Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

Ул аҡыл менән эш иткән

Ул аҡыл менән эш иткән

1—3. а) Әбиғиәнең йортона ниндәй ҡурҡыныс янай? б) Беҙ был һоҡланғыс ҡатын тураһында нимә белербеҙ?

ӘБИҒИӘ йәш хеҙмәтсенең күҙҙәрендә ҡурҡыу сағылғанын күрә. Хеҙмәтсенең ҡото осоуы юҡҡа ғына түгел. Тап ошо ваҡытта 400 тирәһе һуғышсы Әбиғиәнең ире Набал йортона яҡынлашып килә. Улар йорттағы бөтөн ир затын үлтерергә теләй. Ни өсөн?

2 Барыһы ла Набал арҡаһында башланған. Ул ғәҙәтенсә үҙен тупаҫ һәм ҡырыҫ тотҡан. Әммә был юлы ул тоғро һәм тәжрибәле һуғышсыларҙың яратҡан башлығын хурлаған. Хәҙер Набалдың йәш хеҙмәтселәренең береһе, күрәһең, көтөүсе, Әбиғиә барыһын да ҡотҡарыр өсөн берәй сараһын табыр тип өмөтләнеп, уның янына килгән. Ләкин бер ҡатын тотош ғәскәргә ҡаршы нимә эшләй алһын?

Бер ҡатын тотош ғәскәргә ҡаршы нимә эшләй алһын?

3 Әйҙә, тәүҙә был һоҡланғыс ҡатын тураһында күберәк беләйек. Әбиғиә кем булған? Бындай хәл нисек килеп сыҡҡан? Беҙ Әбиғиә ҡалдырған иман үрнәгенән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

«Бик зирәк һәм гүзәл ҡатын»

4. Набал ниндәй кеше булған?

4 Әбиғиә менән Набалды бер-береһенә пар килгәндәр тип әйтеп булмай. Набал Әбиғиәнән дә яҡшыраҡ ҡатын таба алыр инеме икән, ай-һай... Ә бына Әбиғиәнең иренән дә насарыраҡ ирҙе күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Эйе, ул бик бай булған, шуға ла үҙен әллә кемгә ҡуйған. Ә башҡалар уға нисек ҡараған? Изге Яҙмаларҙа шундай кәмһетеүле һүҙҙәр менән тасуирланған башҡа кеше юҡтыр, моғайын. Хатта уның исеме лә «аҡылһыҙ» йәки «ахмаҡ» тигәнде аңлата. Ундай исемде уға ата-әсәһе биргәнме йә һуңыраҡ кешеләр шундай ҡушамат таҡҡанмы? Нисек кенә булмаһын, уның исеме есеменә тап килгән. Набал «тупаҫ һәм холоҡһоҙ кеше» булған. Һуғыш суҡмары һәм эскесе тигән яманаты сыҡҡанға, барыһы ла унан ҡурҡҡан һәм уны яратмаған (1 Иш. 25:2, 3, 17, 21, 25).

5, 6. а) Һинеңсә, Әбиғиәнең иң күркәм сифаттары ниндәй булған? б) Ни өсөн Әбиғиә, күрәһең, шундай йүнһеҙ кешегә кейәүгә сыҡҡан?

5 Әбиғиә иһә Набалдан бөтөнләй айырылып торған. Хатта уның исеме лә «атайым һөйөнгән» тигәнде аңлата. Йыш ҡына атай кеше ҡыҙының сибәрлеге менән ғорурлана, ә зирәк атай балаһының эске матурлығын күреп шатлана. Күп осраҡта сибәр кешеләр, аҡыллылыҡ, зирәклек, ҡыйыулыҡ һәм иман кеүек сифаттар үҫтереүҙең кәрәге юҡ, тип уйлай. Әбиғиә иһә ундай булмаған. Изге Яҙмаларҙа Әбиғиә зирәклеге өсөн дә, гүзәллеге өсөн дә маҡтап телгә алына. (1 Ишмуил 25:3-тө уҡы.)

