Изге Яҙманы уҡыу пландары
Изге Яҙмала тормошта кәрәк булған иң зирәк кәңәштәр бар. Әгәр һеҙ Изге Яҙманы даими рәүештә уҡып, уҡығандарығыҙ өҫтөндә уйланһағыҙ һәм белгәндәрегеҙҙе тормошоғоҙҙа ҡулланһағыҙ, «юлы[ғыҙ] уңышлы булыр» (Ешуа 1:8; Зәбур 1:1—3). Һеҙ шулай уҡ Алланы һәм уның Улы Ғайса Мәсихте яҡшыраҡ белерһегеҙ, ә ундай белем ҡотолоуға килтерә (Яхъя 17:3).
Изге Яҙманың китаптарын ниндәй тәртиптә уҡырға кәрәк? Күп варианттар бар. Был график һеҙгә Изге Яҙма китаптарын бер-бер артлы йә темалар буйынса уҡырға ярҙам итер. Мәҫәлән, һайланған өҙөктәрҙе уҡып, Алланың тарих дауамында боронғо Израиль халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәнен белеп була. Башҡа өҙөктәрҙән беренсе быуатта мәсихселәр йыйылышының нисек барлыҡҡа килгәне һәм үҫкәне тураһында белеп була. Әгәр килтерелгән бүлектәрҙе көн һайын уҡыһағыҙ, Изге Яҙманы бер йыл эсендә уҡып сығырһығыҙ.
Һеҙ планды һәр көнгә, бер йылға йә тәү башлап уҡығандар өсөн төҙөргә теләйһегеҙме, был график һеҙгә ярҙам итер. Ошо Изге Яҙманы уҡыу планын күсереп алығыҙ һәм бөгөндән уҡый башлағыҙ.