрхәмәтле» (Мәҙхиә 85:5). Алла хатта беҙгә мәңгелек тормош тәҡдим итә. «Ул уларҙың һәр күҙ йәшен һөртәсәк, һәм үлем, ҡайғы, әсе тауыш, ауыртыу инде булмаясаҡ. Сөнки элеккеләр үтеп китте» (Асыш 21:4). Алланың мөхәббәтенә һеҙ нисек яуап бирерһегеҙ? Һеҙ уның яратыуына яратыу менән ҡайтарырһығыҙмы?

Аллаға яҡынлашығыҙ

Аллаға доға ҡылып һәм сифаттары тураһында уйланып, һеҙ уға яҡынлашырһығыҙ

Алла һеҙҙең уны яҡшы белеүегеҙҙе теләй. Уның Һүҙе: «Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр», — тип дәртләндерә (Яҡуп 4:8). Алла үҙенең тоғро пәйғәмбәрен, Ибраһимды, «дуҫы» тип атаған (Яҡуп 2:23). Йәһүә һеҙҙең дә уның менән дуҫлашыуығыҙҙы теләй.

Алла тураһында күберәк белгән һайын, һеҙ уға тағы ла яҡынлашҡанығыҙҙы һиҙерһегеҙ һәм бәхетлерәк булырһығыҙ. «[Үҙ] иркен Хоҙай ҡанунында тотоп, Уның ҡанунына көнөн-төнөн өйрәнеп торған» «кеше бәхетле» (Мәҙхиә 1:1, 2). Шуның өсөн Изге Яҙмаларҙы өйрәнеүегеҙҙе дауам итегеҙ. Алланың сифаттары һәм эштәре тураһында уйланығыҙ. Алған белемдәрегеҙҙе тормошоғоҙҙа ҡулланып Аллаға үҙ яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ. «Алланы яратыу — уның әмерҙәрен үтәү, ә уның әмерҙәре ауыр түгел» (1 Яхъя 5:3). Шуға күрә мәҙхиә йырлаусы кеүек доға ҡылығыҙ: «Эй Раббы, юлдарыңды миңә әйт, һуҡмаҡтарыңды миңә белдер. Үҙ ысынлығыңдан мине йөрөт» (Мәҙхиә 24:4, 5). Һәм һеҙ «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» икәнен күрерһегеҙ (Илселәр 17:27).