6 Ҡайһы берәүҙәр, нисек инде был аҡыллы ҡатын шундай йүнһеҙ кешегә кейәүгә сыҡҡан, тип аптырарға мөмкин. Шуны онотмайыҡ: элекке заманда балаларын күпселек осраҡта ата-әсәләре никахлаштырған. Һәр хәлдә, ата-әсәнең ризалығын алырға кәрәк булған. Бәлки, Әбиғиәнең ата-әсәһе, Набалдың байлығына һәм дәрәжәһенә ҡыҙығып, был никахты хуплағандыр йә хатта уны үҙҙәре ойошторғандыр. Уларҙы был аҙымға ярлылыҡ этәреүе лә ихтимал. Нисек кенә булмаһын, аҡсаһының күп булыуы Набалды яҡшы ир итмәгән.

7. а) Бөгөн ата-әсәләргә, балаларында никахҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләргә теләһәләр, нимәнән һаҡланырға кәрәк? б) Әбиғиә нимә эшләргә тырышҡан?

7 Аҡыллы ата-әсәләр балаларында никахҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләргә тырыша. Улар балаларын үҙҙәренә файҙа эҙләп кенә өйләнешергә өндәмәй һәм, балалары үҙ өҫтәренә яуаплылыҡ алырға әҙер түгел икән, уларҙы берәйһе менән йөрөргә этәрмәй (1 Кор. 7:36). Әммә Әбиғиәгә был турала уйлау бик һуң булған. Ул инде кейәүҙә булған һәм үҙенең еңел булмаған шарттарында иң яҡшыһын эшләргә тырышҡан.

«Ҡысҡыра-ҡысҡыра уларҙы хурлап ташланы»

8. Набал кемде мәсхәрәләгән, һәм ни өсөн был бик аҡылһыҙ аҙым булған?

8 Бына хәҙер Набал арҡаһында Әбиғиәнең былай ҙа ауыр тормошо тағы ла ҡатмарлана төшкән. Набал бик күренекле кешене — Дауыттың үҙен мәсхәрәләгән. Ишмуил пәйғәмбәр, Алла ҡушыуы буйынса, уның был тоғро хеҙмәтсеһен Шаул урынына батша итеп майлаған булған (1 Иш. 16:1, 2, 11—13). Ул көндәрҙә Дауыт, көнсөл һәм яуыз Шаул батшанан ҡасып, 600 тоғро һуғышсыһы менән сүлдә йәшәгән.

9, 10. а) Дауыт менән уның кешеләре ниндәй шарттарҙа үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән? б) Ни өсөн Набал Дауыт менән уның кешеләренә рәхмәтле булырға тейеш булған? (10-сы абзацҡа килтерелгән төшөрмәне лә ҡара.)

9 Набал Маон ҡалаһында йәшәгән, ләкин Кармил * янында эшләгән. Күрәһең, уның ер биләмәһе шунда булған. Был ҡалалар тирәһендә Набалдың 3 000 һарығына етерлек үлән үҫкән тау көтөүлектәре урынлашҡан. Тирә-яҡтағы ерҙәр иһә уңдырышһыҙ булған. Көньяҡта осһоҙ-ҡырыйһыҙ Паран сүле йәйрәп ятҡан. Көнсығышта Тоҙло диңгеҙгә алып барған юл соҡорҙар һәм мәмерйәләр менән тулы ташландыҡ ерҙәр аша үткән. Ошо ерҙәрҙә Дауыт менән уның кешеләре үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән. Һис шикһеҙ, уларға үҙҙәренә аҙыҡ эҙләргә һәм күп ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килгән. Улар йыш ҡына бай Набалдың малын көткән йәш хеҙмәтселәргә осрай торған булған.

10 Дауыттың һуғышсылары көтөүселәр менән нисек мөғәмәлә иткән? Улар өсөн был көтөүселәрҙең һарыҡтарын тартып алыу бер ни тормаған, ләкин улар Набалдың милкенә ҡул һуҙмаған. Киреһенсә, улар уның көтөүҙәрен һәм хеҙмәтселәрен һәр яҡтан яҡлап торған. (1 Ишмуил 25:15, 16-ны уҡы.) Был ерҙәрҙә һарыҡ көтөү ҡурҡыныс булған. Бында күп ҡырағай хайуандар йөрөгән һәм, Израилдең көньяҡ сиге бик яҡын булғанға, юлбаҫарҙар бандалары йыш һөжүм иткән *.

