ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Ул «Алла юлында йөрөгән»
1, 2. Нух үҙенең ғаиләһе менән ниндәй эштә ҡатнашҡан, һәм улар ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?
НУХ талған билен яҙыр өсөн кирелеп-һуҙылып ала. Күҙ алдыңа килтер, эштән бер аҙға туҡтап, ул ял итер өсөн бүрәнәгә ултыра ла ғәйәт ҙур ҡоролмаға — буласаҡ кәмәнең каркасына күҙ ташлай. Һауала ҡайнатылған ыҫмала еҫе аңҡый, эш ҡоралдарының шаҡылдағаны ишетелә. Нух ултырған еренән үрмәксе ауы шикелле арҡыс-торҡос беркетелгән өрлөктәр араһында тырышып эшләп йөрөгән улдарын күрә. Бына инде бер нисә тиҫтә йыл дауамында уның ҡәҙерле ҡатыны, улдары һәм килендәре уның менән бергә арымай-талмай был кәмәне төҙөй. Кәмәнең ҙур ғына өлөшө инде әҙер, ләкин башҡараһы эш әле бихисап.
2 Әйләнә-тирәләге кешеләр уларҙы аҡылдан яҙған тип иҫәпләй. Төҙөлөш алға барған һайын, кешеләр тағы ла нығыраҡ көлә, сөнки улар бөтөн ерҙе һыу баҫасағына һис тә ышанмай. Нух киҫәткән афәт уларға уйлап сығарылған һәм аҡылға һыймаҫлыҡ хәл булып тойола. Уларға ни өсөн был кеше үҙенең һәм яҡындарының ғүмерен шундай мәғәнәһеҙ эшкә әрәм итә икәнлеге һис тә аңлашылмай. Әммә Нухтың Аллаһы Йәһүә уны бер ҙә аҡылһыҙ тип һанамай.
3. Ниндәй мәғәнәлә Нух Алла юлында йөрөгән?
3 Алла Һүҙендә: «Нух... Алла юлында йөрөнө», — тип әйтелә. (Башланмыш 6:9-ҙы уҡы.) Был, әлбиттә, Алла ергә төшкән йәки Нух күккә күтәрелгән тигәнде аңлатмай. Нух Алланың күрһәтмәләрен шул хәтле теүәл үтәгән һәм уны шул хәтле ныҡ яратҡан, әйтерһең дә, улар Йәһүә менән дуҫтар кеүек бергә йөрөгән. Меңләгән йылдар үткәс, Изге Яҙмаларҙа Нух тураһында: «Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән», — тип әйтелгән булған (Евр. 11:7). Нух донъяны нисек хөкөм иткән? Бөгөн беҙ уның иманынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
Боҙоҡ донъяла йәшәгән саф кеше
4, 5. Ни өсөн Нух көндәрендә донъя хәле насарайғандан-насарая барған?
4 Нух насарайғандан-насарая барған донъяла үҫкән. Донъя Баш. 5:22; 6:11; Йәһ. 14, 15). Кешеләр бындай ҡот осҡос хәлгә нисек барып еткән?
уның бабаһы Ханох көндәрендә үк боҙола башлаған. Ханох Алла юлында йөрөгән тағы бер тәҡүә кеше булған. Ул, яуыз кешеләр донъяһына хөкөм көнө килә, тип пәйғәмбәрлек иткән. Нух көндәрендә яуызлыҡ тағы ла артҡан. Йәһүә ҡарашында ер боҙолған булған, сөнки ул яуызлыҡ менән тулған (5 Бынан элек Алланың рухи улдары — фәрештәләр араһында бер аяныс хәл килеп тыуған булған. Уларҙың береһе Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәреп Шайтан булып киткән, сөнки Аллаға яла яҡҡан һәм Әҙәм менән Һауаны гонаһ ҡылырға ҡотортҡан. Нух көндәрендә башҡа фәрештәләр ҙә Йәһүәнең ғәҙел идараһына ҡаршы күтәрелгән. Улар, Алла тарафынан бирелгән урындарын ҡалдырып, ергә төшкән һәм кеше ҡиәфәтенә инеп, матур ҡыҙҙарҙы ҡатын итеп алған. Был тәкәббер һәм үҙҙәре тураһында ғына уйлаған фетнәсел фәрештәләр кешеләргә кире йоғонто яһаған (Баш. 6:1, 2; Йәһ. 6, 7).
6. Бәһлеүәндәр кешеләргә ниндәй йоғонто яһаған, һәм Йәһүә нимә эшләргә ҡарар иткән?
