2-СЕ ДӘРЕС
Изге Яҙма өмөт бирә
Бөтә донъя буйынса кешеләр төрлө проблемалар арҡаһында борсола, интегә, ыҙалана. Һиңә был таныштыр. Бәлки, һин ауырыйһыңдыр йә ғәзиз кешеңде юғалтҡанға күңелең әрнейҙер. Һин: «Тормош ҡасан да булһа яҡшырырмы икән?» — тип уйланаһыңдыр. Изге Яҙмала был һорауға өмөт биреүсе яуап бар.
1. Изге Яҙма киләсәккә ниндәй өмөт бирә?
Изге Яҙмала ни өсөн бөгөн донъяла проблемалар шул тиклем күп икәнлеге аңлатыла. Улай ғына ла түгел, унда шулай уҡ Алланың уларҙы оҙаҡламай юҡ итәсәге хаҡында яҡшы хәбәр бар. Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр беҙҙең киләсәгебеҙ һәм өмөтөбөҙ булһын өсөн яҙылған. (Иремия 29:11, 12-не уҡы.) Был вәғәҙәләр беҙгә бөгөнгө проблемаларҙы йырып сығырға көс бирә, ыңғай уйҙа ҡалырға ярҙам итә һәм беҙҙе мәңге бәхетле буласағыбыҙға ышандыра.
2. Изге Яҙма киләсәкте нисек һүрәтләй?
Изге Яҙмала киләсәктә «үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» тиелә. (Асылыш 21:4-те уҡы.) Ярлылыҡ, ғәҙелһеҙлек, ауырыуҙар һәм үлем кеүек бәлә-ҡазалар бөгөн хәл ителмәҫлек булып күренһә лә, киләсәктә кешеләр улар арҡаһында бүтән инде интекмәҫ. Изге Яҙмала, кешеләр ожмахта тормошҡа мәңге кинәнеп йәшәй алыр, тип вәғәҙә ителә.
3. Изге Яҙма вәғәҙәләренә ышанысты булғанын нисек нығытып була?
Күп кешеләр яҡшыға өмөтләнә, ләкин өмөттәре тормошҡа ашырмы, юҡмы икәнен теүәл белмәй. Изге Яҙма биргән өмөт иһә башҡа, ул тулыһынса ышанысҡа лайыҡ. Быны һин «Изге Яҙманы өйрән[еп]» аңларһың (Ғәмәлдәр 17:11). Изге Яҙманы ентекләп тикшереп, һин унда яҙылған вәғәҙәләргә ни ҡәҙәр ышанып булғанын үҙең күрерһең.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Изге Яҙманың киләсәккә ҡағылышлы ҡайһы бер вәғәҙәләрен ҡарап сыҡ. Ул биргән өмөт бөгөн үк кешеләргә нисек ярҙам итә икәнен бел.
4. Изге Яҙма камил шарттарҙа мәңге йәшәүҙе вәғәҙә итә
Аҫта Изге Яҙманан бер нисә вәғәҙә килтерелә. Уларҙың ҡайһылары йөрәгеңә айырыуса яҡын? Ни өсөн?
Һәр вәғәҙәгә килтерелгән аяттарҙы уҡы һәм ошо һорауҙар өҫтөндә уйлан:
-
Һин был аяттарҙа бирелгән өмөттө кәрәк тип табаһыңмы? Улар ғаиләңә һәм дуҫтарыңа өмөт бирә аламы?
Күҙ алдыңа килтер:
БЕР КЕМ ДӘ: |
БӨТӘҺЕ ЛӘ: |
---|---|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
5. Изге Яҙмалағы өмөт тормошто үҙгәртә ала
Был донъяла булған проблемалар күптәрҙең күңелен ҡыра йә хатта асыуландыра. Ҡайһы берәүҙәр донъяны үҙгәртергә маташа. Изге Яҙмалағы матур киләсәк тураһындағы вәғәҙә инде хәҙер кешеләргә нисек ярҙам итә икәнен бел. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан түбәндәге һорауҙарға яуап бир.
-
Рафика ниндәй ғәҙелһеҙлек арҡаһында борсолған?
-
Ул күргән ғәҙелһеҙлек проблемаһы сиселмәһә лә, Изге Яҙма уға нисек ярҙам иткән?
Изге Яҙмалағы киләсәккә ҡағылышлы вәғәҙәләргә ышанһаҡ, беҙ бойоғоуҙы еңербеҙ һәм проблемаларға ҡарамаҫтан бәхетле була алырбыҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22 һәм Римдарға 12:12-не уҡы һәм яуап бир:
-
Һинеңсә, Изге Яҙмалағы вәғәҙәләргә ышанһаң, тормошоң яҡшы яҡҡа үҙгәрерме? Ни өсөн һин шулай уйлайһың?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр әкиәткә оҡшаш».
-
Был вәғәҙәләргә ышанып буламы, юҡмы икәнен ни өсөн үҙеңә тикшереү мөһим?
ТӨП ФЕКЕР
Изге Яҙмала киләсәккә ҡағылышлы күп вәғәҙәләр бар. Улар беҙгә өмөт бирә һәм тормошобоҙҙо инде хәҙер яҡшы яҡҡа үҙгәртә.
Ҡабатлау
-
Ни өсөн кешеләр Алланың вәғәҙәләренә мохтаж?
-
Изге Яҙмала киләсәк тураһында нимә әйтелә?
-
Киләсәккә өмөт һиңә инде хәҙер нисек ярҙам итә ала?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Өмөт көсө тураһында күберәк бел.
«Өмөт. Ҡайҙа уны табып була?» («Уянығыҙ!», 2004 йыл, 22 апрель)
Киләсәккә өмөт хроник ауырыуҙарҙан интеккән кешеләргә нисек ярҙам итә алғанын бел.
«Хроник ауырыу менән ауырығанда Изге Яҙма ярҙам итә аламы?» (интернет-мәҡәлә)
Был музыкаль видеояҙманы ҡарағанда, үҙеңде ғаиләң менән киләсәктәге ожмахта күҙ алдыңа килтер.
Изге Яҙма биргән өмөт тураһында белгәс, бер йәмәғәт активисының тормошо нисек үҙгәргәне хаҡында уҡы.
«Хәҙер инде мин, донъяны үҙгәртергә тейешмен, тип уйламайым» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 1 июль)