11, 12. а) Дауыт, хәбәр ебәргәндә, Набалға нисек хөрмәт күрһәткән? б) Ни өсөн Набалдың Дауыт менән үҙен тотошо дөрөҫ булмаған?

11 Сүлдә Дауытҡа үҙенең бөтә кешеләрен ашатыу, моғайын, бик ауырға тура килгәндер. Шуға күрә бер көндө Дауыт ярҙам һорап Набалға ун кешеһен ебәргән. Бының өсөн ул уңайлы мәл һайлаған. Был ваҡытта һарыҡ ҡырҡҡандар, шуға күрә йомартлыҡ күрһәтеү һәм башҡаларҙы һыйлау ғәҙәти булған. Дауыт шулай уҡ әйтер һүҙҙәрен ентекләп һайлаған һәм Набалға ихтирамлы итеп өндәшкән. Ул хатта, күрәһең, олораҡ кешегә хөрмәт йөҙөнән үҙен «улың Дауыт» тип атаған. Ә Набал иһә Дауыттың кешеләрен нисек ҡабул иткән? (1 Иш. 25:5—8).

12 Набал ярһыған! «Ул ҡысҡыра-ҡысҡыра уларҙы хурлап ташлаған». Бүлектең башында тасуирланғанса, йәш хеҙмәтсе Әбиғиәгә тап шул турала һөйләп биргән дә. Һаран Набал, ниңә әле мин икмәгем, һыуым һәм итемде әллә ниндәй кешеләргә биреп ебәрергә тейешмен, тип ҡысҡырып һуҡрана башлаған. Ул Дауытты яраҡһыҙ бер бәндә тип мыҫҡыл иткән һәм уны хужаһынан ҡасып йөрөгән хеҙмәтсе менән сағыштырған. Күрәһең, Набал да, Шаул кеүек үк, Дауытты күрә алмаған. Әммә Йәһүә Дауытҡа башҡаса ҡараған. Алла уны яратҡан һәм уны фетнәсел ҡол тип түгел, ә Израилдең буласаҡ батшаһы тип һанаған (1 Иш. 25:10, 11, 14).

13. а) Набалдың мыҫҡыллау һүҙҙәрен ишеткәс, Дауыт нимә тигән? б) Яҡуб 1:20-ләге принцип Дауыттың асыуы тураһында нимәне асыҡлай?

13 Набалдың һүҙҙәре килеп ишетелгәс, Дауыттың асыуы ҡабарған. «Ҡылыстарығыҙҙы билегеҙгә тағығыҙ», — тип бойорған ул. Набал йортондағы бөтөн ир затын ҡырып бөтөрөргә ант итеп, Дауыт ҡоралланған 400 кешеһе менән уға ҡаршы киткән (1 Иш. 25:12, 13, 21, 22). Дауыттың хистәрен аңлап була, ләкин уның үлем менән янауы дөрөҫ булмаған. Изге Яҙмаларҙа: «Кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй», — тип әйтелә (Яҡ. 1:20). Әбиғиә иһә йортондағы кешеләрҙе нисек ҡотҡарып ҡала алған һуң?

«Аҡыллылығың өсөн хәйер-фатихаһын бирһен!»

14. а) Набал арҡаһында тыуған ауыр хәлде төҙәтер өсөн, Әбиғиә ниндәй беренсе аҙым яһаған? б) Набал менән Әбиғиә араһындағы айырманан үҙебеҙ өсөн ниндәй һабаҡ алып була? (Төшөрмәне лә ҡара.)

14 Беҙ Әбиғиәнең был ҡот осҡос хәлде төҙәтер өсөн беренсе аҙым яһағанын белдек инде. Иренән айырмалы рәүештә, ул тыңларға әҙер булған. Йәш хеҙмәтсе, тыуған хәл тураһында Набалға һөйләп тормауын аңлатып, былай ти: «Ул шундай йүнһеҙ кеше, уның менән һөйләшеп тә булмай» * (1 Иш. 25:17). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе тураһында артыҡ күпте уйлағанға, Набал бер кемде лә тыңларға теләмәгән. Бындай тәкәбберлек беҙҙең көндәрҙә лә киң таралған. Әммә йәш хеҙмәтсе Әбиғиәнең ундай булмағанын белгән, шуға күрә тап уға мөрәжәғәт иткән.

