Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Surasak Suwanmake/Moment via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

2023 йылдың йәйендәге экстремаль эҫелек. Изге Яҙмала аномаль һауа торошо тураһында нимә әйтелә?

2023 йылдың йәйендәге экстремаль эҫелек. Изге Яҙмала аномаль һауа торошо тураһында нимә әйтелә?

 Бөтә донъяла яңынан-яңы температура рекордтары һәм шуның менән бәйле тәбиғәт катаклизмдары билдәләнә. Бына бер нисә миҫал.

  •   «Быйылғы йылдың июнь айы глобаль температураны күҙәтеүҙәрҙең 174 йыллыҡ тарихында иң эҫеһе булды» (АҠШ-тың сауҙа Министрлығы янындағы океандар һәм атмосфераны тикшереүҙең милли идаралығы, 2023 йылдың 13 июле).

  •   «Италия, Испания, Франция, Германия һәм Польшала бик көслө эҫелек булды. Сицилия һәм Сардиния утрауҙарында Цельсий буйынса температура 48 градусҡа етте — был ҡасан да булһа Европала теркәлгән иң юғары күрһәткес» (Европа космос агентлығы, 2023 йылдың 13 июле).

  •   «Планета йылынған һайын ямғырҙар көслөрәк һәм йышыраҡ була бара, тимәк, һыу баҫыуҙар масштаблыраҡ буласаҡ» (Стефан Уленбрук, Бөтә донъя метеорологик ойошманың директоры, 2023 йылдың 17 июле).

 Һеҙҙе бындай яңылыҡтар ҡурҡытамы? Изге Яҙмала һауа аномалиялары тураһында нимә әйтелгәненә иғтибар итегеҙ.

Һауа аномалиялары — Изге Яҙма пәйғәмбәрлектәренең үтәлешеме?

 Эйе. Мәҫәлән, Ғайса Мәсих, «ҡот осҡос күренмештәр... күренер», тип алдан әйткән (Лука 21:11). Был һүҙҙәр бөгөн бөтә донъяла күҙәтелгән экстремаль эҫелекте һәм башҡа һауа аномалияларын яҡшы һүрәтләй. Һауа температураһы күтәрелгәнгә, күптәр, ер йәшәү өсөн яраҡһыҙ булып китер, тип ҡурҡа.

Ер йәшәргә яраҡһыҙ урынға әйләнерме?

 Юҡ. Алла ерҙе һәр ваҡыт беҙҙең өйөбөҙ булһын өсөн булдырған, һәм ул кешеләргә уны юҡ итергә рөхсәт итмәйәсәк (Зәбур 115:16; Вәғәзсе 1:4). Бынан да бигерәк, Алла «ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк ите[ргә]» вәғәҙә бирә (Асылыш 11:18).

 Изге Яҙманан күренеүенсә, Алла беҙҙең планетаны экологик һәләкәттән ҡотҡара ала, һәм ул быны һис шикһеҙ эшләйәсәк.

  •   «[Алла] дауылды тынысландыра, диңгеҙ тулҡындары тына» (Зәбур 107:29). Алла тәбиғәт көстәрен контролдә тота ала. Ул кешеләргә бәлә-ҡаза килтереүсе экологик проблемаларҙы бөтөрөргә һәләтле.

  •   «Һин ер тураһында ҡайғыртаһың, уны уңдырышлы, ғәйәт бәрәкәтле итәһең» (Зәбур 65:9). Алла ярҙамында беҙҙең планета ожмахҡа әйләнәсәк.

 Бөтә экологик проблемаларҙы Алланың нисек хәл итәсәген «Ерҙе кем ҡотҡарыр?» тигән мәҡәләнән (тат.) белеп була.