6 Кеше ҡиәфәтенә ингән был рухи заттар менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы тәбиғи булмаған енси мөнәсәбәттәр һөҙөмтәһендә ғәйәт ҙур һәм көслө улдар тыуған. Изге Яҙмаларҙа улар бәһлеүәндәр тип атала. Был тупаҫ һәм мәрхәмәтһеҙ бәһлеүәндәр ул ваҡыттағы боҙоҡ, яуыз донъяны тағы ла аҙҙырған. Изге Яҙмаларҙа Барлыҡҡа Килтереүсенең ул донъяға ҡарашы бындай һүҙҙәр менән бирелгән: «Ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған — уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта». Шуға күрә Йәһүә 120 йылдан һуң яуыз кешеләрҙе ер йөҙөнән юҡ итергә ҡарар иткән. (Башланмыш 6:3—5-те уҡы.)
7. Нух менән уның ҡатынына, улдарын ҡанһыҙлыҡ рухынан яҡлар өсөн, ниндәй ауырлыҡтар кисерергә тура килгән?
*. Ата-әсәгә бергәләп малайҙарын тирә-яҡта таралған ҡанһыҙлыҡ рухынан яҡларға тура килгән. Бәләкәй малайҙар, ғәҙәттә, «баһадир» һәм «исемдәрен данға күмгән» кешеләргә һоҡланып ҡарай. Бәһлеүәндәр тап шулай булғандар ҙа. Нух менән уның ҡатыны, моғайын, улдарын был бәһлеүәндәр тураһындағы бөтә хәбәрҙәрҙән һаҡлай алмағандыр, ләкин улар балаларын яуызлыҡты нәфрәт иткән Йәһүә Алла тураһындағы иҫ киткес хәҡиҡәттәргә өйрәтә алған. Уларҙың малайҙары донъяны тотош биләп алған ҡанһыҙлыҡ менән көс ҡулланыу Йәһүәнең йөрәген әрнетә икәнен белергә тейеш булған (Баш. 6:6).
7 Ундай донъяла балалар тәрбиәләү ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара! Шулай ҙа Нух быны эшләй алған. Ул үҙенә яҡшы ҡатын тапҡан. Нухҡа 500 йәш тулғас, уның өс улы — Шем, Хам һәм Яфет тыуған8. Бөгөн ата-әсәләр Нух һәм уның ҡатынынан нисек үрнәк ала алалар?
8 Бөгөн күп ата-әсәләр Нух һәм уның ҡатыны кисергән ауырлыҡтар менән осраша. Беҙ йәшәгән донъя ла көс ҡулланыу һәм фетнәсел рух менән ағыуланған. Ҡалалар аяуһыҙ йәштәр төркөмдәре менән тулы. Хатта балалар өсөн сығарылған күңел асыуҙар ҙа көс ҡулланыу менән һуғарылған. Аҡыллы ата-әсәләр балаларына тиҙҙән бөтә яуызлыҡты юҡ итәсәк тыныслыҡ Аллаһы — Йәһүә тураһында белем бирә. Шулай итеп улар балаларын насар йоғонтонан һаҡлар өсөн көстәренән килгәндең барыһын эшләй (Зәб. 11:5; 37:10, 11). Яуыз донъяла йәшәп тә, балаларҙы дөрөҫлөккә өйрәтеп була! Нух һәм уның ҡатыны быны эшләй алған. Уларҙың улдары яҡшы кешеләр булып үҫкән һәм хаҡ Алла Йәһүәне үҙ тормоштарында беренсе урынға ҡуйған ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнгән.
«Үҙеңә... кәмә яһа»
9, 10. а) Йәһүәнең ниндәй әмере Нухтың тормошон үҙгәрткән? б) Йәһүә Нухҡа кәмәнең ниндәй булырға тейешлеген һәм уның ни өсөн кәрәклеген нисек аңлатҡан?
9 Бер көндө Нухтың тормошо бөтөнләйгә үҙгәргән. Йәһүә, үҙенең ҡәҙерле хеҙмәтсеһенә мөрәжәғәт итеп, донъяны юҡ итергә йыйынғаны тураһында әйткән. Алла Нухҡа бындай әмер биргән: «Һин үҙеңә ҡаты ағастан көплө кәмә яһа» (Баш. 6:14).