Набалдан айырмалы рәүештә, Әбиғиә тыңларға әҙер булған

15, 16. а) Әбиғиә үҙенең Ғибрәтле һүҙҙәр китабындағы яҡшы ҡатын кеүек булыуын нисек күрһәткән? б) Ни өсөн Әбиғиә тураһында, баш булыу принцибын һанға һуҡмайынса, иренә ҡаршы күтәрелгән тип әйтеп булмай?

15 Әбиғиә, тиҙ генә уйлап, шунда уҡ эш итә. Изге Яҙмаларҙа, ул барыһын «тиҙ генә» әҙерләне, тип әйтелә. Ошо өҙөктә ашығып эш итеүҙе белдергән һүҙҙәр был ҡатынға ҡарата дүрт тапҡыр ҡулланыла. Ул Дауыт һәм уның кешеләре өсөн йомарт итеп күстәнәс әҙерләй: икмәк, шарап, һарыҡ ите, ҡыҙҙырылған ашлыҡ, йөҙөм һәм инжир көлсәләре. Күренеүенсә, Әбиғиә өйөндә нимә барлығын бик һәйбәт белгән һәм, Ғибрәтле һүҙҙәр китабында тасуирланған яҡшы ҡатын кеүек, уңған хужабикә булған (Ғиб. һүҙ. 31:10—31). Ул әҙерләгән күстәнәсен хеҙмәтселәре аша алдан ебәрә, ә үҙе уларҙың артынан бара. «Әммә ире Набалға ул бер ни ҙә әйтмәй» (1 Иш. 25:18, 19).

16 Был Әбиғиә, баш булыу принцибын һанға һуҡмайынса, иренә ҡаршы күтәрелгән тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Шуны онотмайыҡ: Набал Йәһүәнең майланған хеҙмәтсеһенә ҡарата ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән, уның арҡаһында йортондағы күп ғәйепһеҙ кеше һәләк була алған. Бер нәмә лә эшләмәһә, моғайын, Әбиғиә үҙе лә шул кешеләрҙең үлемендә ғәйепле булыр ине. Был осраҡта ул иренә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейеш булған.

17, 18. Әбиғиә Дауыт менән үҙен нисек тота һәм нимә әйтә? Ни өсөн уның һүҙҙәре Дауытҡа бик ныҡ тәьҫир итә?

17 Күп тә үтмәҫтән, Әбиғиә Дауытты һәм уның кешеләрен осрата. Ул ҡабат етеҙ эш итә: «ишәктән йәһәт кенә төшә һала һәм Дауыт алдында ергә йөҙ түбән ҡаплана» (1 Иш. 25:20, 23). Шунан ул Дауытҡа барыһын эскерһеҙ рәүештә һөйләп бирә һәм иренә, шулай уҡ йортондағыларға мәрхәмәт күрһәтеүен үтенә. Ни өсөн һуң уның һүҙҙәре Дауытҡа бик ныҡ тәьҫир итә?

«Хеҙмәтсеңә һүҙен әйтергә рөхсәт итсе»

18 Әбиғиә ғәйепте үҙ өҫтөнә ала һәм Дауыттан үҙен кисереүен һорай. Ул иренең, исеме есеменә тура килеп, ысынлап та аҡылһыҙ булыуын таный, бының менән ул, бәлки, ундай кешегә яза биреп, Дауыт үҙен түбәнһетер генә тип әйтергә теләйҙер. Әбиғиә, Дауыттың «Йәһүә һуғыштарын» алып барыуын танып, уның Йәһүәнең вәкиле булыуына ышанғанын белдерә. Ул шулай уҡ, Йәһүәнең Дауыт һәм батшалыҡ хаҡында биргән вәғәҙәһен белеүен күрһәтеп, былай ти: «Йәһүә... һине Израиль өҫтөнән етәксе итеп ҡуясаҡ». Шунан һуң ул Дауыттан юҡҡа ғына ҡан түкмәүен ялбарып һорай, сөнки был, Дауытты Алла алдында ғәйепле итеп, һөҙөмтәлә «үкенеү хисенә», йәғни выждан ғазабына килтерер ине. (1 Ишмуил 25:24—31-ҙе уҡы.) Ниндәй аҡыллы, йөрәккә үтеп инерлек һүҙҙәр!

