Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ismail Sen/Anadolu Agency via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Төркиә һәм Сүриәләге һәләкәтле ер тетрәүҙәр. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Төркиә һәм Сүриәләге һәләкәтле ер тетрәүҙәр. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 2023 йылдың 6 февралендә Төркиәлә һәм Сүриәлә бик көслө ер тетрәүҙәр булған.

  •   «Дүшәмбе көнө көслө ер тетрәүҙәр арҡаһында Төркиәлә һәм Сүриәнең төньяҡ-көнбайышында 3 700-ҙән ашыу кеше һәләк булды. Тағы ла меңәрләгән кеше яраланды һәм йортһоҙ ҡалды. Өҫтәүенә, һыуыҡ һауа торошо иҫән ҡалған кешеләрҙе эҙләргә ҡамасаулай» (Reuters, 2023 йыл, 6 февраль).

 Ошондай фажиғәләр тураһында ишетеү күңелде әрнетә. Бындай бәлә-ҡазалар ваҡытында беҙгә Йәһүә — «һәр яҡлап йыуатыусы Алла» ярҙам итә ала (2 Коринфтарға 1:3). Ул беҙҙе өмөт биргән Һүҙе — Изге Яҙма аша йыуата (Римдарға 15:4).

 Изге Яҙманы уҡып, ошондай һорауҙарға яуап табырға була:

  •   Изге Яҙмала ер тетрәүҙәр тураһында нимә әйтелгән булған?

  •   Ҡайҙан өмөт һәм йыуаныс табырға?

  •   Алла бөтә ғазаптарҙы нисек бөтөрәсәк?

 Киләһе мәҡәләләрҙән Изге Яҙманың был һорауҙарға нисек яуап биргәнен белеп була:

a Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).