10 Был кәмә, ҡайһы берәүҙәр фараз иткәнсә, карап кеүек булмаған. Асылда, ул ифрат ҙур һандыҡ кеүек булған. Йәһүә Нухҡа кәмәнең теүәл үлсәмдәрен биргән, уның ниндәйерәк булырға тейешлеген аңлатҡан һәм кәмәнең эсен-тышын ыҫмалаларға ҡушҡан. Шунан һуң Алла төҙөлөштөң маҡсатын аңлатҡан: «Мин Баш. 6:17—20)
туфан һыуҙары ҡалҡытып, ...ерҙә булған бөтә нәмә ҡырылып бөтәсәк». Әммә Йәһүә, Нух менән килешеү төҙөп: «Һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин», — тигән. Шулай уҡ Нух хайуандарҙың һәр төрөн үҙе менән кәмәгә алырға тейеш булған. Кәмәгә ингәндәр генә Туфанда иҫән ҡала алған! (11, 12. Нух алдында ниндәй әһәмиәтле йөкләмә торған, һәм Нух уны нисек ҡабул иткән?
11 Нух алдында бик әһәмиәтле йөкләмә торған. Уға оҙонлоғо — 130 метрҙан ашыу, киңлеге — 20 метрҙан һәм бейеклеге 10 метрҙан ашыу ҙурлыҡтағы кәмә төҙөргә кәрәк булған. Был кәмә тарихтағы иң ҙур ағас караптан да ҙурыраҡ булған. Нух, йөкләмә сиктән тыш ауыр тип зарланып, унан баш тартҡанмы? Йәки эште еңеләйтеү өсөн кәмәнең проектына берәй үҙгәрештәр индергәнме? «Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Баш. 6:22).
12 Кәмәне төҙөү, бәлки, 40—50 йыл тирәһе дауам иткәндер. Был эште башҡарыр өсөн ағастарҙы йығып, уларҙы төҙөлөш барған ергә алып килергә, бүрәнәләрҙе юнып шымартырға һәм бер-береһе менән тоташтырырға кәрәк булған. Кәмә өс ҡатлы һәм күп бүлмәле булған. Күрәһең, уның бер яғында — ишеге, түбәһе аҫтында тәҙрәләре булған. Ә түбә үҙе, моғайын, ямғыр һыуҙары ағып төшһөн өсөн, саҡ ҡына ауыш итеп яһалған булғандыр (Баш. 6:14—16).
13. Ниндәй йөкләмә Нух өсөн кәмә төҙөүҙән дә ауырыраҡ була алған, һәм кешеләр уның хәбәренә нисек ҡараған?
13 Кәмәне төҙөү эше йылдар буйы аҡрын ғына дауам иткән. Әлбиттә, был эште башҡарыуҙа ғаиләһенең ярҙамын күреп, Нух бик шатланғандыр. Әммә уға тағы бер, бәлки, кәмә төҙөүҙән дә ауырыраҡ мөһим йөкләмә бирелгән булған. Изге Яҙмаларҙа, Нух «тәҡүә тормошто вәғәзләгән», тип әйтелә. (2 Петр 2:5-те уҡы.) Ул яуыз, аллаһыҙ донъя кешеләрен, тиҙҙән афәт киләсәк, тип ҡыйыулыҡ менән киҫәткән. Кешеләр быға нисек ҡараған? Һуңыраҡ Ғайса Мәсих Нух көндәрен иҫенә төшөрөп, ул кешеләр «төшөнмәгәндәр», тип әйткән. Улар ашау, эсеү, өйләнеү һәм кейәүгә сығыу кеүек көндәлек мәшәҡәттәргә шул ҡәҙәр сумған булған, хатта Нухтың киҫәтеүҙәренә иғтибар ҙа итмәгән (Мат. 24:37—39, ЯДТ). Моғайын, күптәр Нух менән уның ғаиләһенән мыҫҡыллап көлгән, ә кемдер янаған һәм ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткәндер. Уларҙың хатта төҙөлөштө туҡтатырға маташыуы ла ихтимал.
14. Бөгөн мәсихсе ғаиләләр Нух һәм уның ғаиләһенән нимәгә өйрәнә ала?
14 Шулай ҙа Нух һәм уның ғаиләһе бирешмәгән. Тирә-йүндәге халыҡ кәмә төҙөү эшен мәғәнәһеҙ һәм аҡылһыҙ тип һанаһа ла, улар был эште дауам иткән. Бөгөн мәсихсе ғаиләләр Нух һәм уның ғаиләһе күрһәткән имандан күп нәмәгә өйрәнә ала. Беҙ Изге Яҙмаларҙа «ахырызаман» тип аталған ваҡытта йәшәйбеҙ (2 Тим. 3:1). Ғайса әйткәнсә, беҙ йәшәгән осор тап Нух кәмә төҙөгән осор кеүек буласаҡ. Мәсихселәр, Алла Батшалығы хаҡындағы хәбәрҙе вәғәзләгәндә битарафлыҡ, мыҫҡыллау һәм хатта эҙәрләү менән осрашһа, Нухты иҫтәренә төшөрә ала, сөнки ул бындай ауырлыҡтарға мәсихселәргә тиклем юлыҡҡан булған.