19. Дауыт Әбиғиәгә нимә тип яуап бирә һәм уны ни өсөн маҡтай?

19 Ә Дауыт нимә тип яуап бирә? Ул, Әбиғиә килтергән күстәнәсте ҡабул итеп, былай ти: «Һине бөгөн минең ҡаршыма ебәргән Израиль Аллаһы Йәһүәгә дан! Алла һиңә аҡыллылығың өсөн хәйер-фатихаһын бирһен! Мине бөгөн ҡан ҡойоуҙан... тотоп ҡалғаның өсөн Алла һине фатихалаһын». Дауыт Әбиғиәне ҡурҡмайынса шунда уҡ үҙенең ҡаршыһына сыҡҡаны өсөн маҡтай һәм уның үҙен ғәйепһеҙгә ҡан ҡойоуҙан тотоп ҡалғанын таный. «Бар, иҫән-имен өйөңә ҡайт», — ти ул һәм баҫалҡылыҡ менән: «Мин һинең һүҙеңә ҡолаҡ һалдым», — тип өҫтәй (1 Иш. 25:32—35).

«Мин... хеҙмәт итергә әҙер»

20, 21. а) Һинеңсә, ни өсөн Әбиғиәнең ире янына кире ҡайтыуы таң ҡалырлыҡ? б) Набал менән һөйләшеү ваҡытын һайлағанда, Әбиғиә нисек ҡыйыулыҡ һәм аҡыллылыҡ күрһәтә?

20 Өйөнә ҡайтышлай Әбиғиә, моғайын, был осрашыу тураһында уйламай булдыра алмағандыр. Ул шулай уҡ тоғро, игелекле Дауыт менән ҡаты бәғерле ире араһындағы айырманы ла күрмәй ҡалмағандыр. Ләкин ул бындай уйҙарҙан арынырға тырыша, сөнки артабан: «Унан һуң Әбиғиә Набал янына ҡайтып китә», — тип әйтелә. Эйе, ул, мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡатын булырға ниәтләп, кире ире янына ҡайта. Ул иренә Дауыт менән уның кешеләренә биргән бүләктәре тураһында һөйләргә тейеш. Иренең был турала белергә хаҡы бар. Әбиғиәгә йортон ниндәй бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалыуы хаҡында ла һөйләргә кәрәк, сөнки ире, был хаҡта башҡа берәүҙән ишетһә, тағы ла нығыраҡ оятҡа ҡаласаҡ. Әммә әле ул ире менән һөйләшә алмай. Ире батшаларса мәжлес үткәргән һәм лаяҡыл иҫергән (1 Иш. 25:36).

Әбиғиә Набалға уның ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн нимә эшләгәне хаҡында ҡурҡмайынса һөйләп бирә

21 Йәнә ҡыйыулыҡ һәм аҡыллылыҡ күрһәтеп, Әбиғиә ире айнығансы иртәнгә тиклем көтөргә була, сөнки иртәнсәк ире Әбиғиәне аңларлыҡ хәлдә буласаҡ, әммә ҡыҙыу холҡо арҡаһында уның менән һөйләшеү тағы ла ҡурҡынысыраҡ булыуы ихтимал. Шулай ҙа Әбиғиә уға барыһын да һөйләп бирә. Ул, бәлки, ире, ярһып китеп, үҙен туҡмап ташлар тип уйлағандыр, әммә ире ултырған килеш ҡатып ҡала (1 Иш. 25:37).

22. Набал менән нимә була, һәм беҙ бынан ғаиләләге көс ҡулланыу һәм башҡаларҙы йәберләү хаҡында нимә беләбеҙ?