«Кәмәгә ин»
15. Алты йөҙ йәшенә етеп килгәндә Нух ниндәй юғалтыу кисергән?
15 Бер нисә тиҫтә йыл үткән, һәм кәмә төҙөлөп бөткән. 600 йәшенә етеп килгәндә Нух ғәзиз кешеләрен юғалтҡан. Уның атаһы Ламех үлеп киткән *. Биш йылдан һуң, 969 йәшендә Ламехтың атаһы, Нухтың олатаһы, Мофассал вафат булған. Мофассал Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған иң оҙон ғүмерле кеше булған (Баш. 5:27). Мофассал да, Ламех та беренсе кеше Әҙәм менән бер осорҙа йәшәгән.
16, 17. а) Нух 600 йәшендә ниндәй яңы хәбәр алған? б) Нух ғаиләһе менән күргән онотолмаҫлыҡ күренеште тасуирлап бир.
16 Алты йөҙ йәшендә ырыу башлығы Нух Йәһүә Алланан яңы хәбәр алған: «Бөтә ғаиләңде алып кәмәгә ин». Алла Нухҡа шулай уҡ хайуандарҙың бөтә төрҙәрен кәмәгә индерергә ҡушҡан: ҡорбанға килтерергә яраҡлы булған таҙа хайуандарҙы — етешәр, ә ҡалғандарын — икешәр (Баш. 7:1—3).
17 Был ысын мәғәнәлә онотолмаҫлыҡ күренеш булған! Офоҡтан кәмә яғына меңләгән хайуан ағылған: ҙурҙары һәм бәләкәйҙәре, Баш. 7:9).
йыуаш һәм уҫалдары, берәүҙәре — осоп, икенселәре — шыуышып, ә ҡайһы берҙәре тайпанлап килгән. Нухҡа бөтә был ҡырағай хайуандарҙы кәмәгә ҡыуалап йә әүрәтеп индерергә кәрәк булмаған. Тәүратта, был хайуандар үҙҙәре «уның кәмәһенә... инеп ҡалдылар», тип әйтелә (18, 19. а) Нух көндәрендәге ваҡиғаларҙың булыуына шикләнгән кешеләргә нимә әйтеп була? б) Йәһүәнең хайуандарҙы ҡотҡарыр өсөн һайлаған ысулы уның зирәклеген нисек күрһәтә?
18 Ҡайһы бер ышанмаусан кешеләр былай тиер: «Ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел! Нисек инде бөтә был хайуандар кәмә эсендә бергә татыу тора алһын ти?» Үҙең уйлап ҡара: әллә Ғәләмдең Барлыҡҡа Килтереүсеһе үҙе булдырған хайуандар менән идара итеп, кәрәк саҡта, уларҙы йыуашҡа әйләндерә алмаймы? Йәһүәнең Ҡыҙыл диңгеҙ һыуҙарын айырған һәм ҡояшты туҡтатҡан Алла икәнлеген онотмайыҡ. Әллә ул Нух тураһындағы хикәйәлә тасуирланған ваҡиғаларҙы ғәмәлгә ашыра алмаймы? Әлбиттә, ашыра ала, һәм ул шулай эшләгән дә!
19 Һис шикһеҙ, Алла хайуандарҙы башҡа ысул менән дә ҡотҡара алған. Ләкин Алланың былай эш итеүе уның зирәклеген күрһәтә һәм шуны иҫебеҙгә төшөрә: ул ерҙә йәшәгән бөтә тереклек хаҡында ҡайғыртыуҙы кешеләргә тапшырып, баштан уҡ уларға ышаныс белдергән (Баш. 1:28). Бөгөн күп ата-әсәләр, Нух миҫалын ҡулланып, балаларына Йәһүәнең үҙе булдырған хайуандарҙы һәм кешеләрҙе ҡәҙерләгәнен аңлата.
20. Туфанға бер аҙна ҡалғас, Нух һәм уның ғаиләһе, күрәһең, ниндәй эштәр менән мәшғүл булған?
20 Йәһүә Нухҡа Туфан бер аҙнанан башланасаҡ тигән. Моғайын, Нухтың ғаиләһе өсөн ҡыҙыу ваҡыт башланғандыр. Күҙ
алдыңа килтер, күпме эш башҡарырға — бөтә хайуандарҙы урынлаштырырға, улар өсөн һәм ғаилә өсөн аҙыҡ әҙерләргә, шулай уҡ барлыҡ кәрәк-яраҡтарҙы кәмәгә алып инергә кәрәк булған. Нух, Шем, Хам һәм Яфеттың ҡатындары, күрәһең, кәмәлә йәшәү уңайлыҡтары булдырыу менән мәшғүл булған.21, 22. а) Ни өсөн Нух замандаштарының битарафлығына ғәжәпләнәһе юҡ? б) Нух менән уның ғаиләһенән мыҫҡыллап көлөүҙәр ҡасан туҡтаған?
21 Ә башҡа кешеләр нимә эшләгән? Улар, Йәһүәнең Нухты һәм уның тырышлыҡтарын фатихалағанын асыҡ күрһә лә, һаман «төшөнмәгәндәр». Әлбиттә, улар хайуандарҙың кәмәгә ағылғанын күрмәй ҡала алмаған. Әммә уларҙың битараф ҡалыуҙарына ғәжәпләнәһе юҡ. Бөгөн дә кешеләр был донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәрендә йәшәүебеҙҙе иҫбатлаған ифрат күп дәлилдәргә иғтибар итмәй. Илсе Петер пәйғәмбәрлек иткәнсә, «мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр» Алланың киҫәтеүенә ҡолаҡ һалған кешеләрҙән көлә. (2 Петр 3:3—6-ны уҡы.) Шуның шикелле, кешеләр, һис шикһеҙ, Нух менән уның ғаиләһенән дә мыҫҡыллап көлгән.
22 Мыҫҡыллап көлөүҙәр ҡасан туҡтаған? Тәүратта, Нух үҙенең ғаиләһе һәм хайуандар менән кәмәгә «кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы», тип әйтелә. Мыҫҡыллап көлөүселәр ул ваҡытта кәмә янында булһа, улар һис шикһеҙ тынып ҡалғандыр. Ә инде Алланың был эше лә уларҙы көлөүҙән туҡтатмаған икән, быны ҡойоп яуа башлаған ямғыр эшләгән! Ямғыр яуған да яуған, һис тә туҡтамаған. Тап Йәһүә әйткәнсә, бөтөн ер йөҙөн һыу баҫҡан (Баш. 7:16—21).
23. а) Беҙ Йәһүәнең Нух көндәрендәге яуыз кешеләрҙең үлеүенә шатланмағанын ҡайҙан беләбеҙ? б) Ни өсөн бөгөн Нухтың иманын өлгө итеп алыу аҡыллы?
23 Йәһүә ул яуыз кешеләрҙең үлеүенә шатланғанмы? Юҡ! (Йәз. 33:11) Киреһенсә, ул уларға, үҙгәреп, дөрөҫ юлға баҫыр өсөн етерлек ваҡыт биргән. Улар быны эшләй алыр инеме? Нухтың тормошо был һорауға яуап булып тора. Йәһүә юлында йөрөп һәм уға бар нәмәлә буйһоноп, Нух ҡотолоуҙың мөмкин икәнен күрһәткән. Тап ошо мәғәнәлә уның иманы ул көндәрҙәге донъяны хөкөм иткән һәм шул быуындың яуыз булыуын асыҡ итеп күрһәткән. Нухтың иманы уның үҙен һәм ғаиләһен ҡотҡарған. Уның иманын өлгө итеп алһаң, һин дә үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡотҡара алырһың. Һин, Нух кеүек, Йәһүә Алла менән дуҫың менән йөрөгәндәй йөрөй алаһың. Һеҙҙең дуҫлығығыҙ мәңге дауам итә ала!
^ 7 абз. Ул ваҡытта кешеләр беҙгә ҡарағанда күпкә оҙағыраҡ йәшәгән. Улар ҡасандыр камил булған Әҙәм менән Һауа йәшәгән осорға яҡыныраҡ булған. Моғайын, шуға күрә лә уларҙың һаулыҡтары яҡшыраҡ, ә ғүмерҙәре оҙонораҡ булған.
^ 15 абз. Ламех улына Нух тигән исем ҡушҡан. Был исем, күрәһең, «ял, йыуаныс» тигәнде аңлата. Ламех пәйғәмбәрлек иткәнсә, Нух, үҙ исеменең мәғәнәһе буйынса эш итеп, кешелеккә ҡәһәрләнгән тупраҡтағы хеҙмәттән ял килтерергә тейеш булған (Баш. 5:28, 29). Ламех был пәйғәмбәрлектең үтәлешен күрмәгән. Нухтың әсәһе һәм туғандары, күрәһең, Туфанда һәләк булған.