22 Набал менән нимә була һуң? «Уның йөрәге туҡтап ҡалғандай була, һәм ул таштай ҡатып ҡала». Бәлки, уны паралич һуҡҡандыр. Ун көн самаһы ваҡыт үткәс, ул үлә, әммә ауырыуҙан ғына түгел. «Йәһүә Набалды һәләк итә, һәм ул үлә» (1 Иш. 25:38). Йәһүә Набалды ғәҙел хөкөм итә. Шулай итеп Әбиғиәнең Набал менән йәшәгән ауыр йылдары оҙаҡҡа һуҙылған ҡурҡыныс төш кеүек артта ҡала. Бөгөн Йәһүә кешеләргә ундай яза бирмәһә лә, был өҙөк ғаиләләге көс ҡулланыу һәм башҡаларҙы йәберләү Йәһүә иғтибарынан ситтә ҡалмай икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Йәһүә үҙ ваҡытында мотлаҡ ғәҙеллек урынлаштырасаҡ. (Лука 8:17-не уҡы.)

23. Әбиғиә тағы ниндәй фатиха ала һәм Дауыттың тәҡдименән башы әйләнмәүен нисек күрһәтә?

23 Бәхетһеҙ никахтан ҡотолоуҙан тыш, Әбиғиә тағы бер фатиха ала. Набалдың үлеүе хаҡында белгәс, Дауыт Әбиғиәнең ҡулын һоратып кешеләрен ебәрә. «Мин, әфәндем хеҙмәтселәренең аяҡтарын йыуып, хеҙмәт итергә әҙер», — тип яуаплай Әбиғиә. Уның Дауыттың тәҡдименән башы әйләнмәүе һәм күркәм сифаттарын юғалтмауы ап-асыҡ, сөнки ул хатта Дауыттың хеҙмәтселәренә хеҙмәт итергә әҙер булған! Был юлы ла ул етеҙ эш итә һәм Дауыт янына юл тота (1 Иш. 25:39—42).

24. Әбиғиәгә ниндәй яңы ауырлыҡтар кисереп йәшәргә тура килгән, әммә ире һәм Алла уға нисек ҡараған?

24 Шулай ҙа Әбиғиәнең тормошо матур итеп тамамланған әкиәттәй булмаған. Дауыттың инде Әхинә исемле ҡатыны булған. Ул ваҡытта Алла ирҙәргә бер нисә ҡатын алырға рөхсәт итһә лә, тоғро ҡатындар өсөн ундай ғаиләләрҙә йәшәү барыбер бик ауыр булған. Дауыт ул саҡта әле батша булмаған, һәм алда уны күп ауырлыҡтар һәм һынауҙар көткән. Әбиғиә иһә ғүмере буйы Дауытҡа ярҙам иткән, уның таянысы булған. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул Дауытҡа малай табып биргән. Әбиғиә үҙеңде ҡәҙерләгән һәм яҡлаған ирең булыу ниндәй бәхет икәнен аңлаған. Бер саҡ Дауыт уны хатта юлбаҫарҙар ҡулынан ҡотҡарған! (1 Иш. 30:1—19) Шулай эшләп, Дауыт аҡыллы, ҡыйыу һәм тоғро ҡатындарҙы яратҡан Йәһүә Алланан өлгө алған.

^ 9 абз. Һүҙ һуңыраҡ Ильяс пәйғәмбәр Бағалдың пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы торған, төньяҡта ятҡан киң билдәле Кармил тауы тураһында бармай. (10-сы бүлекте лә ҡара.) Бында көньяҡта, сүлдең сигендә урынлашҡан Кармил ҡалаһы тураһында әйтелә.

^ 10 абз. Дауыт, күрәһең, урындағы ер биләүселәрҙе һәм уларҙың көтөүҙәрен яҡлауҙы Йәһүә Аллаға хеҙмәт итеү тип иҫәпләгән. Ул көндәрҙә Йәһүәнең ниәте Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп тоҡомдарының ошо ерҙәрҙә йәшәүенән торған. Шунлыҡтан был ерҙәрҙе илбаҫарҙарҙан һәм талаусыларҙан яҡлау изге хеҙмәттең бер төрө итеп һаналған.

^ 14 абз. Йәш хеҙмәтсе ҡулланған һүҙбәйләнеш һүҙгә-һүҙ «велиар (яраҡһыҙлыҡ) улы» тигәнде аңлата. Изге Яҙмаларҙың башҡа тәржемәләрендә Набал «бер кемде лә тыңларға теләмәгән» кеше итеп һүрәтләнә һәм шул арҡала «уның менән һөйләшеп булмай» тигән һығымта яһала.